- Сауҙа үҙәктәренең реклама гәзиттәренән эшләйем. Туғандарға бүләк итеп таратам. Бөтә туғандарҙа ла бар минең эшләгән эйберҙәрем, ти ул ҡыуанып.
Гәзитте уртаға киҫеп, оҙон энә менән уратаһың. Бер яҡ башы осло, икенсе яғы киңерәк була, елем менән йәбештерер өсөн урын ҡалдырырға шулай эшләнә. Нәҙек кенә торбаҡайҙар килеп сыға.
Илһам килгәндә күңел өсөн шундай ябай, әммә матур әйберҙәр эшләй оҫта ҡуллы ҡатын - Сәүиә Камалова.
Миләүшә Ҡыҙрасова.