+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
3 Август 2021, 16:38

Урал ИҘЕЛБАЕВ:

Атайым үҙе һөйләүенсә, музыкант буласағымды миңә 6 ай булғанда уҡ аңлаған. Бәлки, бер аҙ шыттыралыр, әммә хәл былайыраҡ була -

Өйҙә икебеҙ генә ҡалғанда, мин илағас, тынысландырам тип, ниндәйҙер көйҙө көйләгән. Илауҙан туҡтап, ошо уҡ көйҙө мин дә ҡабатлап күрһәткәнмен һәм, ишеттеңме, тигән кеүек атайыма ҡарағанмын. "Үҫкәс, музыкант булыр был бала, тип уйланым шунда", - ти атайым. Миңә 4 йәштәр тирәһендә уйынсыҡ пианинола хатта бик етди рәүештә "Варшавянка" кеүек революцион көйҙәрҙе уйнай инек ағайым менән. Беҙ бәләкәй саҡта Черниковкала йәшәнек, өйөбөҙгә башҡорт яҙыусылары йыш килә ине. Шулай кемдер: "Үҫкәс, кем булаһығыҙ?" - тип һораны. Ағайым нимә тип яуаплағандыр, хәтерләмәйем. "Урал кем була?" - тинеләр. Бер аҙға һуҙылған паузанан һуң кемеһелер: "Композитор", - тине. Нимә аңлатҡанын белмәһәм дә, был һүҙ оҡшап ҡалды. "Эйе, мин композитор булам", - тинем. Уҡый-яҙа белмәгән саҡта уҡ ноталарҙы белә инем. Бер көндө балалар баҡсаһына атай менән әсәй килеп, көндөҙгө йоҡонан уяттылар ҙа, мине сәнғәт институтына алып киттеләр. Пушкин урамы буйлап барҙыҡ. "Хәҙер бер ағай менән осрашабыҙ, берүк башҡортса һөйләш, ул башҡортса һөйләшкәндәрҙе ярата", - тинеләр юлда. Хәҙер был кабинетта композиция кафедраһы урынлашҡан, шул кабинетҡа индек. Унда Заһир Исмәғилев ултыра ине. Фортепиано эргәһенә саҡырып, нота белеүемде, ритм, ишетеү һәләтен тикшереп, был малайҙы уҡытырға кәрәк, тине. 5 йәш ине миңә ул саҡта. Махсус музыка мәктәбендә, Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә уҡыным. Юлай ағай Ғәйнетдиновтың кәңәше менән сәнғәт училищеһын тамамланым. Сөнки бында музыка теорияһын Европа өлгөләрендә уҡыталар. Бөгөн ошонда алған белемем миңә этник музыканы Европа музыкаһы менән берләштерергә мөмкинлек бирәлер.
Үҙем ҡурайҙа уйнамайым, тик күп ҡурайсыларҙың минең көйҙәремде уйнауына бик шатланам. Салауат һәйкәлендә 100 ҡурайсы йыйылып, сараны минең "Салауат" менән башлауын да тарихи ваҡиға тип ҡабул иттем. Ул Мостай Кәримдең "Салауат" пьесаһына 2004-2005 йылдар тирәһендә яҙылғайны. Башлап Азат Биксурин уйнаны спектаклдә. Эстон көйөн башҡорт көйө менән ҡушыуҙан үҙәктәрҙе өҙөрлөк һағышлы көй тыуғайны. Роберт Юлдашев та, Азат Биксурин да был көйҙө төрлө урындарҙа яратып уйнап йөрөй. Йәғни, "Салауат" та спектаклдән сығып, күптән үҙенең яҙмышы менән йәшәй. Тыуған ере, халҡының азатлығы өсөн көрәшкән Салауаттың ошо ерҙәрҙән йыраҡта йәшәргә мәжбүр ителеүе, ошо һыҙланыуҙы бирергә тырыштым һәм был килеп сыҡҡандыр, тип ышанам. Халҡыбыҙҙың яҙмышы тураһында уйланыуҙар шулай уҡ "Заманалар" тигән көйҙә сағылыш тапты. Аныҡ герой менән бәйле булмаһалар ҙа, аныҡ дәүер, тарих менән бәйле темалар минең ижадымда бик күп.


Композитор Урал Иҙелбаев, ысынлап та, ғәжәйеп ижади яҙмышлы кеше ул. Драма әҫәрҙәренә, кинофильмдарға көйҙәр, балалар мюзиклдары, балалар балетына музыка, быға эстрада йырҙарын, академик әҫәрҙәрҙе лә өҫтәһәң - ижадының мең төрлө балҡышына һоҡланмайынса булмай. Үҙенә генә хас стиле булған композиторҙың ижады, үҙе әйтмешләй, ихлас йөрәктән сыҡҡанғалыр ҙа, тамашасыһының да күңеленә юлын таба.

Урал ИҘЕЛБАЕВ:
Урал ИҘЕЛБАЕВ:
Автор:
Читайте нас: