+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Таң йондоҙоноң йәйғор төҫтәрендә балҡышы

Исеменә есеме тура килеп торған, таң йондоҙондай яҡты, гүзәл рәссам ул Сулпан. Ә һүрәттәренән күңел йылылығы, бала саҡ вайымһыҙлығы, тыуған ер төҫө, ләйсән ямғыр яуып үткән һауа еҫе, яңы ғына бешкән йылы икмәк тәме бәрелеп тора. Мәскәүҙә йәшәп, Нидерландияның Геффен ҡалаһындағы ижад студияһында картиналар яҙыусы билдәле башҡорт рәссамы, дизайнер һәм педагог, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА хаҡында -

Уның картиналарын ҡарап, үҙе менән аралашҡандан һуң ҡояш йылылығында иҙерәгән балалай рәхәтлек кисерәһең. Ошо ҡыҫҡа ғына аралашыуҙар йылыһын һеҙҙең менән дә бүлешәбеҙ.

Ҡыҫҡа һорау һәм яуаптар:

– Ижадта һеҙҙең өсөн нимә иң мөһиме?

– Хислелек.

– Һеҙҙе нимә бигерәк тә әҫәрләндерә?

– Сағыу фекер, идеялар.

– Һүрәт төшөрөүҙең ҡайһы стиле һеҙгә бигерәк тә яҡын?

– Модерн. Абстракт реализм стиле.

– Һеҙҙең беренсе картина нисек аталды?

– Әйтеүе ауыр, мин ул саҡта бик бәләкәс инем әле.

– Әлеге мәлдә ниндәй картина яҙыу өҫтөндә эшләйһегеҙ?

– «Алмағастар сәскә атҡан саҡта» («Яблони в цвету»)

– Тәбиғи булмышығыҙҙы бер һүҙ менән генә нисек әйтер инегеҙ?

– Изгелек.

– Ә ижад юлығыҙҙы ҡыҫҡа ғына итеп нисек атар инегеҙ?

– «Таштар йыйыусы».

– Һеҙ күберәк нимәләрҙе һүрәтләргә яратаһығыҙ?

– Кешеләрҙе.

– Һеҙҙең иң яратҡан рәссамығыҙ?

– Айырып ҡына әйтеп булмай. Һәр кемеһенән нимәгәлер өйрәнәм.

– Журнал уҡыусыларға әйтер һүҙегеҙ?

– Бер аҙға туҡтап... тыңлағыҙ һәм күрегеҙ!

 

Сулпан Билал ҡыҙы, йәйғор нурҙарындай саф төҫтәр донъяһына сәйәхәт, һүрәт төшөрөү кеүек ижад менән мауығыу ҡасан башланды? Һөнәри рәссам булараҡ танылғансы ниндәй тормош дәрестәре үтергә тура килде?

– Был һорауға яуап табыуы ҡыйын, сөнки мин үҙемде белгәндән һүрәт төшөрәм. Ҡулға яҙып, һыҙып эҙ ҡалдырырлыҡ әйбер килеп эләгеү менән һүрәт төшөрә башлай инем. Атай-әсәй ҡағыҙ, буяу ҡәләмдәре, акварель буяуҙар алып өлгөртә алмай, беҙ уларҙы һә, тигәнсә юҡ итеп, стенаға, иҙәнгә, ултырғысҡа, гәзит ситендәге асыҡ урындарға «картиналар» сыймаҡларға тотонабыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, тәрбиәселәр минең һүрәт төшөрөргә һәләтле икәнемде белеп, дәртләндерҙе. Ә бергә уйнаған балалар минән ҡуян, бесәй, эт, болан кеүек яратҡан хайуандарын төшөртөп алыу өсөн сиратҡа торорҙар ине. Художество мәктә­бенә йөрөмәнем, рәсем уҡытыусыһы булманы, шуға ла һүрәт төшөрөү серҙәрен үҙаллы, хаталар һәм һынауҙар аша өйрәнергә тура килде. Мәләүез ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлағас Башҡорт дәүләт педагогия институтының художестволы графика факультетында уҡыным.

Хеҙмәт юлымды Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булараҡ башланым. Артабан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләнем. 2007 йылға тиклем «Аҡбуҙат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының бүлек мөдире, яуаплы секретары вазифаларын башҡарҙым.

2007 йылдан Мәскәүҙә йәшәйем. «АРС Комьюникейшнс» компанияһында арт-директор булдым.

2016 йылдан – ирекле ижад юлындамын. Төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙарҙа эшләйем.

 

Мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журалының 3-сө (2021 й.) һанында уҡый алаһығыҙ.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Таң йондоҙоноң йәйғор төҫтәрендә балҡышы
Таң йондоҙоноң йәйғор төҫтәрендә балҡышы
Автор:
Читайте нас: