-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Август 2021, 18:51

Ҡабатланмаҫ тауышлы, моңло Вәсилә Фәттәхова

Онотмайбыҙ, тауышын ишеткән һайын нурлы йөҙө күҙ алдына килеп баҫа. Йәне йәннәттә булһын - 

Вәсилә Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Учалы сәнғәт колледжының хор бүлеген тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыған. Эстрадала танылған йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә эшләй башлай.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, ул күп йылдар эстрадала эшләй, татар һәм башҡорт телдәрендә йырланы. Йырсы моңло тауышы менән миллиондарса тамашасыны әсир итте. Вәсилә Фәттәхованың тәүге башҡарған йыры республикала ҙур популярлыҡ яуланы. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡорт, татар телдәрен белмәүселәр ҙә хәтерендә ҡалдырҙы. Ошо йыр «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестивалендә «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды, 2008 йылда «Татар йыры» халыҡ-ара фестивалендә «10 йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат булды.

Ҡабатланмаҫ тауышлы, моңло Вәсилә Фәттәхова
Ҡабатланмаҫ тауышлы, моңло Вәсилә Фәттәхова
Автор:
Читайте нас в