+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хисле кешемен

Хистәремде тыңлаусылар ҙа тоя -

- Мин Калининградта тыуып-үҫһәм дә, Башҡортостанға гел ҡайтып йөрөй инек. Өләсәйем үҙе лә килеп етә ине беҙгә, башҡортса уҡый, яҙа ла белеүем уның тырышлығы һөҙөмтәһе. Атайым Учалы районынан, әсәйем Силәбе башҡорто. Ғөмүмән, башҡорт мөхите, башҡорт тормошо ныҡ яҡын миңә. Башҡорт ҡыҙы булыуымды бер минутҡа ла онотҡаным юҡ. Шуға ла минең башҡортса йырлап, сәхнәгә сығыуыма аптырарға ла түгел. Элек аңлап етмәһәм дә, хәҙер милли кейемгә, тарихыбыҙға ныҡ иғтибар итәм, өйрәнергә тырышам. Сәхнә кейемдәрен дә башҡорт милли костюмы элементтары менән биҙәп кейәм. Кемдер быға ыңғай ҡарай, әрләүселәр ҙә бар. Үҙемдең рәссам-модельерым, стилистарым бар, шуға ла мин милли кейемебеҙгә тап төшөрәм, тип уйламайым, киреһенсә, уны таратыуға булышлыҡ итәм. Тыуған еремде, милләтемде данлап йырлау оҡшай миңә, шуға ла патриотик йырҙар ҙа барлыҡҡа килде репертуарымда. Хисле кешемен, йырлағанда ҙур кинәнес алам, көлһәм, ҡысҡырып көләм, холҡом менән шундаймын. Республикама һоҡланып йырлайым икән, мин ихлас һоҡланам, ошо тойғолар йырға ла күсә. Ошо хистәремде тыңлаусылар ҙа тоя.
Читайте нас: