+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Уның йырҙарын халыҡ, оҡшай, оҡшамайға бүлмәй

Композиторҙар, ғәҙәттә, йырҙарын иҫәпләмәй, ярамай -

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге Республика Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Юлай ҮҘӘНБАЕВ тормошта ла бик алсаҡ, ихлас кеше ул, йырҙары ла хисле булыуы менән айырылып тора. Уның йырҙарын халыҡ, оҡшай, оҡшамайға ла бүлмәй, барыһын да яратып тыңлай һәм йырлай.

Ҡайҙа ғына, кем булып ҡына эшләһәм дә, барыбер халыҡ мине композитор итеп таный. Минең менән, тәү сиратта, композитор булараҡ һөйләшәләр. Мәҫәлән, телевидениела эшләгәндә төрлө тапшырыуҙарға килгән шағирҙар шиғырҙарын тәҡдим итә ине. Халыҡ менән аралашҡанда ла йырҙар яҙыусы тип ҡарауҙарын тоям. Тәүге йырҙарҙы 16 йәштәр тирәһендә, тәүге тапҡыр ғашиҡ булып йөрөгән саҡтарҙа яҙҙым. Уҡыған саҡта иһә тағы ла шаярып ҡына йырҙар яҙып ҡарай башланым. Курсташтарым Резеда Әминева, Химма Йәнбирҙиналар шиғырҙарына йырҙар яҙҙым, бергәләп концерттар менән сығыш яһай инек. Яңы йырҙар ҙа етешмәгәндер инде. Икенсе, өсөнсө йырҙарҙан һуң дәртләнеп киттем, күңелгә илһам ҡошо йышыраҡ ҡуна башланы. Композиторҙар, ғәҙәттә, йырҙарын иҫәпләмәй, ярамай. Шуға ла үҙ ғүмеремдә күпме йыр яҙғанмын, быныһын әйтә алмайым. Бер спектаклде биҙәгәндә генә лә әллә нисә көй яҙыла, уларҙың ҡайһылары халыҡ араһында танылыу ала, ҡайһыһылыр спектаклдә фон булараҡ ҡына бара.

Уның йырҙарын халыҡ, оҡшай, оҡшамайға бүлмәй
Уның йырҙарын халыҡ, оҡшай, оҡшамайға бүлмәй
Автор:
Читайте нас: