+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Август 2021, 16:29

«Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» йырының тарихы -

-

Фәрүәз Урманшин менән Резеда Әминеваның моңло йырҙарын йәше лә, ҡарты ла яратып тыңлай. «Фәрүәз сәхнә партнерым ғына түгел, коллегам да. Беҙ тәү тапҡыр 2006 йылда минең концертымда «Ҡыҙыл юрға» йырын икәүләп башҡар­ғайныҡ, унан һуң бик күп ыңғай фекер ишеттек, – тип һөйләй Резеда Әминева. – Барыһы менән дә бергә йырлап булмай ул, тауыштар бер-береһен тулыландырып, ҡолаҡҡа ятышлы булып яңғырамаһа, әллә ниндәй оҫта йырсылар булһын – тамашасы итмәй ҙә ҡуя. Талант эйәһе Фәрүәз менән сәхнәгә сығыу үҙе ғүмер, тамашасы алдында тотош асылып, йәне-тәне менән бирелеп сығыш яһаған артисты тәрән хөрмәт итәм».
Был парҙың «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» тигән иң популяр йырының тарихы ҡыҙыҡлы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, композитор Нурия Абдуллина был йырҙы Резеда ханыма яңғыҙ башҡарыу өсөн тәҡдим итә. Тик йырсы сираттағы концертына уны сәхнәгә әҙерләп өлгөртә алмай, Нурия Нәсибулла ҡыҙы: «Һин минең ижадыма иғтибар итмәй­һең», – тип уға үпкәләп ҡуя. Ул саҡта композитор «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр»ҙың иң популяр, оҙон ғүмерле йырҙарҙың береһе булып китәсәген күҙалланымы икән? Ғөмүмән, Резеда Әминева, йырҙарҙы ҡабаланып сығарырға ярамай, тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, һәр йырҙың үҙ мәле бар. Бер нисә йылдан Фәрүәз Урманшин менән дуэт итеп йырлай башлағас, һәр моң һөйөүсенең телендә тик ошо йыр булды. Халыҡ уны хатта туй ҡотлауҙарына ҡуйыуҙарын һорай башлай. Мөхәррирҙәрҙең, был йыр туй мәжлесе өсөн килешеп етмәҫ, тиеүенә, ә беҙгә «Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр» тигән юлдары килешле, тип яуаплайҙар.
Әлегә Резеда Әминева – Фәрүәз Урманшин дуэты әҙерләгән 40-ҡа яҡын йыр бар.

«Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» йырының тарихы -
«Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» йырының тарихы -
Автор:
Читайте нас: