Ул киң тамашасыға быйыл көҙ сығарылыр тип көтөлә. Кинофильм ябай, күп балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында. Улар ҙур бурысҡа батҡан, приставтар ғаиләнең бар мөлкәтен тартып алмаҡсы. Рәхмәтуллиндар «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү барыһынан да ҡотолорға ярҙам итер, тип өмөтләнә. Ысынлап та шулай булырмы? Уныһын фильмда күрербеҙ.
«Йыл ғаиләһе» киноһы Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында төшөрөлә.