Кәйефкә ҡарап төрлө йыр булыуы ихтимал. Өйҙә 7-8 гармуным, баяным бар, башлыса шуларҙы тызылдатам. Гармундарҙың ҡайһыһы бейеү көйөнә килешһә, ҡайһыһы йырлауға шәп. Уйнап, ҡушылып йырлап ултырам. Ҡайһы саҡта ариялар йырлайым. Заһир Исмәғилевтың "Салауат Юлаев" операһынан Салауат арияһын яратам. Филармония лекторийының етәксеһе Индира Әсәҙуллинаның фатиры беҙҙең фатирҙың өҫтөндә генә. Классика йырлаһам: "Азамат, бына ошо урында ошо нотаны ошолайыраҡ алырға кәрәк", - тип телефондан шылтырата миңә. Шуға йырлар алдынан башта тәҙрәнән тышҡа ҡарап алам: машинаһы торамы, юҡмы? Машинаһы торһа, тәнҡитсе өйҙә, тип, классика йырламайым.