+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Август 2021, 20:20

Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта, моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала.

Был йырҙың көйө беҙҙең яҡтарҙыҡына оҡшаған тип, тәҙрә янына уҡ килеп тыңлай -

Бер йырҙың тарихы

Ғилмияза (Риүәйәте)

Борон заманда хәҙерге Баймаҡ районының Таһир ауылында Исмәғил ҡарттың Ғилмияза исемле ҡыҙы булған. Йәйҙең бер йәмле көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар еләк йыйырға сыҡҡан. Улар араһында Ғилмияза ла булған. Быларға ҡаршы бүрәнә тейәгән кешеләр осраған. Улар ялан яғынан килгәндәр икән. Шул кешеләр араһында Ғимиязаның атаһына үс тотоп йөрөгән аҡһаҡ Ҡыҙырас ҡарт та булған. Үсен алыр өсөн был әҙәм ҡыҙҙы юлаусыларға һатҡан да ебәргән, ти. Ҡатын-ҡыҙҙар, еләк йыя алмайынса, кире ауылға ҡайтып киткәндәр Ҡурҡыштарынан был хәл тураһында улар бер кемгә лә әйтмәгән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе илаған-илаған да, Ғилмиязанан бөтөнләй төңөлә башлағандар.

Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта, моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала. Был йырҙың көйө беҙҙең яҡтарҙыҡына оҡшаған тип, тәҙрә янына уҡ килеп тыңлай.

Был Ғилмияза булған була. Шул саҡ ҡыҙыҡай, тәҙрәнән тышҡа баға. Унда семәрләп эшләнгә сергеле көмөш ҡойошҡаны менән аҡыҡлы эйәре өҫтөндә ыҫпай егет ултыра, ти. Бер аҙ ҡарашып торғас, был егет унан керергә рәхсәт һораған. Ҡыҙ, баш ҡағып, ризалыҡ биргән.

Егет өйгә ингәс унан ҡайһы яҡтан килгәнен, был йырҙы нисек өйрәнгәнен һорашҡан. Ҡыҙ уға үҙенең башынан үткәндәрен һөйләп биргән, ти.

Садиҡ, Ғилмиязаның моңло, зарлы, серле йырына хайран ҡалып ҡайтып киткән. Ҡыҙҙың тыуған ауылына килеп, ҡыҙҙың атаһына:

— Исмәғил уҙаман, һөйөнсө, һинең юғалған ҡыҙың табылды, теләһәң, бөгөн үк алып ҡайтып бирәм, — тигән.

— Әгәр Ғилмияза ҡыҙым иҫән булһа, үҙеңә кәләш итеп бирәм, — тигән.

Был ваҡытта ҡыҙҙың юғалыуына егерме биш йыл уҙған була. Күп илауҙан ҡыҙҙың атаһының ике күҙе лә күрмәҫ булған.

Садиҡ һүҙендә торған, ҡыҙҙы алып ҡайтып тапшырған да:

— Ҡыҙыңды үҙе теләгән кешегә кейәүгә бир, — тип үҙ юлы менән китеп барған, ти.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғилмияза_(йыр)

Рәшит Хәбиров картинаһы. 

Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта, моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала.
Бер саҡ Садиҡ тигән берәү бер ауыл урамынан үтеп барған саҡта, моңло йыр ишетеп туҡтап ҡала.
Автор:
Читайте нас: