+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үлән ҡурайға яҡын ағас бармы?

Бөгөн балаларҙы капрон ҡурайҙа уйнаталар... Капрон ҡурайҙы таратыуға сит милләт кешеләре күҙлегенән ҡараған хәлдә, улар, моғайын: "Шундай ярлы икән был халыҡ, һәйбәт ҡурайға мохтажлыҡ кисереп, ағас ҡурайы була тороп та, ниндәйҙер пластик торба менән уйнайҙар", - тигән баһа бирер ине.Мин, хәҙер һанап ҡарайым да, 15-16 төр ағастан эшләгәнмен икән ҡурайҙы -

Бөгөн балаларҙы капрон ҡурайҙа уйнатыу тураһында һүҙ ҡуйыртыусылар күбәйҙе. Мин капрон ҡурай яҡлы түгел. Уйнағас, ҡиммәтле, сифатына ярашлы музыка ҡоралында уйнарға тейешбеҙ. Шул ваҡытта ҡурайҙың ҡәҙере була. Ҡурай булғас, ул абруйлы уйын ҡоралы булырға тейеш.
Капрон ҡурайҙы таратыуға сит милләт кешеләре күҙлегенән ҡараған хәлдә, улар, моғайын: "Шундай ярлы икән был халыҡ, һәйбәт ҡурайға мохтажлыҡ кисереп, ағас ҡурайы була тороп та, ниндәйҙер пластик торба менән уйнайҙар", - тигән баһа бирер ине. Мин ундай баһа менән килешә алмайым. Булғас, оҫталар эшләгән, компьютер аша тауышы көйләнгән ҡурай булһын. Уның тишектәрен дә үҙгәртергә була (был йәһәттән һәр бер оҫтаның үҙ сере бар). Мин хатта быға ҡаршы түгел. Ул төрлө ағастан эшләнергә мөмкин. Мин, хәҙер һанап ҡарайым да, 15-16 төр ағастан эшләгәнмен икән ҡурайҙы. Иң яңғырауыҡлы ҡурайҙар тығыҙ ағастан эшләнә. Саған - иң шәбе. Башҡа күп кенә музыка ҡоралдарын да сағандан эшләйҙәр. Пианино, думбыра, ҡалған күп кенә музыка ҡоралдары ҡаты ағастан эшләнә. Ҡурайҙы йомшаҡ ағастан эшләргә буламы, тигән һорау тыуыр. Эйе, миңә ҡурайҙы йүкәнән дә эшләргә тура килде. Ләкин йүкә тауышты этәрмәй, яңғыратмай, киреһенсә, үҙенә йота. Тәбиғи ҡурайға, үлән ҡурайға килгәндә, ул икенсе төрлө тауыш сығара. Ағас ҡурайҙың тауышын нисек шул кимәлгә барып еткерергә - беҙҙең алда торған иң ҙур, иң мөһим мәсьәлә шул. Миңә бер тапҡыр ҡурайҙы ерек ағасынан эшләргә тура килде. Шул ерек ағасынан сыҡҡан тауыш үлән ҡурай сығарған тауышҡа бер аҙ яҡынлай. Африканан килгән ағастарҙан эшләп ҡарағаным да булды. Вьетнамдан килгән "яйа" тигән ағастан да эшләп ҡараным. Ул беҙҙең уҫаҡ, йүкә һымаҡ еңел.
Салауат БАЙМӨХӘМӘТОВ, уйын ҡоралдары (ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ятаған) яһаусы.
Читайте нас: