+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Август 2021, 12:18

"ИЛЕКЛЕ ҠЫР" йырының тарихы -

Зөһрә Фәйзуллина көйө һәм шиғырыАл кәрешкә, күк ҡыңғырау,Сәскә ата яланың.Тауҙарыңда сейә бешә,Һаҙҙарыңда — баланың.Ҡушымта:Илекле ҡыр, илекле ҡыр,Еркәйемдә балҡыр бер нур,Илекле ҡыр, илекле ҡыр,Йөрәгемдә сыңлар бер йыр.Хайран ҡалып торғаным бар,Илектәр уйнағанда.Ҡайынлығың шымып тыңлай,Кәкүктәр моңланғанда.Ҡушымта.Бесән етһә, шул моңдарғаСалғы сыңы моң өҫтәй.Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,Тыуған яҡ китмәй иҫтән.Ҡушымта.Бөркөттәрем ҡаяларҙаҠанаттарын ҡағына.Бөркөт ишле кешеләремИлекле ҡыр яғында.Ҡушымта.

Беҙҙең дә бар ине бесән эшләгән саҡтар... Бесәнлегебеҙ ауылыбыҙҙан 4-5 саҡрым алыҫлыҡтағы Илекле ҡыр тигән тау итәгендә ине. Үләне шыйығыраҡ булһа ла күңелгә үтә лә яҡын бер ергә әйләнде ул. Бындағы тәбиғәт бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был хозурлыҡты бер тапҡыр күргән кеше, ҡабат барып күргеһе килә. "Торғаны бер хазина бит ул Илекле ҡыр буйҙары! Ул йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡуян тубығы, һарына тиһеңме... Еләк-емештәре күпме халыҡты һөйөндөргән. Ҡасандыр был тауҙар теҙмәһен илектәр (ҡыр кәзәләре) төйәк иткән булған. Бигерәк тә Һуғыш йылдарында ауыл халҡын аслыҡтан шул илектәр һаҡлап алып ҡалған да инде. "8 йыл батша ғәскәрендә хеҙмәттә булған олатайың малай-шалайҙы һунарға йөрөттө. Алып ҡайтҡан табыштарын бөтөнләй хәлһеҙләнгән ауылдаштарына бүлешерҙәр ине," -тип һөйләр ине өләсәйем еләк-емешкә йөрөгәндә. Хәҙер ҙә, һирәк-һаяҡ булһа ла, ауылдаштар тауҙарҙа илектәрҙе осраталар. Күрәһең, боронғо төйәген ҡош-ҡорт та, йәнлектәр ҙә онотмай. Бер күреп булһа ла китәләр.
Ошо матур хәтирәләрҙән тыуғайны был "Илекле ҡыр" йыры. Уны иң беренсе башҡарыусы минең бер туған ҡустым Хәлил булһа, бөгөнгө көндә йырҙы кемдәр башҡарыуын әйтеүе лә урынһыҙ. Йыр бик күптәрҙең күңеленә хуш килде. Ә Сибай концерт-тетр берекмәһеһенең БСТ-каналы менән эшләгән клибы һеҙҙе нәҡ ошо изге тау итәктәренә алып барасаҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә ҡәҙерлеләрем! СКТ Директоры Айбулат Ҡобағошов, вокал ҡуйыусы - Рәмил Туйсин. Музыканттар: Дим Шәрәфиев, Марс Ишморатов, йырсылар Сөмбөл Моратова, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминева.
 
Зәбирә ӘМИНЕВА
 
"ИЛЕКЛЕ ҠЫР" йырының тарихы -
"ИЛЕКЛЕ ҠЫР" йырының тарихы -
Автор:
Читайте нас: