+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Август 2021, 12:20

Моңланып алайыҡ әле, дуҫтар.

Билдәле журналист, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина -

Әлшәй районының Баязит ауылында тыуып үҫкән Нурия Насибулла ҡыҙының ижадын бик күптәр үҙ итә, уның йырҙарын башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары яратып башҡара. Шулай уҡ ул – фәһемле тапшырыуҙары, яғымлы тауышы менән радио тыңлаусыларҙың оло һөйөү-хөрмәтен ҡаҙанған журналист һәм диктор ҙа.

Ул яҙған “Ултыр әле, әсәй, яндарыма”, “Хәбәр һал елдәргә”, “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?”, “Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле”, “Әүлиә шишмәһе” кеүек йырҙарҙы халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрҙө. 
Ижадсының уңышы тәү сиратта уның күңел сафлығынан торалыр. Шуғалыр ҙа Нурия Абдуллина “Юлдаш” радиоканалында алып барған “Ҡунаҡ өй”ҙө һәр йортта көтөп алалар ине.
Моңланып алайыҡ әле, дуҫтар.
Моңланып алайыҡ әле, дуҫтар.
Автор:
Читайте нас: