+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ойвакэ һәм сякухати

-

Япондарҙа ла оҙон көй бар. Ойвакэ тип атала улар. 1990 йылда япондар беҙҙе үҙҙәрендә үткән халыҡ-ара оҙон көй фестиваленә саҡырҙы. Әйткәндәй, уларҙың оҙон көйҙәре сякухати тип исемләнгән тынлы музыка ҡоралы оҙатыуында башҡарыла. Һәм ул беҙҙең ҡурайҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай тиерлек: 

Биш тишекле. Оҙонлоғо ла ҡурайҙыҡы ише. Тауыш сығарыу ысулы ғына башҡаса. Һәм ул бамбуктан яһала. Төҙөлөшө бөр төрлө булғас, тембрҙары ла тап килә.
1990 йылда “Эн-Эйч-Кей” телекомпанияынан беҙгә ике япон егете килгәйне. Ҡайтҡан саҡтарында оҙон көйҙәре яҙҙырылған кассета бүләк иттеләр. Уларҙы тыңлап ҡарағас, беҙҙең халыҡ көйҙәренә яҡын булыуына хайран ҡалдым. Хатта ҡайһыһындалыр “Ғилмияза”ның, “Ғайса ахун”дың бер өлөшөн ишеткәндәй булдым. Һәм уларҙың “Макуото эсаши” тигән көйҙәрен ун биш минут эсендә отоп та алдым. Ә фестивалгә эләгеүебеҙ нимәгә бәйле? Япондар оҙон көйҙө бөйөк ебәк юлы халыҡтарының мәҙәниәтендәге уртаҡ бер сағылыш тип иҫәпләп, шул халыҡтарҙы бергә тупларға теләгән. Беҙ унда йыраусы Ғилман Сәфәрғәлин менән барҙыҡ. Беҙҙән тыш Венгриянан, Ҡаҙағстандан, Монголиянан, Кореянан да ҡунаҡтар бар ине. Ул көндәрҙә фестиваль барған ҡала иртәнән-кискә саҡлы оҙон көй менән йәшәне. Япондарҙың оҙон көйө күпме тыңлаһаң да биҙҙермәй, “тәмле” яңғырай. Бәйге ҙур залда бара. Һәммәһе лә иҙәнгә түшәк йәйеп, аяҡтарын салып ултырып, 4-5 сәғәт дауамында кинәнеп ойвакэ тыңлай. Бер көндө ҡаланың мэры үҙендә ҡабул итеү ойоштоҙо. Унда мине лә саҡырҙылар. Үҙебеҙҙең республика, ҡурайыбыҙ хаҡында русса сығыш яһаным. Тәржемәсе ҡыҙ японсаға тәржемә итте. Үлән ҡурай алып барғайным, шуны яһап торам, һөйләп торам. Яһап бөткәс, үҙебеҙҙең оҙон көйҙө уйнап ишеттреҙем дә артабан “Макуото эсаши”ны уйнап ебәрҙем. Башлауым ғына булды, бер япон егете халыҡ араһынан атылып килеп сығып, ҡушылып йырлап та ебәрҙе. Халыҡ зыҡ ҡубып ҡул саба. Фестивалде ябыу тантанаһында үҙебеҙ сығыш яһағандан һуң, баяғы етег менән йәнә ҡурай оҙатыуында теге япон көйөн башҡарып ишеттерҙек. Ул – Нискава-сан – ресторан хужаһы, ҡаланың абруйлы кешеһе икән. Фестивалгә бағымсы булараҡ саҡырылған, күрәһең. Һуңынан ресторанына саҡырып та һыйланы. Шунда караокеға ҡушылып япон оҙон көйҙәрен башҡарҙылар. Япондар ҡунаҡтың күңелен күрә, һыйлай белә. Сакелары йомшаҡ ҡына булһа ла үҙенекен эшләгәндер инде, мин дә, шәп кеше, йәнәһе, башҡорт көйө юҡмы бында тип һорап ташланым. “Юҡ, әммә киләһе килеүегеҙгә булыр”, ‒ тинеләр. “Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк, ҡаршы сығып атың бәйләргә”, ‒ тип мин дә үҙебеҙҙең халыҡ йырын йырлап ишеттерҙем шунда. Һуңынан уларға был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дә аңлатып бирҙем.
Япон моңо менән башҡорт моңоноң ауаздашлығы боронғолоҡтоң ауаздашлығы уртаҡлығынан килә. Башҡорттоң оҙон көйҙәре ҡурай моңо менән һуғарылған, япондыҡы - сякухатинан. Был тынлы музыка ҡоралдарының тембры яҡын.
Юлай Ғәйнетдинов.
Ойвакэ һәм сякухати
Ойвакэ һәм сякухати
Читайте нас: