-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бик әүҙем, нәзәкәтле, сибәр актриса ул - Зиләрә ЮЛТАЕВА

Халыҡта уның кеүектәрҙе, ут бөрсәһе, тип йөрөтәләр. Әле генә киноға төшөп йөрөй, бер ҡараһаң, театрҙа матур геройҙары менән һоҡландыра. Стәрлетамаҡ театрының популяр телевизион проекты - "Күңелле йәшәйбеҙ"ҙең халыҡсан юморға ҡоролған сюжеттарын яҙыуға ла уның "ҡулы" тейеп өлгөрә. Башҡорт йәмәғәтселегендә булған һәр ваҡиғаға үҙенең нигеҙле фекере бар. Шулай ҙа, театрҙа һәм кинола берҙәй әүҙем эшләгән актриса булараҡ, уларҙың ҡайһыһы күңелеңә яҡыныраҡ?

Зиләрә ЮЛТАЕВА: 

- Кино ла, театр ҙа икеһе лә яҡын, ике лә оҡшай, ике йүнәлеш тә мауыҡтырғыс. Үҙен артабан үҫтерергә, камиллашырға теләгән актер унда ла, бында ла өлгөрөргә тейештер. Беренсе төшкән фильмым "Сәк-сәк" ине. Уға төшкән ваҡытта ирем - кинорежиссер Руслан Юлтаев менән таныштыҡ та инде. Һуңынан, өйләнешкәс, уның менән "Күңелле йәшәйбеҙ" телепроектын уйлап таптыҡ, унда ла һирәкләп булһа ла төшә инем. Артабан "Бәхет ҡошо" һәм "Сируси" сериалдарында ла ролдәр башҡарҙым. "Өс хат"та Хазинаны уйнаным. Әйткәндәй, "Өс хат" фильмының кинофестивалдәрҙә йыш ҡына төрлө номинациялар яулауына, уның кино сәнғәте тәнҡитселәренә лә оҡшауының сере ябай. Йөрәктән сыҡҡан йылылыҡты, ихласлыҡ һәм йән әрнеүен бергә ҡушып, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында беҙ тип йәнкәйҙәрен биргән олатай-атайҙарыбыҙға, тыл ветерандарына рәхмәт йөҙөнән, һуғыш һөҙөмтәһендә күпме тыумаған балалар тураһында һыҙланып төшөргәйнек беҙ уны. Был бөтөн илдең һәм ер шарының уртаҡ ҡайғыһы. Был тема барыбыҙға ла яҡын булғанғалыр, фильм ыңғай тәьҫораттар уята һәр кемдә. Уны хатта күп кенә сит илдәрҙә лә күрһәттеләр.

Бик әүҙем, нәзәкәтле, сибәр актриса ул - Зиләрә ЮЛТАЕВА
Бик әүҙем, нәзәкәтле, сибәр актриса ул - Зиләрә ЮЛТАЕВА
Автор:
Читайте нас: