+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН Өмөт тыуған миҙгел ПЬЕСА (Мелодрама, II бүлектә)

Гөлназ – ҡарттар йортонда шәфҡәт туташы.Шәмсетдин ҡарт – 70 йәштәрҙәге ҡарт, ҡырыҫыраҡ, ғәҙеллек даулаусы. Ҡасандыр колхозда бригадир булып эшләгән.Хөсәйен ҡарт – 80 йәштәрҙәге ҡарт, һаңғырауыраҡ, хәйләкәрерәк, күндәм.Фәүзиә әбей – 65-70 йәштәрҙәге әбей, колхозда һауынсы булып эшләгән.Ырыҫбай ҡарт – 70 йәштәрҙәге ҡарт, Фәүзиәнең йәшлек йәре.Әҡлимә – Фәүзиә әбейҙең ҡыҙы, 35-40 йәштәрҙә.Ир – Әҡлимәнең ире.Фельдшер

I бүлек
Таң ата. Алыҫта әтәс ҡысҡырған тауыш ишетелә. Ҡурай моңо яңғырай. Ҡарттар йорто. Бүлмәлә ике ҡарт һәм әбей ултыра. Әбей ситтәрәк нимәлер бәйләй. Телефон шылтырай – әммә ниңәлер берәү ҙә уға яҡын бармай. Бына ишек асылып китә һәм ҡараусы ҡатын килеп инә.
Гөлназ (шәп-шәп атлап килеп инә). Бына һиңә, Шәмсетдин ағай, ниңә телефонды алмайһығыҙ? (Аптырап тирә-яҡҡа ҡарай.) Һеҙҙе тәки күсерергә булдылар! Ҡарттар йортон ябалар тигән ҡарар сыҡҡан!
Шәмсетдин ҡарт. Ҡайҙа күсерәһегеҙ?
Фәүзиә әбей. Һүҙ йөрөй ине шул…
Шәмсетдин ҡарт. Гонаһ шомлоғо, беҙҙе, бөгөн йә иртәгә теге донъяға күсергә торған ҡарттарҙы, әллә ҡайҙа оҙатмаҡсыһығыҙмы?
Хөсәйен ҡарт. Ә?..
Фәүзиә әбей. Беҙҙе күсерәләр икән… (Хөсәйен ҡарттың ҡолағына ҡысҡырыбыраҡ яуап бирә).
Хөсәйен ҡарт. Ҡайҙа? Район үҙәгенәме әллә? (Һаңғырауыраҡ, шуға ҡулын ҡолағына ҡуйып ҡысҡыра.)
Шәмсетдин ҡарт. Кукиш һиңә район үҙәге! Күңелеңде киң тот – ҡытай сигендә ятҡан районға ебәрмәкселәр икән!
Фәүзиә әбей. Беҙҙе ҡарарға аҡсабыҙ юҡ, тиҙәр…
Шәмсетдин ҡарт. Ничего подобного! Бер ҡайҙа ла китмәйем! Минең хоҡуғым бар! Үҙем ҡайҙа теләйем – шунда үләсәкмен!
Хөсәйен ҡарт. Беҙҙе үлтерергә итәләрме әллә? (Тағы ҡысҡыра, үҙе аптырап теге өсәүгә ҡарай.)
Гөлназ. Бында беҙҙең ғәйеп юҡ, Шәмсетдин бабай! Үҙебеҙ эшһеҙ ҡалабыҙ – ҡыҫҡарталар, тинеләр…
Фәүзиә әбей. Эй, күрәһеләр бар икән. Ҡарт көнөңдә дәүләткә ҡарап торғас шул була инде… (Иларға итә, илай алмай, күҙҙәренән йәш сыҡмай.) Унда беҙҙең кемгә кәрәгебеҙ булһын!
Шәмсетдин ҡарт. Үҙеңдең ҡалалағы ҡыҙыңа ла кәрәкмәгәс, эт типкеһендә йөрөйһөң инде хәҙер! Беҙҙе шунда ғына алып барып дөмөктөрөргә итәләр, иманым камил! Юҡ, мин риза түгел! Мин ризалыҡ бирмәйем! Балаларым, әбейем ерләнгән ерҙә үләсәкмен, бер ҡайҙа ла бармайым!
Гөлназ. Ҡысҡырмағыҙ әле, Шәмсетдин бабай! Тауышығыҙ ҡолаҡты ярып алып бара! Барыбер түрәләр ҡушҡанса буласаҡ.
Хөсәйен ҡарт. Эй, миңә ҡайҙа үлһәм дә барыбер (ҡул һелтәй). Шулай ҙа, әбиднә…
Фәүзиә әбей. Колхозда ун йәштән шуның өсөн тир түктекме? Ил йәшәһен тип үгеҙ егеп ер һөрҙөк, ағас ҡайыры ашап ашҡаҙанды алданыҡ! Әммә эшләнек, яҡшы тормош эҙләп сығып китмәнек! Эй, Аллам, хәҙер тормош яҡшырғайны, беҙ кәрәкмәйбеҙ икән…
Гөлназ. Фәүзиә инәй, унда ла шул уҡ ҡарттар йорто, хатта комфортныйыраҡ та, тиҙәр! Беҙҙекен ябырға ҡушҡастары ни хәл итәһең…
Шәмсетдин ҡарт. Унда барып үлергә генә ҡаласаҡ! Сит тарафта кемде беләм мин! Бында, исмаһам, бесәйе менән этенә тиклем таныш! Иртән урамға сыҡһам, Ҡайраттауға ҡарап күңелемде йыуатам! Унда яланға ҡарап иларға ғына ҡаласаҡ! Эй, балам, бында уҡ ағыу һалып үлтер ҙә ҡуй, этләтмә ҡарттарҙы!
Фәүзиә әбей. Эйе, яҙмыш, былай ҙа ҡаҡты беҙҙе… Ана, башҡаларҙың күҙ төбәп барыр кешеһе бар! Арҡаһынан ҡағып һөйөр ейән-ейәнсәрҙәре бар! Ә минең, ә минең…
Хөсәйен ҡарт. Аһ-аһ, Фәүзиә, һинеке лә бар түгелме ни?
Фәүзиә әбей. Барын бар ҙа бит, тик алыҫта ғыналар шул. Эй, бер ҡыҫып ҡосаҡлар инем дә шул үҙҙәрен. Ейер ризыҡтары донъя ситендә булғас, ни хәл итәһең…
Шәмсетдин ҡарт. Башҡаларҙың балалары Себерҙән дә ҡайтып йөрөй, ә һинекеләр үҙеңде бында ырғыттылар ҙа олаҡтылар! Донъя сите, имеш! Кәрәгең юҡ уларға – шуға ла һин бында! Араҡыға алмаштырғандарҙыр үҙеңде…
Фәүзиә әбей. Һин, ҡартлас, ауыҙыңды ипләп ас! Балама ғәйеп ташлар алдынан айышына төшөнһәң, яҡшыраҡ булыр ине лә бит, ни хәл итәһең… Килеп алырҙар бер, бына көнләшеп ултырып ҡалырһың әле!
Шәмсетдин ҡарт (ауыҙ эсенән мыңғырҙай). Алырҙар алмай ҙа ни! Был йорттан беҙҙе күтәреп кенә алып сығырҙар инде. Кәртә артына алып барып ырғытыр өсөн… (Ҡысҡырып ебәрә.) Ничего подобного! Бер ҡайҙа ла бармайым! Ошонда үләм!
Гөлназ. Эй, Аллам, тауышығыҙҙан йөрәгем туҡтай бит, тыйылығыҙ әле, Шәмсетдин бабай!
Хөсәйен ҡарт. Ай-һай-һай… Әйберҙәрҙе йыйнай башларға кәрәк булыр, ахыры. Ниңәлер һарыҡтар менән бергә көтөүсе мине лә дала яғына ҡыуалай тип төш күргәйнем шул… Баҡһаң, ысынға булған икән.
Гөлназ. Әйткәндәй, тағы бер яңылыҡ – бөгөн янығыҙға бер иптәш өҫтәләсәк.
Хөсәйен ҡарт. Кем өҫтән төшәсәк? (Тағы ҡулын ҡолағына ҡуйып ҡысҡыра.) Фәрештә төшәсәкме әллә? Шул ғына ҡотҡармаһа…
Шәмсетдин ҡарт. Гөлназ туташ, уныһы кем тағы?
Гөлназ. Район үҙәгенән бер ҡартты ебәргәндәр. Ул да һеҙҙең менән бергә китәсәк инде, ҡайҙа барһын. Бына-бына килеп төшөр, моғайын…
Шәмсетдин ҡарт. Тимәк, тағы берәү өҫтәлә… Йүнле әҙәм булһа ярай ҙа.
Фәүзиә әбей. Ҡарттарығыҙ күберәк булһа, япмаҫ инек йортоғоҙҙо, тигән бит баш ҡала түрәһе. Бәлки, шуның өсөн киләлер. Гонаһ шомлоғо, беҙҙең кеүек ҡарауһыҙ ҡалғандар күберәк булһа ғына, дәүләт хәҙер аҡса бүлә икән…
Гөлназ. Фәүзиә инәй, үкенескә ҡаршы, был ҡарттың беҙгә килеүенән генә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаясаҡ… Уны ла шул сараһыҙҙың көнөнән ебәргәндәр. Миңә эштән китергә кәрәк буласағына уведомление тотторҙолар ҙа инде. Тимәк, барыбер һеҙҙе күсерәсәктәр…
Хөсәйен ҡарт. Дә, эштәр хөрт икән атыу…
Гөлназ. Ҡайғырмағыҙ, Хөсәйен бабай, унда ла шул беҙҙең кеүек кешеләр көн итә инде. Ярай мин ҡунаҡты ҡаршылайым. (Сыға.)
Фәүзиә әбей. Бахыр «ҡунағыбыҙ» ҙа үҙен ни көтөрөн белмәйҙер әле.
Хөсәйен ҡарт. Эйе, рәхәтләнеп ҡарттар йортона килеп тә төшөр – артына ла «шарт» итерҙәр! Бар, ялан яғына дуй тип! (Хихылдап көлә.)
Фәүзиә әбей. Эй, иманһыҙ, ауыҙыңдан ел алһын!
Шәмсетдин ҡарт (тәҙрәгә ҡарап). Ана, ниндәйҙер Уазик килеп туҡтаны, буғай, ҡапҡа алдына. Моғайын, яңы күршене килтергәндәрҙер, ҡаршы сығайым, булмаһа…
Хөсәйен ҡарт. Әтеү мин дә һинең менән сығып әйләнәйем әле. (Креслонан тора ла, билен тотоп бөгөлөп китә.) Әләү, билем…
Фәүзиә әбей. Билең ауыртҡас, ипләберәк ҡуҙғал тип һиңә күпме тылҡырға була!
Хөсәйен ҡарт (Фәүзиә әбей яғына аптырап ҡарай һәм тағы ла ҡулын ҡолаҡ артына ҡуйып ҡысҡыра). Ашыңа күберәк тоҙ һал тиһеңме? Атаҡ-атаҡ, тоҙ һалғандан ғына бил ауыртыуы бөтәлер шул…
Фәүзиә әбей (асыуланып). Кит һин һаңғырауға һүҙ әрәм иткәнсе… (Икенсе яҡҡа борола.)
Хөсәйен ҡарт менән Шәмсетдин ҡарт бүлмәнән сыға. Фәүзиә әбей ултырып ҡала һәм ҡулына тағы ла бәйләмен ала ла бәйләй башлай.
Фәүзиә әбей. Эй, Аллам күрәһеләрем бар икән… Осо-ҡырыйы булмаған далала һуңғы төйәгемде табырға яҙҙымы инде? Эй, ҡыҙым, ҡыҙым… Һине бер күреү өсөн зар-интизар булдым бит! Күрәһеләрем шулдыр инде. (Күҙ йәштәрен һөртә. Шул ваҡыт ишек асылып китә һәм унан Шәмсетдин менән Хөсәйен ҡарт күренә.)
Шәмсетдин ҡарт. Йүнле әҙәм икән, тиһәм… (Асыуы йөҙөнә сыҡҡан.)
Хөсәйен ҡарт. Танымайым үҙен, кем булды һуң?
Шәмсетдин ҡарт. Танытыр атаң башы, көт тә тор бына!
Арттарынан Ырыҫбай ҡарт күренә.
Ырыҫбай ҡарт. Барыһына ла сәләм бирҙек!
Хөсәйен ҡарт. Әссәләмүғәләйкүм, ҡорҙаш!
Фәүзиә әбей боролоп ҡарай һәм ҡапыл тертләп китә. Ҡулынан бәйләме иҙәнгә шыуып төшә.
Ырыҫбай ҡарт. Атаҡ-атаҡ, һин дә бындамы ни Шәмсетдин? Мин һине күптән шытҡан икән тиһәм!
Шәмсетдин ҡарт. Шыттырырмын мин һиңә!
Ырыҫбай ҡарт (Фәүзиә әбей яғына ҡарап). Ҡарсыҡ, һине лә сырамытҡан кеүек булам… Атаҡ, Фәүзиә һинме был? (Хатта туҡтап текәлеп тора.)
Фәүзиә әбей. Эйе, былай атам менән әсәм ҡушҡан исемем Фәүзиә ине…
Ырыҫбай ҡарт. Мин бит был – Ырыҫбай! Танымайһыңмы?
Шәмсетдин ҡарт. Һине эте лә, бете лә танырға тейештер шул (үҙ алдына мығырҙай).
Фәүзиә әбей. Таныһам ни…
Хөсәйен ҡарт. Әйҙә, Ырыҫбай ҡорҙаш, ҡарттар йортона рәхим ит! Тик тиҙҙән бөтәбеҙҙе лә бынан ҡыуалар шул…
Шәмсетдин ҡарт. Һинең һымаҡ йүнһеҙ әҙәм менән дала яғы Себер һымаҡ булыр инде…
Хөсәйен ҡарт. Нимә тиһең, Шәмсетдин?
Ырыҫбай ҡарт. Улай икән, ҡыуалар тиһеңме?..
Хөсәйен ҡарт. Күсерәләр беҙҙе бынан. Ялан яғындағы ҡарттар йортона күсерәләр. Әптимизәциә!
Ырыҫбай ҡарт. Ә мин бында рәхәт тормошҡа килдем бит әле… Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ.
Шәмсетдин ҡарт. Бирер рәхәтте ялан яғының ыжғыр бураны!
Ырыҫбай ҡарт. Беҙ буранға ғына бирешә торғандарҙан түгел! Унда ла кәрәк булһа тау өйөп ҡуйырбыҙ…
Хөсәйен ҡарт (хихылдап көлә). Эйе, тау булып үҙең ятырһың инде…
Телефон шылтырай һәм Ырыҫбай күкрәгенән кеҫә телефонын килтереп сығара.
Ырыҫбай ҡарт. Әллеү, Әллеү! Эйе, эйе, килеп еттем, урынлаштым, рәхмәт! Барыһы ла яҡшы! Ярай, имен-аман! Бында ыңғай хәбәр юҡ әле… Ыһы… Хуш, һау бул.
Хөсәйен ҡарт. Ай-һай, еңел машина ғына ҡалдырып китте, хатта сутывыйың да бар, баҡһаң!
Шәмсетдин ҡарт. Күп булһа юл буйында берәйһенән тартып алғандыр! Булмаҫ тимә! Имеш, телефоны бар берәүҙең…
Ырыҫбай ҡарт. Шөкөр, тормоштоң артына тибеп йәшәйбеҙ! Ызнакум хәл белешә…
Хөсәйен ҡарт. Хәл белешер кешең булыуы ла беҙҙең өсөн хәҙер оло шатлыҡ инде .
Ырыҫбай ҡарт (әйберҙәрен урынлаштырып бөткәс). Гөлназ туташты күреп инәйем әле. Шәп һылыу бит, ә! (Шәмсетдин ҡарт яғына ҡарап күҙ ҡыҫа һәм сыға.)
Шәмсетдин ҡарт. Ҡороғор әҙәм!
Фәүзиә әбей. Кит, юҡты һөйләмә, Шәмсетдин!
Шәмсетдин ҡарт. Ағарған сәсебеҙҙе ағартасаҡ был әҙәм аҡтығы! Кем икәнлеген белмәһәң яҡшыраҡ!
Хөсәйен ҡарт. Йә, ҡаңғыртма әле!
Шәмсетдин ҡарт. Кеше түгел, эттең эте! Ғаиләһен – минең һеңлемде алдап ташлап сығып киткән әҙәм аҡтығы! Шул ғына уның башына етте! Унан алда ла әллә нисә ҡатындың яҙмышын боҙған икән! Хатта улы ла бар тип һөйләнеләр – уныһы хәҙер был әҙәмде күргеһе лә килмәй, тиҙәр.
Хөсәйен ҡарт. Кит, юҡты…
Шәмсетдин ҡарт. Ышанһаң-ышан, ышанмаһаң – хәлем юҡ! Хатта төрмәлә лә ултырып сыҡҡан әҙәм ҡалдығы бит ул! Кешене алдап аҡса йыйған!
Фәүзиә әбей. Юҡсы, уның үҙен тишек төмәнгә ултыртҡандар тип ишеткәйнем мин…
Хөсәйен ҡарт. Улаааай икән…
Шәмсетдин ҡарт. Мин беләмме уны әллә һинме? Так что, көтөгөҙ ҙә тороғоҙ – күрәһеләребеҙ алда әле. Ялан яғына күсереүҙәре бәләнең бәләкәйе булған! Бында уҡ бөтәбеҙ ҙә шытып ятмаһаҡ ярай ҙа…
Хөсәйен ҡарт. Кит, арттырма әле, Шәмсетдин!
Шәмсетдин ҡарт. Шаштырмайым. Эй, Аллам, ысынлап та донъя башы менән түңкәрелде бит, үлеп өлгөрмәй ҡалдым!
Хөсәйен ҡарт. Бөтәһе лә һуңғы мәл бигерәк күткәре шул…
Фәүзиә әбей (үҙ алдына). Күткәре тормошто күрергә яҙмаған һеҙгә! Булмаһа һауа һулап инәйем. (Тороп сығып китә.)
Шәмсетдин ҡарт (күҙ йәштәрен һөртә). Эт тормошо менән йәшәлде, эт тормошо менән генә гүргә инермен инде…
Икеһе лә өнһөҙ.
Ут һүнә.
Ут яна. Шул уҡ бүлмә. Хөсәйен, Шәмсетдин, Ырыҫбай ҡарт һәм ситтәрәк Фәүзиә әбей. Телефон шылтырай. Хөсәйен ҡарт барып телефонды ала.
Хөсәйен ҡарт. Әллеү! Әллеү! Ишетмәйем, кем кәрәк? Әллеү! (Телефонды һала.)
Фәүзиә әбей. Кемгә кәрәктек икән?
Хөсәйен ҡарт. Этем белһен… Шығырлап тик тора теге оста… Ишетелмәй ҡәһәрең, ишетелмәй!
Фәүзиә әбей. Бик булмаһа, берәйһе яңылыш аҙапланалыр…
Шәмсетдин ҡарт (асыулы). Күп булһа, Ғазраил шаяралыр ҡарттар менән.
Ырыҫбай ҡарт. Әллә мәйтәм, Хөсәйен, кәрт һуғып алайыҡмы?
Хөсәйен ҡарт. Ҡаңғыртма әле, Ырыҫбай, таң һарыһынан кәрт уйнау ҡайғыһы юҡ… Иртәгә дала яғына оҙатылырға торғанда ни…
Ырыҫбай ҡарт. Кем еңә – бында Фәүзиә менән ҡала, еңелгән дүрәк далаға китә! (Шарҡылдап көлә.)
Фәүзиә әбей. Кит, йүнһеҙ, юҡты һөйләп ни…
Шәмсетдин ҡарт. Ике көн эсендә йәнемде генә ашаның, бит әй!
Ырыҫбай ҡарт. Һиңә кәрт уйна тимәйем бит, ҡарт алаша!
Хөсәйен ҡарт (ҡулын ҡолағына ҡуйып ҡысҡыра). Үҙең һин һаташаһың! Минең дуҫҡа һүҙ тейгеҙмә!
Ырыҫбай ҡарт. Ҡолаҡҡа ҡаты булһаң – шул инде! (Шарҡылдап көлә.)
Хөсәйен ҡарт. Ярай, етте, Ырыҫбай! Һинең менән әрепләшергә бөтөнләйгә теләгем юҡ!
Гөлназ инә.
Гөлназ. Һаумыһығыҙ! Нисек йоҡланығыҙ?
Шәмсетдин ҡарт. Шәпме, Гөлназ ҡыҙым!
Ырыҫбай ҡарт. Йоҡо йоҡо булманы шул – ҡосағымда һеҙ етмәнегеҙ, Гөлназ туташ! (Уны ҡосаҡларға ынтыла.)
Хөсәйен ҡарт. Әстәғәфирулла!
Шәмсетдин ҡарт. Был бөтөнләй алйыған, буғай. (Уфтана.)
Гөлназ. Ырыҫбай ағай, оят түгелме һеҙгә? (Йылмая.)
Шәмсетдин ҡарт. Уның ояты күптән йәһәннәмдә ятып ҡалғандыр инде!
Ырыҫбай ҡарт. Боронғолар ҡарт ҡуйынында ҡалас бар тип бушҡа әйтмәгән!
Хөсәйен ҡарт (шарҡылдап көлә). Ҡарттар йортонда йәшәгән ҡарт-ҡорола сухаринан башҡа нимә бар инде!
Гөлназ. Иртәгә юлға сығабыҙ – әҙер булығыҙ! Юл оҙон – яҡынса һигеҙ-туғыҙ сәғәт буласаҡ, тинеләр…
Ырыҫбай ҡарт. Гөлназ туташ, һеҙҙең менән мин офоҡ аръяғына юлланырға ла ризамын да ул…
Фәүзиә әбей. Алтылағы алтмышта тигәндәре хаҡ һүҙ – һаман шул уҡ Ырыҫбай!
Гөлназ. Юҡ, Ырыҫбай ағай, мин һеҙҙең менән бармайым шул. Район үҙәгенән оҙатыусы буласаҡ.
Ырыҫбай ҡарт. Ай, атаңдың баш балаһы!
Хөсәйен ҡарт. Ауыҙыңды ипләп ас, әй!
Ырыҫбай ҡарт. Һинең симулянт икәнеңде былай ҙа беләм – кәрәккәнде ишетмәһәң дә, кәрәкмәгәнде шәп ишетә ҡолағың!
Хөсәйен ҡарт. Унда һинең эшең булмаһын!
Гөлназ. Ярай, әрепләшмәгеҙ, ағайҙар! Бергә булырға күп тә ҡалманы бит – һуңғы көндө матур итеп кенә үткәрәйек…
Хөсәйен ҡарт. Эйе лә баһа, дөрөҫ һөйләйһең һеңлем… (Ауыр итеп көрһөнә.)
Гөлназ. Ярай, һуңғараҡ хәл белешеп тағы ла инеп сығырмын. (Сыға.)
Ырыҫбай ҡарт. Һылыу ҡыҙ бала! (Шәмсетдин ҡарт яғына ҡарап күҙ ҡыҫа. Уныһы күрмәмешкә һалыша.) Заманында Фәүзиә лә балғалаҡҡа һалып йотмалы ине! Эйе бит, Фәүзиәкәй? (Фәүзиә әбей ишетмәмеш булып ҡылана.)
Шәмсетдин ҡарт. Шашты был аҙғын, тамам шашты! Кәкерене ҡәбер генә төҙәтә шул… Әйҙә, Хөсәйен сығып инәйек!
Хөсәйен ҡарт. Әйҙә һуң һауа һулайыҡ булмаһа. Бәлки Ҡайраттауҙы һуңғы тапҡыр күрәмдер бөгөн…
Икәүләп сығалар.
Ырыҫбай ҡарт (Фәүзиә әбей янына килә). Фәүзиә!
Фәүзиә әбей ишетмәмешкә һалыша.
Ырыҫбай ҡарт. Фәүзиә, тим!
Фәүзиә әбей (тертләп китә). Нимә булды?
Ырыҫбай ҡарт. Миңә хистәрең һыуындыламы ни?
Фәүзиә әбей. Атаҡ-атаҡ, башыңа тай типтеме әллә? Илле йыл ғүмер үтеп китте…
Ырыҫбай ҡарт. Беренсе мөхәббәт онотолмай тиҙәр бит. Бына минеке һыуынманы һаман…
Фәүзиә әбей. Кит, юҡты һөйләмә әле!
Ырыҫбай ҡарт. Бер ҙә юҡты һөйләмәйемсе! Тән ҡартайһа ла, йөрәк ҡартаймай тигәндәре дөрөҫ икән, Фәүзиәкәй. Ә һин һаман да шул уҡ килеш…
Фәүзиә әбей. Эйе, шул уҡ килеш (яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап көлөп ала). Ә бына һине яҙмыш ҡаҡҡылаған икән…
Ырыҫбай ҡарт. Ҡаҡҡыламай ни… Үҙең бит йәш һәм дәртле сағымда таш бәғер иттең. Йәнәһе лә, мин йәш, дыуамал, йәнәһе лә мин аҡылһыҙ! Хөснуллаңа йәбешеп яттың! Ә ул һине ташланы ла китте, ана!
Фәүзиә әбей. Дөрөҫ уйлағанмын – һиңә һаман да аҡыл кермәгән! Ә Хөснулланың Хоҙай ҡушҡан яҙмышы шул булғас ни хәл итәһең, ғүмерҙе һорап алып оҙайтып булмай!
Ырыҫбай ҡарт. Ә бына мине Хоҙай һинең менән тағы бер юҡҡа ғына осраштырманы, Фәүзиә! Дөрөҫөн әйткәндә, һинең бында икәнлегеңде ишетеп, һине күреү өсөн генә килдем бит мин!
Фәүзиә әбей. Башымды ҡатырма әле, ана, Гөлназ туташты ҡаңғырт, бик булмаһа. Йүнһеҙ әҙәмгә әйләнгәнһең, Ырыҫбай! Йәшлектәге менән айырмаң ер менән күк араһы кеүек.
Ырыҫбай ҡарт. Гөлназ туташҡа бәйләнер йәштән үттем инде, шаярттым ғына бит. (Уфтанып ҡуя.) Мине бит улым да үҙенең янына саҡырғайны, ғәфү итте ул мине! Әйҙә, атай, үҙем менән йәшәтәм, тине. Баш тарттым. Сөнки, һинең ҡарттар йортонда көн иткәнеңде ишеттем…
Фәүзиә әбей. Әкиәтеңде һөйләмә инде, Ырыҫбай! Һинең дә, минең дә берәүгә лә кәрәгебеҙ юҡ! Шуға ла ошонда ултырабыҙ. Улы саҡырған, имеш…
Ырыҫбай ҡарт. Валлаһи! Алдаһам, торған урынымда ер йотһон әйҙә! Миңә үҙе шылтыратып тора! (Кеҫә телефонына күрһәтә.) Бик күп серҙәрем бар, ваҡытынан алда асмай торайым әле. Оҙаҡламай, былай ҙа асылыр.
Фәүзиә әбей. Бигерәк серле булып сыҡтың бит әле, Ырыҫбай! (Кеткелдәп көлә.)
Ырыҫбай ҡарт. Ә һинең ҡыҙың ҡайҙа һуң?
Фәүзиә әбей. Баш ҡалала тора…
Ырыҫбай ҡарт. Ниңә уға бармайһың?
Фәүзиә әбей. Минһеҙ генә имен-аман торһалар ҙа яҡшы. Былай ҙа өҙгөләнәм… Иң мөһиме, ҡыҙым бәхетле булһын… (Иламһырап күҙ йәштәрен һөртөп ала.)
Ырыҫбай ҡарт. Шулайын шулай ҙа… (Аптырағаны йөҙөнә сыҡҡан.) Мин дә бына йәшлек дыуамаллығы менән хәтәр эштәр ҡырып ташланым шул. Хәҙер терһәкте тешләп булмай, булмаҫ та инде… Шуға ла ғүмерлек мөхәббәтемде, һине эҙләп килдем бында! Бәхетемдең осон ялғарға!
Фәүзиә әбей. Бәхет осон ҡарттар йортонда эҙләйҙәрме ни инде, иҫәүән! (Көлә.)
Хөсәйен ҡарт инә, быларҙы тыңлап тора.
Ырыҫбай ҡарт. Юҡ, валлаһи!
Фәүзиә әбей. Эй, Ырыҫбай, беҙ бит бында һуңғы көндәребеҙҙе кисерергә килдек!
Ырыҫбай ҡарт. Һин мине һаман да шул аҡылһыҙ малай тип уйлайһыңдыр… Әйҙә, ҡартлығыбыҙҙа бәхетле булайыҡ! Сыҡ миңә! (Күҙҙәренә төбәлә.)
Фәүзиә әбей. Ата-а-а-аҡ! Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Нимә әйтәһең инде ҡартайған көндә бындай тәҡдимгә? (Яулыҡ осо менән ирендәрен ҡаплап кеткелдәп көлә.)
Ырыҫбай ҡарт. Мин бит, исмаһам, ғүмеремдең һуңғы көндәрендә күҙҙәреңә бағып ҡына йәшәрмен тип өмөтләнәм... (Йырлай.)
Һайрай ҡошсоҡ,
Өҙөлөп һайрай ҡошсоҡ -
Бәхет бүләк итер был иртә!
Алыҫ йылдар,
Оҙон юлдар аша
Яндарыңа килдем мин, иркәм!..
Хөсәйен ҡарт. Ыһым-ыһым…
Ырыҫбай ҡарт. Һин, Хөсәйен, әллә шпион булып ялландыңмы?
Хөсәйен ҡарт. Кит юҡты, Ырыҫбай ҡорҙаш…
Ишектән Шәмсетдин ҡарт күренә.
Ырыҫбай ҡарт. Ҡәрҙәштәр, минең барығыҙға ла шәп яңылығым бар бит әле!
Шәмсетдин ҡарт. Әллә беҙҙән дөмөгөргә булдыңмы, ниһайәт? (Асыулы.)
Хөсәйен ҡарт. Тағы ниндәй яңылыҡ – уларҙан ошо ике көндә биҙрәп бөттөм инде…
Ырыҫбай ҡарт. Быға тиклем әйтергә ҡыймағайным – Фәүзиә минең тәүге һәм һуңғы мөхәббәтем. Беҙ уның менән никахлашырға булдыҡ!
Фәүзиә әбей (креслоһынан ырғып тора). Кит юҡты, холоҡһоҙ! Оятҡа ҡалдырып ни…
Хөсәйен ҡарт. Атаҡ, атаҡ, беҙ тышҡа сығып ингәнсе килештегеҙҙәме ни?
Шәмсетдин ҡарт. Ну, аҙғын…
Фәүзиә әбей. Кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә тиҙәр, Ырыҫбай!
Ырыҫбай ҡарт. Ышанһалар ҙа, ышанмаһалар ҙа… Әйҙә, Фәүзиә! Йәшлегем заяға үтте, исмаһам, ҡартлығымда мине бәхетле итеүҙән баш тартма!
Шәмсетдин ҡарт. Аҙғын, холоҡһоҙ, килгәненә ике көн юҡ, ул янъял ҡуптара бында…
Ырыҫбай ҡарт. Ниндәй янъял булһын, ти, Шәмсетдин! Туй буласаҡ!
Шәмсетдин ҡарт. Фәүзиә, ул ысынды һөйләйме, әллә ауыҙынан ни сыҡҡанын ишетмәйме? (Аптырап был икәүгә ҡарай.)
Фәүзиә әбей (Ырыҫбайға ҡарап ҡул ғына һелтәй).
Ырыҫбай ҡарт. Йылдар үтте, һине нисек кенә оноторға тырышһам да, юҡ, булдыра алманым! Ирең ҡаты ауырыуҙан китеп барғас, хатта ҡыуанғайным… Тик хаталандым, һин мөхәббәтеңә хыянат итмәйем тип ҡырҡа баш тарттың. Әммә бөгөн ситкә типмә мине, бәхетһеҙ итмә!
Шәмсетдин ҡарт. Ну, йылан…
Хөсәйен ҡарт. Фәүзиә, ысынмы был, әллә шаяраһығыҙмы?
Фәүзиә әбей. Кит, исмаһам, һин аптыратма, Хөсәйен! Ниндәй ысыны булһын, ти! Йылдар артында ҡалғанды хәтерләүҙән бөгөн ни фәтүә?
Ырыҫбай ҡарт. Йә, сығаһыңмы миңә, Фәүзиә? Яуап көтәм!
Фәүзиә әбей. Һинең ыңғайыңа аҙғын тип уйлаһындар өсөнмө? Башыңа тай типтеме әллә? Оят юҡ үҙеңдә, былай ҙа далаға ҡыуылған ҡарсыҡты йонсотмаһаң…
Ырыҫбай ҡарт. Никахлашыуҙың ниндәй ояты бар?..
Фәүзиә әбей. Ҡартайған көнөмдә кәмһетмә мине, Ырыҫбай… Килешмәгәнде һөйләп…
Ырыҫбай ҡарт. Ике йәрҙең ҡауышыуы ҡасан килешмәгәне бар?
Хөсәйен ҡарт. Ай-һай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғаһың икән, Ырыҫбай! Ну шилма малай булып сыҡтың бит, әй! (Кеткелдәп көлә.)
Ырыҫбай ҡарт. Өмөтөмдө өҙмә инде, Фәүзиә! Былай ҙа нисәмә йыл көттөм! Иреңдең вафатынан һуң күпме тапҡыр һоратып килдем, әммә һин, бәлки, балаң хаҡына мине яныңда күрергә теләмәгәнһеңдер. Әммә бөгөн дә һуң түгел бит әле! Теребеҙ бит әле! Йәшәйбеҙ бит әле!
Фәүзиә әбей. Ырыҫбай, етер инде!
Ырыҫбай ҡарт. Исмаһам, ғүмерем ахырында бергә булырбыҙ тип яныңа килгәйнем бит, Фәүзиә!
Шәмсетдин ҡарт. Мин ҡаршы быға! Хайуан! Аҙғын! (Сығырынан сығып, йоҙроҡтарын төйнәп, Ырыҫбай ҡартҡа ташлана. Ыҙғыш китә. Үҙҙәрен саҡ айырып алалар.). Һеңлемдең башына еттең, хәҙер килеп бында…
Хөсәйен ҡарт. Шәмсетдин, был ни ҡыланыуың? Ғүмерҙә булмағанды…
Ырыҫбай ҡарт. Һин минең шкурала йәшәп ҡара ине!
Шәмсетдин ҡарт. Һин үҙең Шүрәле! Күрһәткәндәрең дә еткән миңә… (Иламһырай.)
Хөсәйен ҡарт. Мулла ҡатаһыҙ, кеше хатаһыҙ булмай, ҡорҙаш!
Фәүзиә әбей. Шәмсетдин тыныслан, ҡайҙа дарыу алып киләйем, булмаһа…
Ырыҫбай ҡарт (мөйөшкә китә). Эй-эх!..
Шәмсетдин ҡарт. Һинең кеүекте нисек ер йотмайҙыр! (Бер яҡ ситкә барып ултыра.) Ай, йөрәгем! (Йөрәгенә тотона.)
Хөсәйен ҡарт. Кит, ҡурҡытма әле!
Шәмсетдин ҡарт. Уф! (Карауатына барып ята.)
Фәүзиә әбей. Нимә булды, Шәмсетдин, әллә Гөлназ туташты саҡырайыҡмы?
Шәмсетдин ҡарт (Ымлап «юҡ» тигәнде ишаралай).
Фәүзиә әбей. Кисәнән бирле донъябыҙ түңкәрелдеме ни…
Шәмсетдин ҡарт. Шайтан килеп ояланы – бөтә бәлә шунан…
Ырыҫбай ҡарт. Эх, яҙмыш…
Йәнә телефон шылтырай. Хөсәйен барып алырға итә лә, ҡулын һелтәп ҡуя.
Ут һүнә.
Ут яна.
Ырыҫбай телефонында һандар йыя. Яуап ала алмай һәм ауыр көрһөнөп карауатына барып ултыра. Ишектән Хөсәйен ҡарт инеп килә. Ҡулына тәрилкә менән аш тотҡан. Шәмсетдин ҡарт һаман да карауатында ята.
Хөсәйен ҡарт. Сәғәт телдәре беҙҙе аямай… Күп тә ҡалманы тыуған яғымды ташлап китергә. Шәмсетдин, хәл индеме? Бына аш килтергәйнем үҙеңә. (Өҫтәлгә тегегә аш ҡуя.)
Ырыҫбай ҡарт. Эйе, ваҡыт үтә…
Хөсәйен ҡарт. Ҡайраттауға ҡарап туя алмайым… Уны башҡаса бер ҡасан да күрә алмаясағым тураһында уй йәнемде телә! Бында бит миңә хатта урамдың берәҙәк эттәре лә ҡәҙерле… (Ҡулы менән күҙҙәрен ышҡып ала.)
Ырыҫбай ҡарт. Эйе, ялан яғында ыжғыр бурандар ғына…
Ишектән Фәүзиә күренә.
Фәүзиә әбей. Хәҙисәне осратҡайным, иртәгә мине күрмәй китеп барма, ти. Эй, Аллам, шул тиклем ауыр булыр тип уйламағайным…
Хөсәйен ҡарт. Ҡартлығыбыҙҙа тибеләбеҙ инде!
Фәүзиә әбей. Атаҡ-атаҡ, Шәмсетдин һаман ятасы! Тороп тән яҙлыҡтырһаң ни була, көн яҡтыһында ятҡансы…
Ырыҫбай ҡарт. Минең менән сираттағы алышҡа хәл йыялыр!
Фәүзиә әбей. Етте, Ырыҫбай, етте…
Хөсәйен ҡарт. Әйҙә, йөҙ йыртышмайыҡ, Ырыҫбай. Ә һин тор, бала саға кеүек ятма, булмаһа тамаҡ ялғап ал…
Ҡулы менән Шәмсетдингә ҡағыла, тегенеһе тәрән итеп ыңғырашып ебәрә һәм әйләнеп ята. Йөҙө ап-аҡ.
Хөсәйен ҡарт. Атаҡ, нимә булды һиңә?
Фәүзиә әбей. Шәмсетдин, Шәмсетдин! (Тегенең ҡулынан тота.) Ай, тирҙәре йөҙөнә бәреп сыҡҡан бит бының!
Хөсәйен ҡарт. Йөрәгең тоттомо әллә? Хәлең юҡмы?
Тегенеһе аңлайышһыҙ итеп яуап бирә, ыңғыраша.
Ырыҫбай ҡарт. Был шытырға йыйынған бит! Булмаһа Гөлназ туташты саҡырайым, бәләһенән баш аяҡ!
Йүгереп сыға.
Хөсәйен ҡарт. Ай, Аллам, көтмәгәндә…
Фәүзиә әбей. Ауыр кисерҙе шул был Ырыҫбайҙы… Шәмсетдин һөйләшер ҙә хәлең юҡмы ни?
Хөсәйен ҡарт. Ай, Аллам! Дала яғына китмәҫ өсөн туңҡайғандыр был!
Аһылдап Гөлназ туташ менән Ырыҫбай ҡарт килеп инә.
Гөлназ. Хөсәйен бабай ҡырғараҡ китегеҙ әле. Шәмсетдин бабай нимә булды? Яуап бирә алаһығыҙмы? (Шәмсетдин ҡарттың пульсын тотоп ҡарай, тиҙ генә давлениеһын үлсәй.) Ырыҫбай ағай, һыу килтерегеҙ, йәһәт!
Ырыҫбай ҡарт. Хәҙер, хәҙер… (Һыу алып килә.)
Гөлназ. Әйҙә, Шәмсетдин бабай, ошо дарыуҙы ғына ҡап әле. (Шәмсетдин ҡарттың башын ҡалҡытып дарыу ҡаптырмаҡсы була, әммә тегенеһе уны эсә алмай.) Скорый саҡырырға кәрәк, срочно! (Телефондан шылтыратмаҡсы була, уныһын эшләтә алмай, буғай.) Уф, бынау тотмаған телефонын да әйтер инем! (Сығып йүгерә.)
Фәүзиә әбей. Бына көтмәгәндә…
Хөсәйен ҡарт. Иртән генә һин дә мин ине, шул Ырыҫбай менән ыҙғыш ҡына уны аяҡтан йыҡты инде.
Ырыҫбай ҡарт. Үҙе һеләүһен кеүек ташланған әҙәмгә ни…
Фәүзиә әбей. Берәй еренә төрттөңмө, тим, әллә Ырыҫбай?
Ырыҫбай ҡарт. Кит әле, Фәүзиә, юҡты һөйләп… Бөгөн-иртәгә үләм тип торған ҡартласҡа ниңә киҙәнәйем… Һинең менән никах уҡытам тигәнде үтә ауыр ҡабул итте…
Хөсәйен ҡарт. Кит инде, ҡорҙаш, минең яңғыҙымды далаға олаҡтырмаҡсы булаһыңмы? Эй, Аллам!
Гөлназ килеп инә.
Гөлназ. Фельдшер хәҙер килеп етәм тине. Скорыйға ла шылтыраттым. Хәле нисек?
Хөсәйен ҡарт. Үҙең күреп тораһың, ҡыҙым.
Фәүзиә әбей. Яман төштәр ыҙалата ине шул… Ҡазаға булған икән…
Ырыҫбай ҡарт. Шунсама саҡырымда ятҡан район үҙәгенән бында скорыйың килеп еткәнсе ун тапҡыр үлеп ун тапҡыр терелергә була инде!
Хөсәйен ҡарт. Ырыҫбай, һин янда булғанда терелеү бик шикле, буғай.
Гөлназ. Ағайҙар, тауышланмай тороғоҙ!
Фәүзиә әбей. Ауыҙыңдан ел алһын, Хөсәйен!
Ырыҫбай ҡарт. Хәҙер уның башына мин етте тимәксеһеңме?
Гөлназ. Ул иҫән көйө янында нимә теләһә нәмә һөйләйһегеҙ! (Асыулана.)
Ишектән фельдшер күренә.
Фельдшер. Ҡайҙағыҙ әле! (Тиҙ генә сумаҙанын сығара һәм Шәмсетдин ҡарттың пульсын тикшерә, давлениеһын үлсәй.) Нимә булғайны?
Хөсәйен ҡарт. Нимә тип ни? Бына Ырыҫбай менән сат-сот һуғыштылар ҙа…
Гөлназ. Аһ-аһ, һуғыштылар? Ырыҫбай ағай, был ысынмы?
Фәүзиә әбей. Арттырма әле, Хөсәйен, ул тиклем…
Ырыҫбай ҡарт. Ниндәй һуғыш булһын, әрепләшеп кенә алғайныҡ! Уның һүҙ күтәрә алмаған әҙәм икәнен эт белһенме!
Гөлназ туташ: Бына һиңә!
Фәүзиә әбей. Артыҡ тулҡынланып киткән һымаҡ булғайны шул…
Фельдшер. Тимәк, йөрәге… Гөлназ, әйләндереш әле (Шәмсетдин ҡартты әйләндереп укол ҡаҙайҙар. Фельдшер тегенең янында оҙаҡ ҡына мыштырҙай. Башҡалар шым ғына уны күҙәтә.)
Гөлназ. Рәмзиә апай, шунан нисек?
Фельдшер. Ҡулымдан ни килә – барыһын да эшләнем. Хәҙер бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә ихтыярында инде… Әйҙә әле. (Үҙе менән Гөлназ туташты ситкәрәк алып китә. Ҡарттар бөтәһе лә ҡолаҡтарын ҡарпайтып был икәүҙе тыңларға әҙерләнә.) Дөрөҫөн генә әйткәндә, өмөт аҙ. Ваҡыты еткәндер күрәһең, иртәгә тиклем йәшәмәҫ инде.
Гөлназ. Ай, Аллам!
Фәүзиә әбей. Абау!
Хөсәйен ҡарт. Нимә тине ул?
Фәүзиә әбей. Бахырҡайым…
Ырыҫбай ҡарт. Тимәк, шыта инде все тәки…
Хөсәйен ҡарт. Һин генә башына еттең! Дала имеш! Был беҙҙе бында уҡ туңҡайтасаҡ тип белеп әйткән икән!
Фәүзиә әбей. Юҡты һөйләмә әле, Хөсәйен!
Фельдшер. Янында ыҙғышып ауырыуҙың хәлен генә насарайтасаҡһығыҙ! Ярай, мин ҡуҙғалайым…
Гөлназ. Ярай, Рәмзиә апай… Бик булмаһа, һуңғараҡ тағы инеп сығырһың инде. Скорыйға ла шылтыратҡайным былай…
Фельдшер.: Ул был хәл була ҡалһа, иҫкәртерһең инде. (Сыға.)
Гөлназ. Бәлә кеше башынан йөрөй шул.
Фәүзиә әбей. Эйе, көтмәгәндә…
Ырыҫбай ҡарт. Үлемде берәү ҙә һорап алмай!
Гөлназ. Атаҡ-атаҡ, Шәмсетдин бабай әле үлмәгән бит әле…
Ырыҫбай ҡарт. Гөлназ туташ, беҙҙе һаңғырауға һанайһыңмы әллә? Фельдшер ауыҙынан сыҡҡанды беҙ ҙә ишетеп торҙоҡ!
Хөсәйен ҡарт. Үлемде һорап алмайҙар, имеш… Ай-һай, һине махсус рәүештә бында ебәрмәнеләрме икән? Беҙҙе иртәгә тиклем дөмөктөрөү өсөн – ул саҡта дала яғына оҙатып расходланмаясаҡтар бит.
Фәүзиә әбей. Етәр әле, Хөсәйен!
Гөлназ. Олатай, туҡтағыҙ!
Ырыҫбай ҡарт. Бәлки, ебәргәндәрҙер, әммә был турала һиңә һөйләмәҫмен инде, Хөсәйен брат! (Өҫтәл артына ултыра ла ҡалаҡ алып Шәмсетдин ҡартҡа тәғәйенләнгән ашты ашай башлай.)
Хөсәйен ҡарт. Аһ-аһ, нимә ҡыланаһың ул, йүнһеҙ?!
Ырыҫбай ҡарт. Нимә ҡыланам? Тамаҡ ялғайым – шул ғына!
Хөсәйен ҡарт (ярһып). Әҙәм аҡтығы, уны мин Шәмсетдин ҡорҙашҡа индерҙем! Нимә кеше өлөшөнә йәбешәһең!
Фәүзиә әбей. Ырыҫбай, улай ҡыланмаһаң да булыр ине…
Гөлназ. Етәр бөтәгеҙгә лә! Тыйылығыҙ, зинһар!
Ырыҫбай ҡарт: Ә мин нимә эшләгән? Бына-бына шытырға ятҡан Шәмсетдингә был аштың ни хәжәте? Әрәм булмаҫ, исмаһам!
Хөсәйен ҡарт. Ну, һин… Ну, һин… (Ни әйтергә белмәй.)
Ырыҫбай ҡарт. Берәү бер тәрилкә аш ашаған, имеш. Шуны ла күпһенмәһәң инде, Хөсәйен!
Хөсәйен ҡарт. Тығылып ҡына кит йәме!
Гөлназ. Ырыҫбай ағай, аш бүлмәһендә лә бар бит!
Ырыҫбай ҡарт. Бар ҙа ул, ҡапыл эсемдә бушлыҡ тойҙом, шуны баҫайым тигәйнем…
Карауатта ятҡан телефон шылтырай. Шәмсетдин ҡарт ҡапыл ныҡ итеп ыңғырашып ебәрә. Бөтәһе лә аһ итеп ҡала.
Гөлназ. Шәмсетдин ағай? (Шәмсетдин ҡарт янына эйелә.) Фәүзиә апай, кемдең телефоны…
Фәүзиә әбей. Ырыҫбай, һинең кирбесең бит!
Ырыҫбай ҡарт. Хәҙер, хәҙер… (Ырғып тора ла карауатынан телефонын алып ситкә китә.) Алло, алло, тыңлайым! Ә һинме ни? Эйе, барыһына ла шөкөр. Былай булғас осо күренә башлаған икән… Рәхмәт инде, рәхмәт! Үҙегеҙ ни хәлдә? Ярай, борсолма… Имен-аман ғына булығыҙ… (Тауышы ниңәлер моңһоу ғына яңғырай.)
Хөсәйен ҡарт. Был әҙәмдең берәүгә хәжәте бар икән… Знакумдары ла үҙе һымаҡтыр… Ҡәберең йыраҡ булһын… (Уфтана.) Эй, Аллам, бында ғына Шәмсетдин кеүек үлтер ҙә ҡуй! Этләтмә мине!
Гөлназ. Меңенсе тапҡыр ҡабатлайым, етәр әле һеҙгә!
Ырыҫбай ҡарт үҙ карауатына барып ята.
Хөсәйен ҡарт. Кемгәлер һинең дә кәрәгең бар икән, Ырыҫбай?
Ырыҫбай ҡарт. Шөкөр, Хөсәйен, шөкөр!
Фәүзиә әбей. Әллә бер-бер хәл булдымы?
Ырыҫбай ҡарт. Юҡ, Фәүзиә, знакум ғына хәл белешеп шылтыратырға булған.
Фәүзиә әбей. Шулаймы ни?
Шәмсетдин ҡарт ныҡ итеп ыңғырашып ебәрә һәм тартыша башлай.
Гөлназ. Шәмсетдин олатай! Шәмсетдин олатай! Эх, исмаһам, бынауы скорыйы ла һаман килмәй бит!
Фәүзиә әбей. Эй, илаһым, һуңғы минуттары яҡынлаша бахырҡайҙың…
Хөсәйен ҡарт. Үлде инде, үлде! Бөттө барыһы ла…
Ырыҫбай ҡарт. Иртән генә минең менән көрәшә ине… Хәҙер Ғазраил менән…
Гөлназ. Шәмсетдин олатай! Шәмсетдин олатай! (Ҡысҡыра.)
Фәүзиә әбей. Эй, Аллам, ҡотҡар беҙҙе…
Ут һүнә. Шаршау ябыла.
II бүлек.
Ут яна.
Ҡарттар йорто. Алыҫта әтәс ҡысҡырған тауыш ишетелә. Һағышлы ҡурай моңо яңғырай. Бөтәһе лә йоҡлай. Гөлназ Шәмсетдин ҡарттың карауаты янында ултырғыста йоҡлап ултыра. Кемдеңдер телефоны шылтырай. Шәмсетдин ҡыбырлап ҡуя.
Шәмсетдин ҡарт. Гөлназ ҡыҙым…
Гөлназ ҡапыл һиҫкәнеп килеп уяна. Бөтәһе лә ҡыштырҙай башлай.
Гөлназ. Әү, олатай, тыңлайым!
Шәмсетдин ҡарт. Бөгөн беҙҙең күсә торған көн түгелме һуң?
Фәүзиә әбей. Атаң башы Шәмсетдин, үҙең теге яҡҡа күсә яҙҙың бит! Ҡотто ғына алдың…
Гөлназ. Эйе, Шәмсетдин олатай, бөгөн юлға сығырға тейеш инек…
Хөсәйен ҡарт. Ай, Аллам, ғүмерең бар икән, ҡорҙаш! Дала яғын күрергә яҙғандыр…
Гөлназ. Хәлегеҙ нисек, Шәмсетдин олатай? Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
Шәмсетдин ҡарт. Яҡшырҙы, буғай… Бер сынаяҡ ҡаты ғына сәй эскәндә ищеү ҙә шәп булыр ине.
Тороп ултыра. Бөтәһе лә уның янына килә.
Гөлназ. Әйҙәгеҙ, бергәләп тамаҡ сылатып алайыҡ. Атларлыҡ хәлең бармы, олатай? Мин әҙерләй торайым…
Сыға.
Шәмсетдин ҡарт. Бар, бар ҡыҙым, егерме йәшлек егеттеке кеүек… (Көлгән була.)
Хөсәйен ҡарт. Эй, ҡояш арҡан буйы күтәрелгән дә икән. Кем телефондан шылтыратты икән? Йә аҙналар буйы шым тора, йә минут һайын шылтырап асыуға тейә.
Фәүзиә әбей. Эй, Шәмсетдин, дала яғына күсмәйем тип шулай ҡырталашмаһаң да булыр ине инде! Ҡот ҡынамды алдың… Ҡайҙа Гөлназ туташ янына сығайым әле, сәй ултыртышайым.
Сыға.
Шәмсетдин ҡарт. Ҡәҙеремде нығыраҡ белерһегеҙ! Ауырыуҙы һорап алаларҙыр шул… Ғазраил килеп иҫкәртеп китте, буғай.
Хөсәйен ҡарт. Ай-һай, мин һине шыта тип уйлағайным, Шәмсетдин! Баҡһаң, һине Ғазраил да ала алмай икән!
Шәмсетдин ҡарт. Был әҙәм дә мине шытыр тип өмөтләнгәйне бит (Ырыҫбай ҡарт яғына башын ҡарап һелкә.) Юҡ инде, минән тиҙ генә ҡотола алмаҫһығыҙ!
Хөсәйен ҡарт. Ниндәй ҡотолоу, ти, һинһеҙ ҡарттар йорто ҡарттар йорто һымаҡ булмаҫ ине… (Кирелеп ала). Бына төнө буйы йоҡларға ирек бирмәгәсең ни, көн уртаһына ҡәҙәр йоҡо һимерткәнбеҙ… Ә Ырыҫбайға ни – өҫтөнә утын ауҙарһаң да уянасаҡ түгел. Шуның телефоны шылтыратып йонсотто түгелме? (Ырыҫбай янына килә.)
Эй, йоҡо сүлмәге, дала көтә беҙҙе, дала! (Тегегә төртә лә ырғып китә.)
Кит булмаҫтайҙы! Гөлназ туташ! Гөлназ туташ, тим! (Һөрәнләй башлай.)
Шәмсетдин ҡарт. Нимә аҡыраһың ул тиклем?
Хөсәйен ҡарт. Был киткән, буғай! Тәне һыуынған… Ырыҫбай, тим, Ырыҫбай!
Шәмсетдин ҡарт. Һөйләмә юҡты… Ул киткәнсе, беҙ йөҙ китеп өлгөрөрбөҙ. (Яндарына тәнтерәкләп килә.) Абау икән…
Гөлназ. (Йүгереп килеп инә, уның артынан Фәүзиә әбей күренә.) Нимә булды тағы?
Хөсәйен ҡарт. Ырыҫбайға нимәлер булған, әллә теге ниткән инде…
Гөлназ. Ай, Аллам! Хөсәйен бабай, фельдшерҙы саҡыр…
Хөсәйен ҡарт сығып йүгерә.
Фәүзиә әбей (ауыҙын ҡулдары менән ҡаплап). Ырыҫбай! Ырыҫбай! Ай, Аллам! Тере генә була күрһен инде…
Шәмсетдин ҡарт. Үәт, бәлә…
Гөлназ (Ырыҫбай ҡарттың пульсын тотоп ҡарай, уның күкрәген баҫҡылай). Үкенескә ҡаршы, һуң… Киткән икән Ырыҫбай ағай…
Шәмсетдин ҡарт. Булмаҫ, булмаҫ…
Фәүзиә әбей (күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөрткөләй). Мәңге йәшәр кеүек Ырыҫбай ҙа… Кисә генә һин дә мин кеүек ине…
Гөлназ. Төндә йөрәге туҡтаған, буғай, бахырҡайҙың… (Тегенең күҙҙәрен яба һәм простыня менән ҡаплай.)
Хөсәйен ҡарт инә.
Хөсәйен ҡарт. Хәҙер киләм тине… Әллә киткәнме?
Шәмсетдин ҡарт. Эйе…
Карауатта телефон шылтырай. Бөтәһе лә бер-береһенә ҡараша.
Шәмсетдин ҡарт. Ырыҫбайҙың кирбесе шылтырай бит…
Фәүзиә әбей. Кем шылтырата икән?
Хөсәйен ҡарт. Кем булһын, шул һүҙгә әүәҫ знакумы йонсоталыр…
Шәмсетдин ҡарт. Гөлназ ҡыҙым, ал, һөйләш!
Гөлназ телефонды ала.
Гөлназ. Алло, алло! Әй, әттәгенәһе, насар ишетелә! Эйе, тыңлайым. Эйе, Ырыҫбай ағайҙың телефоны. Кем? Улы? Эйе… Тик… Ни бит әле…Ҡайғылы хәбәребеҙ бар… Ырыҫбай ағайыбыҙ бөгөн төндә үлеп ҡуйҙы… Ғәфү итегеҙ инде, көтмәгәндә… (Оҙаҡ ҡына тыңлай.) Рәхмәт инде! Хуш булығыҙ… (Трубканы һала ла шып ултыра.)
Иҫ киткес хәлдәр!
Шәмсетдин ҡарт. Нимә булған, Гөлназ ҡыҙым?
Хөсәйен ҡарт. Йә, ҡурҡытма, тиҙерәк әйтә һал!
Гөлназ. Улы шылтыратты! Нисек кенә ауыр булмаһын, әйттем инде…
Фәүзиә әбей.: Улы? Бахырҡайым…
Гөлназ. Ырыҫбай ағайға ҡарттар йортон ҡалдырасаҡтар, тип хәбәр итергә теләгән! Бер ниндәй дала яғына күсенергә кәрәкмәй, тине.
Фәүзиә әбей. Ата-а-аҡ…
Гөлназ. Эйе, Фәүзиә инәй, улы ҙур ғына түрә икән, өҫтәүенә депутатмын, ти… Баҡһаң, Ырыҫбай ағай, бында килер алдынан ҡарттар йортон ябасаҡтарын ишетеп, уға шылтыратҡан булған. Уныһы хәл итергә һүҙ биргән…
Шәмсетдин ҡарт. Тимәк, ҡыҙым, беҙ бер ниндәй дала яғына күсмәйбеҙме инде?
Гөлназ. Шуны хәбәр итергә шылтыратҡайным тине…
Хөсәйен ҡарт. Бына көтмәгәндә…
Шәмсетдин ҡарт. Тик Ырыҫбай үҙе китеп барҙы бит!
Гөлназ. Белмәйем инде хәҙер… Район хакимиәте ни тип әйтер… Баҡһаң, Ырыҫбай ағай ҡаты ауырыған икән. «Яныма саҡырһам да, күсеүҙән ҡырҡа баш тартты ла ҡуйҙы», – тине улы. Хаталы йәшлегем өсөн миңә ҡарттар йортонан да яҡшыраҡ урын булмаҫ, тигән. Ҡарттар йортон күсермәҫ өсөн бында килгән. Улы былай ғына беҙҙең турала борсолмаҫ ине, моғайын. (Устары менән йөҙөн ҡаплай.)
Фәүзиә әбей. Бик күп серҙәрем бар, оҙаҡламай белерһегеҙ, ваҡытынан алда асмай торайым, тигәйне. Ошо турала һөйләгәндер инде, бахырҡай.
Гөлназ. Мин килгәнсе атайымды һуңғы юлға лайыҡлы итеп әҙерләй тороғоҙ, тип үтенде…
Шәмсетдин ҡарт. Үҙе үлгәс, беҙҙе ҡабат далаға ҡыумаһалар ярай ҙа. Кире кешенең ни, үлгәс тә эше кире булмағайы… Уның улына беҙҙең кеүек берәҙәктәрҙең ни хәжәте бар.
Хөсәйен ҡарт. Дәәәә… Баҡһаң, ул тиклем хөрт әҙәм дә булмаған икән. Һуңғы көндәрен йәшәгәнен, исмаһам, һиҙҙертмәне лә бит…
Фәүзиә әбей. Бахырҡайым, эй, бахырҡайым…
Гөлназ. Хәҙер Ырыҫбай ағай менән матур итеп хушлашырға кәрәк.
Фәүзиә әбей. Никах тәҡдим иткән булды бит әле… Ә яҙмыш барыбер үҙенекен итә шул. Башыңды ташҡа бәр, ер тырнап ила – барыбер мәрхәмәт көтөп алырмын тимә! Эй, Аллам… (Яулыҡ осо менән күҙ ситтәрен һөртөп ала. Телефон шылтырай.)
Гөлназ. Тынысланығыҙ, Фәүзиә инәй, тынысланығыҙ. (Барып телефонды ала.) Алло! Алло, тим! Ғәфү итегеҙ, бер нәмә лә ишетелмәй. Эйе, ныҡ насар ишетелә! Юҡ, бөгөн күсмәйбеҙ. Алло!
(Телефонды һала.) Ошо ҡороғор телефонды, сүп һауытына ғына сығарып ырғытам инде. Әллә кем булды… (Уфтана.)
Ут һүнә.
Ут яна.
Ҡарттар йорто. Ишектән бер-бер артлы Шәмсетдин ҡарт менән Хөсәйен ҡарт килеп инә.
Шәмсетдин ҡарт (йырлай).
Үткән ғүмеркәйҙәр бер төш кеүек,
Беҙҙән дә ҡалыр бары хәтирә,
Бәхеттәрҙе Хоҙай бик аҙ бирҙең,
Ә ғазапты, эйе, бик күп күрҙем,
Әммә түҙҙем…
Сөнки йөрәккәйем,
Йөрәккәйем барыһын күтәрә…
Йөрәккәйем барыһын күтәрә…
Хөсәйен ҡарт. Бына, Ырыҫбайҙы ла ҡуйып ҡайттыҡ. Элгәре көн генә һин дә мин йөрөгән әҙәмде. Башыма сал ҡунды – барыбер аңлай алманым был донъяны.
Шәмсетдин ҡарт. Эйе, түңкәрә һуға ла ҡуя, яҙмыш. Мин мәңге тип күкрәк һуғып йөрөһәң дә, барыбер ҡалмайһың. Хатта Ырыҫбай кеүектәрҙе лә ер ҡуйынына һала. Зар илаған һеңлемдең рухы алдында яуап бирәһе бар әле уға!
Хөсәйен ҡарт. Ә улы былай ничего ғына ир-азамат күренә. Ҡайһы арала ҙур түрә булырға өлгөргән, тиерһең. Етемлектә буй еткерһә лә, атаһын һуңғы юлға оҙатырға ҡайтты бит. Байлыҡты һәм вазифаны Аллаһы Тәғәлә уға бушҡа ғына бирмәгәндер. Шундай атанан нисек шундай ул тыуған тиһең…
Шәмсетдин ҡарт. Ырыҫбайҙы ла үҙ янына йәшәргә саҡырыуын әйтсәле! Килештерер ине Ырыҫбай. Бында ғына бер нисә көн эсендә донъяның өҫтөн аҫҡа килтерә яҙҙы…
Хөсәйен ҡарт. Ярай, ҡорҙаш, мәрхүм тураһында йә яҡшыны ғына һөйлә йә бөтөнләй өндәшмә, тиҙәр.
Шәмсетдин ҡарт. Ҡанымды күп эсте, шуға ғына әйтәм...
Хөсәйен ҡарт. Әйҙә, мәрхүмгә арнап доға ҡылып алайыҡ булмаһа…
Икәүләп доға ҡылалар.
Телефон шылтырай. Хөсәйен ҡарт телефонды барып ала.
Хөсәйен ҡарт. Әллеү! Ишетелмәй! Әй, әттәгенәһе! Эйе, эйе, тыңлайым. Фәүзиә ҡарсыҡ ни урамда… Кем, кем? Ула-а-а-ай икән… Көтөр, көтөр, әйтербеҙ. Ыһы, шулай… Көтөр тим бит… (Телефонды һала.) Табутҡа ятҡанда ищеү иҫеңә төшөрөргә кәрәк ине. Оят юҡ шул, юҡ... Тере балаһы булғанда кеше ҡарттар йортонда көн итергә тейешме ни? (Асыуы йөҙөнә сыҡҡан.)
Шәмсетдин ҡарт. Тағы нимә булды? Кем маҙаһыҙлай?
Хөсәйен ҡарт. Фәүзиәнең ҡыҙы шылтыратты! Шул бисура көн һайын шылтыратып яфалаған икән!..
Шәмсетдин ҡарт. Кит, булмаҫтайҙы! Ҡыҙы ҡайҙалыр бомж булып йөрөй тип һөйләгәйнеләр бит!
Хөсәйен ҡарт. Һөйләһәләр ни, һөйәкһеҙ тел ни һөйләмәҫ!
Шәмсетдин ҡарт. Уныһы шулай, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Ҡартайған әсәһен күреп китергә булдымы икән?
Хөсәйен ҡарт. Беҙҙе далаға алып китерҙәрен ишетеп ашығып килә икән. Бына-бына килеп етәм, зинһар, ҡуҙғалмай торһондар тип үтенә.
Шәмсетдин ҡарт. Моғайын, үҙенә алып ҡайтырға теләйҙер, дала яғына ебәрмәҫ өсөн. Фәүзиә ҡарсыҡты иҫкәртергә кәрәк. Нисәмә йыл күрмәгән бит балаһын… Ҡыуанысынан бер-бер хәл булмаһын.
Хөсәйен ҡарт. Эйе, йөрәге ярылып ҡуймаҫ, тимә.
Ишек асылып китә һәм унан Фәүзиә ҡарсыҡ күренә.
Фәүзиә ҡарсыҡ. Бына Ырыҫбайҙы ла хәтерләргә генә ҡалды. Шулай берәм-берәм китешеп бөтөрбөҙ инде. Ярай, дала яғында ятмаҫбыҙ исмаһам, шул ғына күңелде йылыта… Һеҙгә ни булды?
Хөсәйен ҡарт. Ни, Фәүзиә, әйтер һүҙ бар бит әле.
Фәүзиә әбей. Әлләсе, булһа әйтә лә ҡуя торғайның…
Хөсәйен ҡарт. Ни бит әле… Һин түлкә артыҡ борсолма.
Фәүзиә әбей. Кит йүнһеҙ, кеше ҡурҡытып. Тағы нимә булды? Бәлә килдеме? Йә, йонсотма…
Хөсәйен ҡарт. Ҡыҙың…
Фәүзиә әбей. Ай, ҡыҙым! (Креслоға сүгәләй.) Ошо хәбәрҙе ишетмәй үлһәм тип күпме теләнем! (Йөҙөн ҡаплап үкһей башлай.)
Хөсәйен ҡарт Атаҡ-атаҡ…
Фәүзиә әбей (илаулап) Ҡурсалай алманым шул балам… Яныңда була алманым, йәнекәйем. Ғәфү итсе, мине, ғәфү ит. Хәҙер һуңғы юлға оҙатырға ла бара алмаҫмын инде… Эй, Хоҙайым, мине лә алып кит янына…
Шәмсетдин ҡарт. Ни һөйләйһең, Фәүзиә? (Албырғап ҡала.) Һин, туңбаш, нимә ҡылдың? (Хөсәйенгә ҡарап ҡысҡыра.) Кешене күрәләтә үлтерә яҙҙың түгелме?
Хөсәйен ҡарт. Мин, киреһенсә, артыҡ ҡыуанмаһын тип… Ҡыйын булып ҡуйыр тип…
Шәмсетдин ҡарт. Артыҡ ҡыуанмаһын тип имеш… Ну, һиңмай, ана, хәҙер сеңләп илап ултыра, шатланыр урынға (Фәүзиә әбей аптырап был икәүгә баға.) Ҡыҙың, һине күрергә ҡайтып килә. Хөсәйен шул турала әйтә алмай яфаланды, ҡыуанысынан яңылышлыҡ килмәһен тип, иҫәүән.
Фәүзиә әбей (креслонан торорға итә, тора алмай). Ҡыҙым ҡайтып килә? (Ҡалтыранған тауыш менән һорай.)
Хөсәйен ҡарт. Ғәфү ит инде, Фәүзиә, әллә нисек йәпһеҙ килеп сыҡты.
Шәмсетдин ҡарт. Эйе, яңыраҡ ҡына телефондан үҙе шылтыратты, Хөсәйенгә далаға алып китмәй торһондар тигән.
Фәүзиә әбей. Нисек ҡайтып килә! Ай, Аллам! Төштөр был, төштөр… (Үҙен-үҙе бер нисә тапҡыр семетеп ала.)
Шәмсетдин ҡарт. Моғайын, һине үҙенә алып ҡайтырға йыйыналыр! Дөрөҫ әйткәнһең, Фәүзиә, килеп алырҙар тип… Хәҙер бына беҙ көнләшеп ултырып ҡалырбыҙ инде…
Фәүзиә әбей. Бәғеркәйемде күрер көндәрем дә бар икән! Ҙур рәхмәт инде, Хоҙайым…
Шәмсетдин ҡарт: Һинһеҙ был йорттоң йәме лә юғала инде, Фәүзиә…
Фәүзиә әбей. Юҡты һөйләмә, юғалмаҫ, Шәмсетдин! (Өтәләнә башлай. Ҡайҙандыр яулыҡ килтереп сығара.) Яңы яулығымды ябынайым әле, әсәйем ҡарсыҡҡа әйләнгән тимәһен. Гөлназ туташҡа ла әйтә һалайым. Ҡыҙым оҙон юлдан арып килә бит, өҫтәл йәйәйем, булмаһа.
Хөсәйен ҡарт. Ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй тип белмәй әйтмәгәндәрҙер боронғолар.
Шәмсетдин ҡарт. Ысынлап та, ҡыҙыңды матур итеп ҡаршы алайыҡ, Фәүзиә! Ҡарттар йортонда йонсоп яталар икән тип уйламаһын әле!
Фәүзиә әбей. Ай, Аллам, рәхмәт төшкәрҙәре. Бәлки, ейәнсәрҙәрем дә үҙе менәндер, эй, арҡаларынан бер һөйһәм ине тип күпме зарыҡтым (Бүлмәнән сығып йүгерә.)
Шәмсетдин ҡарт. Хәҙер туйғансы һөйөрһөң инде! (Артынан ҡарап ҡала.)
Хөсәйен ҡарт. Бына бит шатлыҡ нимә эшләй – кисә саҡ йөрөгән Фәүзиә оса ғына!
Шәмсетдин ҡарт. Шулай, Хөсәйен! Әйҙә, өҫтәлде ошонда күсерәйек, булмаһа, аш бүлмәһендә бөтәбеҙгә лә тығыҙ булыр. Тот әле бер яғынан… Күмәкләп ултырырбыҙ, исмаһам… (Өҫтәл күсерә башлайҙар.)
Хөсәйен ҡарт. Әйҙә, Шәмсетдин, әйҙә… (Өҫтәлдең бер яғына барып йәбешә.)
Шәмсетдин ҡарт. Байрам хөрмәтенән теге аҡбашты ла сығарырһың ул, моғайын? (Кеткелдәп көлә.)
Хөсәйен ҡарт. Ниндәй аҡбаш? Ах, шилма малай, һинән сер юҡ инде! (Ҡушылып көлә.) Ә һин карауатың аҫтындағы тальянкаңдың саңын ҡағып алһаң, шәп булыр ине, Шәмсетдин!
Шәмсетдин ҡарт. Бындай байрам хөрмәтенә һыҙҙырабыҙ беҙ уны! Күршеләр һиҫкәнерлек буласаҡ! Әйҙә, аптыраһын әле Фәүзиәнең ҡыҙы!
Ут һүнә.
Ут яна.
Фәүзиә әбей, Хөсәйен һәм Шәмсетдин ҡарт ултыра. Уртала һыйға бай өҫтәл. Тышта машина тауышы ишетелә һәм йорт янында туҡтай. Шәмсетдин ҡарт менән Хөсәйен ҡарт тәҙрәгә ҡаплана.
Фәүзиә әбей. Ҡыҙыммы әллә? Ҡуй, өҫтөмдө ҡарайым әле, оятҡа ҡалып ҡуймайым. Төш кенә булмаһын был бәхетем… Эй, Аллаҡайым…
Хөсәйен ҡарт. Юҡ, ҡыҙың түгел икән. Берәй йомош менән йөрөүселер.
Шәмсетдин ҡарт. Юҡ, беҙҙең яҡ кешеһенә лә оҡшамаған.
Фәүзиә әбей. Минең ҡыҙым бит баш ҡалала йәшәй. Был яҡтарға ҡайтып йөрөргә ваҡыты ла юҡ, шуға өндәшмәгәйнем берәүгә лә. Юҡ, яңылыш шылтыратҡандарҙыр, төшөнмәгәнһеңдер, Хөсәйен…
Хөсәйен ҡарт. Мине ҡарт алаша тигәс тә, бөтөнләй аҡылдан яҙған тиһеңме?
Шәмсетдин ҡарт. Ай-һай, бутаманыңмы икән, Хөсәйен?
Хөсәйен ҡарт. Кит әле, йүнһеҙ, һин генә аптыратмаһаң!
Шул ваҡытта ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Бөтәһе лә ишеккә ҡарай төбәлә. Унан бик зиннәтле кейенгән урта йәштәрҙәге ҡатын күренә. Янында костюмда ниндәйҙер ир. Фәүзиә әбей йөрәген баҫып тора.
Ҡатын ишектән инә лә Фәүзиә әбейгә төбәлә.
Ир: Здрасте!
Әҡлимә. Әсәй!
Фәүзиә әбей. Ҡыҙғынам… Әҡлимәкәйем… Өнөммө был, төшөммө... (Ҡыҙына ташлана. Улар ҡосаҡлашалар.)
Әҡлимә. Әсәй… Мамочка… Шул тиклем һағындым һине… Хәлдәрең нисек?
Фәүзиә әбей. Әҡлимәм… Был минуттарҙы ла кисерер көнөм бар икән… Һине бер күреү өсөн ҡылған доғаларымды әллә Хоҙай ишеткән инде…
Әҡлимә. Рәхмәт, әсәй, һис шикһеҙ, ишеткәндер...
Шәмсетдин ҡарт (бер яҡ ситкә ҡарап). Һағынғас, биш йылға бер исмаһам, килеп күрәләр…
Хөсәйен ҡарт. Шым… (Терһәге менән тегегә төртә.) Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! (Аптырашҡан тегеләргә икмәк һәм тоҙ килтерәләр.) Алыҫ юлдан арып киләһегеҙҙер, ауыҙ итегеҙ!
Әҡлимә. Рәхмәт! (Аптырап Шәмсетдин менән Хөсәйен ҡартҡа ҡарай.)
Фәүзиә әбей. Эй, илаһым… Һине һуңғы тапҡыр күргәнемә нисәмә йыл үтте… Ейәнсәрҙәремдең арҡаһынан бер тупылдатып һөйһәм ине тип хыялландым…
Ир. Ҡабаланып сығып киттек шул, уларҙы алып килеп булманы.
Әҡлимә. Ейәнсәрҙәрең һине һағынғандар, мамочка! Мин дә бик ныҡ һағынып килдем – бығаса ҡайтып булманы бит.
Фәүзиә әбей. Аллаһыма рәхмәт уҡып бөтөрә алмаҫмын инде бынан ары… Шатлығымдың сиге юҡ… Хәҙер инде үлһәм дә үкенмәйем…
Әҡлимә. Үлмәй тор әле, әсәй. Бер ҙә бирешкәнгә оҡшамайһың. Өҫтәлегеҙ ҙә мул ғына күренә. Атыу ҡарттар йортонда ас тоталар тигән булалар бит! Дала яғына ебәрмәйҙәрме ни һеҙҙе?
Фәүзиә әбей. Юҡ, ебәрмәйҙәр икән, ҡыҙым, ебәрмәйҙәр. Эй, ҡайғырғайным, ете ят ерҙә ятырмын тип…
Әҡлимә (иренә ҡарап). Ә һин ашыҡтыраһың, аңын-тоңон төшөнмәйенсә!
Ир. Ну мне так сказали…
Фәүзиә әбей. Ә нимә булды һуң, ҡыҙым?
Әҡлимә. Әсәй, беҙ бит һеҙҙе ҡайҙалыр оҙаталар тип ишеттек, шуға ла ашығып килеп еттек. Ә хәҙер бер килгәс эште лә ослап ҡуяйыҡ инде. Һин барыбер бында йәшәйһең бит, шуға йортто һатып ебәрһәк тигәйнем… Һинең ризалыҡ биргән ҡултамғаң ғына кәрәк.
Фәүзиә әбей. Ә…
Шәмсетдин ҡарт. Бына һиңә мә!
Хөсәйен ҡарт. Нимә, нимә? (Ҡулдарын ҡолағына ҡуя, үҙе Шәмсетдингә ҡарай.)
Әҡлимә. Тормош ауыр бит, әсәй! Һатып ебәрһәк, әҙерәк беҙгә ярҙам булыр ине…
Ир. Беҙ әле уны арендаға бирәбеҙ ҙә инде, тик ҡайтып йөрөүе генә уңайһыҙ, үҙегеҙ белеп тораһығыҙ…
Фәүзиә әбей (телен саҡ әйләндереп). Ҡыҙым, атыу ҡалала ҡалырға булдығыҙмы?.. Олоғайғас атай йортона ҡайтһаң, тигәйнем…
Ир. Ауылда ниндәй перспектива…
Әҡлимә. Әсәй, ейәнсәрҙәреңде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит, көн һайын расход! Әле бына өлкәне Германияға уҡырға барам, ти… (Ҡағыҙҙарын килтереп сығара.) Ошонда ғына ҡул ҡуйһаң, ҡалғанын үҙебеҙ ҙә эшләрбеҙ.
Фәүзиә әбей (ҡулдары менән йөрәк тәңгәлен тота). Ни бит әле…
Шәмсетдин ҡарт (түҙмәй, ҡапыл ҡысҡырып ебәрә). Что вы себе позволяете? Бессовестные! (Бөтәһе лә тертләп китә.)
Хөсәйен ҡарт. Аҙғандар былар, хәбәрҙәре һаңғырауҙың да ҡолағын яра.
Шәмсетдин ҡарт. Ҡыҙым, әсәйең ҡарттар йортонда йәшәй! Оят түгелме һиңә!
Фәүзиә әбей. Ҡуй, Шәмсетдин, ҡуй…
Шәмсетдин ҡарт. Ҡуймайым! Че за безобразие! Мин уларҙы әсәһен алып ҡайтырға килгән икән, тим! Улар уның һуңғы ыштанын һалдырып алырға килгәндәр!
Хөсәйен ҡарт. Баштүбән был донъяһы… Мәсхәрә…
Әҡлимә. Извините, но вас прошу не вмешиваться в наши дела! Это наша семья!
Ир. Ағай, һеҙ бит бер нәмә лә белмәйһегеҙ…
Шәмсетдин ҡарт. Бында белергә лә кәрәкмәй! (Ырғып килеп тора.) Һеҙме семья? Һеҙме семья? Һеҙ – змея! Бына һеҙ кто! Беҙ уның семьяһы! Ә һеҙ! Ә һеҙ!.. Хәҙер бәреп ырғытам!
Фәүзиә әбей. Туҡта, Шәмсетдин! Етәр тим! Нишләп минең ҡыҙыма ҡысҡыраһың? Әҡлимә, ҡағыҙҙарыңды бир әле… (Әҡлимә ҡағыҙҙарҙы, ир ручка һуҙа.) Ҡайҙа ҡултамғамды ҡуйырға кәрәк?
Шәмсетдин ҡарт (ҡағыҙға барып йәбешә). Не позволю! Ҡуйма, Фәүзиә!
Хөсәйен ҡарт. Эйе, ҡуйма! Йортоң була тороп, бында йәшәргә ни!
Ыҙғыш китә. Әммә ир Шәмсетдинде этеп ебәрә һәм теге карауатҡа ҡолай, ыңғырашып күкрәген тота.
Фәүзиә әбей. Ҡуй, ыҙғышмағыҙ инде, Раббым!.. (Ҡарттарға ҡарап.) Балаларым бит! Ул йорттоң хәҙер миңә ни кәрәге…
Хөсәйен ҡарт. Уф-ф-ф!
Әҡлимә. Шулай шул, әсәй! Рәхмәт!
Фәүзиә әбей ҡул ҡуя һәм үкһеп илап ебәрә.
Ә һин бында ҡарауһыҙ түгелһең.
Шәмсетдин ҡарт. Һеҙ! (П-и-и-и-и-п) Тьфү һеҙгә! (Әҡлимә һәм ир яғына ҡарап төкөрә.)
Ир. По вам психбольница плачет!
Әҡлимә. Точно, ненормальные! Әсәй, бынан һуң һиңә йышыраҡ килеп йөрөрбөҙ! Ейәнсәрҙәреңде лә алып килербеҙ!
Фәүзиә әбей. Ярай, ҡыҙым…
Ир. Ладно, нам пора ехать, дети дома одни…
Әҡлимә. Һау бул әсәй! Онота яҙғанмын, бына күстәнәс алып килгәйнем! (Бер төйөнсөк сығара ла өҫтәлгә ултырта.) Ауырымаҫҡа тырыш! (Килеп таш һын һымаҡ ҡатып ҡалған Фәүзиә әбейҙе ҡосаҡларға итә, әммә тегенеһе ҡымшанмай.) Ярай беҙ киттек… (Ир менән сығып китәләр.)
Фәүзиә әбей. Рәхмәт, ҡыҙым…
Фәүзиә әбей тора ла барып төйөнсөктө аса һәм унан сәк-сәк сығара. Кескәй генә өлөшөн һындырып ала ла ауыҙына ҡаба.
Сәхнәлә ауыр тынлыҡ урынлаша.
Бер аҙҙан алыҫтан моңһоу ғына музыка ишетелә.
Фәүзиә әбей. Хөснуллам бер үҙе тигәндәй күтәргәйне ул йортто… Ярҙам итешер кешебеҙ ҙә булманы. Әммә тамамлап ингән көнөбөҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда – бәхетемдән түбәм күккә тейгәндәй булғайны. Өйөбөҙҙә ике ултырғыс һәм бер өҫтәлдән башҡа бер нәмә булмаһа ла… Әммә бәхетебеҙ бар ине… Ҡартым китеп барғас та, бар тапҡанымды ҡыҙыма оҙатып торҙом. Минең һымаҡ йонсомаһын, тинем. Тормош та ауыр бит… Бер тапҡыр ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы: «Әсәй, башҡа әбейҙәр рәхәтләнеп ҡарттар йортонда ла йәшәйҙәр бит. Яңғыҙ йонсоғансы», ти. Мин һүҙҙең ҡайҙа боролғанын төшөндөм инде… «Ә был өйҙө ҡуртымға бирһәк, беҙгә бер аҙ ярҙам булыр ине», тигәс, ризалаштым да ҡуйҙым. Фатирыбыҙҙы ҙурайтһаҡ, яныбыҙға алып ҡайтырмын, тигән булды. Әллә ни өмөтләнмәһәм дә, мине онотмаҫтар, һирәкләп булһа ла ҡайтып йөрөрҙәр тип ышандым. Бына бөгөн генә барлыҡ өмөттәрем селперәмә килде… Был донъяла хәҙер япа-яңғыҙ икәнлегемде төшөндөм… Ейәнсәрҙәремде күрә алыуыма ла ышанысым юҡ хәҙер. Эх, Хөснуллам иҫән булһа…
Хөсәйен ҡарт. Юҡ, өмөтөңдө өҙмә, Фәүзиә! Мин бына һикһәнде ҡыуһам да өҙмәйем әле! Улар ҙа бер саҡ аҡылдарына килерҙәр… Был донъяла әсәйҙән дә яҡын кеше юҡ икәнлеген төшөнөрҙәр, тик һуң булыр шул…
Шәмсетдин ҡарт (нимәлер әйтергә итә лә өндәшмәй, ҡул ғына һелтәп ҡуя).
Фәүзиә әбей. Кеше маңлайына яҙылғанды күрмәйенсә китмәйҙер инде…
Шәмсетдин ҡарт (ҡапыл карауатынан ырғып төшә). Фәүзиә, һинең яныңда беҙ бар бит! Беҙ – күптән бер ғаилә! Бер-беребеҙгә таяныс! Бындай байрам өҫтәлен дә әрәм итергә ярамай! Төкөрәйек бөтәһенә лә! Һыйланайыҡ әле! Мин бынан ары берәүгә лә һине йәберләргә юл ҡуймаясаҡмын!
Фәүзиә әбей. Рәхмәт инде! (Яулыҡ осонан йылмая.)
Шәмсетдин ҡарт. Фәүзиә, дөрөҫөн әйтәм – күңелемә бик тә хуш киләһең. Өлкән йәштә хистәр төплөрәк тә бит. Әйҙә, бергә булайыҡ! Никах уҡытайыҡ!
Хөсәйен ҡарт. Ата-а-аҡ! Кемде уҡытайыҡ тиһең?.. Давай, донъяның кәрәген бирәйек әле!.. (Дәртләнеп ырғып тора.)
Фәүзиә әбей. Эй, аптыраттығыҙ бит…
Шәмсетдин ҡарт. Ә һин аптырама, Фәүзиә! Бына мул табын – беҙҙең никах табыны булыр! Баш өҫтөбөҙҙә ҡыйыҡ бар! Тимәк, йәшәйбеҙ әле!
Хөсәйен ҡарт. Никах уҡытайыҡ тиһеңме ни? Дөп-дөрөҫ, Шәмсетдин! Йәшәйбеҙ икән былай булғас! (Фәүзиә әбей янына килеп ултыра.) Тик үҙемә-үҙем никах уҡый алмайым бит әле!
Фәүзиә әбей. Һуңғы көндәрҙә һоратыусылар күбәйҙе лә китте, ниңәлер… (Кеткелдәп көлә.)
Шәмсетдин ҡарт. Юҡ инде, ҡорҙаш, һин саҡ ҡына көтөп тор, йәме!
Хөсәйен ҡарт. Шаяртҡанды ла аңламаған кеше булыр икән!
Шәмсетдин ҡарт. Көл, Хөсәйен, көл!
Фәүзиә әбей. Әллә ниндәй көн булды… Ярай, ризалығымды бирәм, Шәмсетдин! Бәлки, ҡартлыҡта ла бәхет барҙыр!..
Шәмсетдин ҡарт. Булмай ни! Никахты Хөсәйен уҡыр!
Хөсәйен ҡарт. Өс доға беләм – моғайын, никах өсөн шул етәлер!
Шәмсетдин ҡарт. Етә, әлбиттә! Һин уҡы, уҡы ғына!
Фәүзиә әбей. Ул тиклем ҡыума әле һин… (Көлә.)
Өҫтәл артына ултырышалар. Ишек асылып китә лә Гөлназ туташ инә.
Хөсәйен ҡарт. Әйҙүк, Гөлназ ҡыҙым, маҡтап ҡына йөрөйһөң!
Гөлназ. Атаҡ, ниндәй байрам бөгөн?
Шәмсетдин ҡарт.: Беҙҙә оло байрам, ҡыҙым! Никах туйы!
Гөлназ. Нимә туйы? Никах туйы?
Шәмсетдин ҡарт. Тап өҫтөнә баҫтың – минең менән Фәүзиәнең тормошонда өр-яңы осор башланған көн!
Фәүзиә әбей. Оятыңдан ят та үл… (Кеткелдәп көлә.)
Хөсәйен ҡарт. Ниңә ул ят булһын! Беҙ бит друг, товарищ и брат!
Фәүзиә әбей. Брат ҡына шул…
Гөлназ. Юҡ, юҡ, нишләп оят булһын, ти, Фәүзиә инәй! Мин бик шат! Ҡотлайым һеҙҙе! Ихлас ҡотлайым! Күптән кәрәк ине!
Шәмсетдин ҡарт. Рәхмәт, ҡыҙым!
Хөсәйен ҡарт. Әйҙәгеҙ ултырышығыҙ, башлайыҡ. Шәмсетдин ҡорҙаш, һин үҙ теләгең менән Фәүзиәне ҡатынлыҡҡа алаһыңмы?
Шәмсетдин ҡарт. Эйе, Хөсәйен, алам! Башҡаса уны берәүгә лә рәнйетергә юл ҡуймам!
Хөсәйен ҡарт. Фәүзиә, һин үҙ теләгең менән Шәмсетдингә кейәүгә сығаһыңмы?
Фәүзиә әбей. Ҡуй инде, Хөсәйен… Улай уҡ төпкә төшмәйек. Аллаһ һүҙе менән сафсата ҡылмайыҡ. Никах ул бик изге төшөнсә бит… Шәмсетдин, һиңә – тәҡдимең, Хөсәйен һиңә тырышлығың өсөн рәхмәтлемен. Мин күрәм, аңлайым, һеҙ мине ҡайғы ҡосағынан тартып алыу өсөн туй уйлап сығарҙығыҙ. Хуш күңелле булыуығыҙҙан ҡара болоттарым таралды, зиһенем асылғандай булды. Ни тиһәң дә, тормошта ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә бара шул. Мин бит тәҡдимеңде шаярып ҡына хупланым, быныһын ауырға алма, Шәмсетдин. Яҙмыш бит беҙҙе никахһыҙ ҙа бер-беребеҙгә айырылмаҫлыҡ итеп бәйләгән. Ҡалған көндәребеҙ бергә ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, шуға өмөтләнәйек.
Хөсәйен ҡарт. Амин, шулай булһын!..
Шәмсетдин ҡарт. Ә мин ысынға алған булдым бит әле… Күктең етенсе ҡатына менеп китә яҙҙым! Эх-ма! Әммә хаҡлыҡ һиндә, Фәүзиә! Шулай ул, Хөсәйен брат, донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙа!
Хөсәйен ҡарт. Ҡарттар йортона ла дыуамал йәшлекте саҡырып була икән! Иң мөһиме, өмөт кенә булһын!
Гөлназ. Эйе, Хөсәйен бабай, өмөт менән йәшәгеҙ әле!
Хөсәйен ҡарт. Белгәндәремде уҡырға ла ваҡыт етте, шикелле! Бисмиллаһир-рахманир-рахим…
Ут һүнә.
Шаршау
Рәшит Рәил улы Зәйнуллин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. Мәктәп йәшенән шиғырҙар һәм мәҡәләләр яҙа, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа иһә «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Йәшлек» кеүек республика баҫмаларында әүҙем баҫыла.
Төрлө йылдарҙа «Аҙна» һәм «Башҡортостан» гәзиттәрендә, «Шоңҡар» журналында эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. «Хыял иле» шиғырҙар китабы һәм «Йәшәү көсө» публицистик йыйынтығы авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Читайте нас: