+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Август 2021, 09:45

Фәнил ҠАРАСУРИН: Йәш үтә барыу менән дә һыпырып ҡына ташлай торған ғәҙәт түгел -

-

- Юмор жанры - бик еңелдән түгел, ә комик актер тигән исемгә лайыҡ булыу өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Өфө дәүләт сәнғәт институтында драма актеры булараҡ белем алһам да, үҙемде ошо өлкәлә һынап ҡарарға булдым. Кешене көлдөрөп, кәйефен күтәреп ебәреү ҙур кинәнес ул. Холҡом менән дә күңелсәкмен, нишләптер ауыҙ гел йырыҡ минең. Ҡайһы саҡта: "Ниңә гел йылмайып йөрөйһөң ул?" - тип һорайҙар. "Гел йылмайып йөрөмә әле!" - тигәндәре лә бар. Көлһәң, минән көләһәңме, тип борсола күптәр, асыуланалар ҙа.
Бер ҙә генә етди була белмәйем, әммә быны махсус рәүештә лә эшләмәйем. Кәләш башта, ҡасан шаярып, ҡасан дөрөҫөн һөйләйһең ул, аптырай ине. Дуҫтар араһында ла көлдөрөп алам. Йәш үтә барыу менән дә һыпырып ҡына ташлай торған ғәҙәт түгелдер ул был сифат. Әммә мине яратҡан актерым Андрей Мироновтың бер интервьюһында әйткәне уйға һалды. Ул тормошта ла гел шаярырға, дуҫтары араһында уйнарға ярата. Шулай бер саҡ ниндәйҙер режиссер, тормошта улай күп уйнама, был энергия сәхнәгә лә ҡалһын, тип кәңәш итә. Бында ла хәҡиҡәт барҙыр.

Фәнил ҠАРАСУРИН: Йәш үтә барыу менән дә һыпырып ҡына ташлай торған ғәҙәт түгел -
Фәнил ҠАРАСУРИН: Йәш үтә барыу менән дә һыпырып ҡына ташлай торған ғәҙәт түгел -
Автор:
Читайте нас: