Башҡортостандың атҡаҙанған артисы-йырсы Миңзифа ИСҠУЖИНА: «Ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ матур булырға тейеш. Йәмһеҙ ҡатындар юҡ, бары ялҡауҙар ғына бар, тиҙәр бит әле. Шулай ҙа кеше эстән тыныс, йәшәйеше, эше менән ҡәнәғәт булһа, былар иң тәүҙә тышҡы матурлыҡта сағыла. Тормоштоң һәр өлкәһендә лә матурлыҡҡа ынтылған гүзәл заттарға гел һоҡланып ҡараным. Үҙен матур тип иҫәпләгән ҡатын-ҡыҙ ғына ысын мәғәнәһендә сибәр була. Ана шул эске ышаныс, күңел тыныслығы күпкә мөһимерәктер, моғайын.