+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам РӘХИМОВ:

"Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеләренә кейәүгә сыға", тип яу һалырға яраталар. Беҙ бер ҡыҙыбыҙҙы ла ситкә ебәрмәнек. (Дауамы сайтта -

- Уйлана башлаһаң, уйҙарҙан уйылып китерлек: кеше үҙен һаҡлаусы, ҡурсалаусы фәрештә ҡанаты аҫтында тыуа, тигән ышаныу бар бит халыҡта. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Тормош юлында миңә лә дөрөҫ юл күрһәткән, ошо юлдан йөрөткән, ситкә тайпылдырмаған фәрештәм барлығына ышанам хәҙер. Ә юл былай булды: тыуған ауылым Стәрлебаш районы Табылды ауылы мәҙәниәт йортондағы үҙешмәкәр театр, бейеү түңәрәктәрендә бәләкәйҙән шөғөлләнеүем минең артабанғы сәхнә тормошома этәргес булды. Хыялым мине 1987 йылда унынсы синыфты тамамлағас та туп-тура Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килде. Институтта Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Рифҡәт Исрафилов курсына эләктем, институтты ла 1991 йылда уңышлы ғына тамамланыҡ, шул уҡ йылдың апрель айында Стәрлетамаҡта театр асылды. Театрҙы ойоштороу эшен баш режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова бынамын тигән итеп атҡарып сыҡты. Илшат ағай Йомағолов та ул йылдарҙа унда эшләне. Беҙ, курсыбыҙҙан бер-нисә йәш белгес, институтты тамамлағас та туп-тура Стәрлетамаҡ театрына ҡайтырға һөйләшкәйнек. Әммә курсыбыҙ Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн артистар әҙерләгәс, күптәребеҙ баш ҡалала ҡалды. Стәрлетамаҡ театрына бер үҙем ҡайттым. Тыуған яғым булғанғалыр, был ҡала мине элек-электән үҙенә тартты. Яҙмышымды ошо ҡала менән бәйләүемә бер ҙә үкенмәйем. Әйткәндәй, тап ошо ҡалала ике йыл эшләгәндән һуң үҙемдең курсташым Физәлиә Ғәлина (Башҡортостандың халыҡ артисы) менән ғаилә ҡороп ебәрҙек. Тормош тигәнең ҡыҙыҡ: курсыбыҙҙағы биш ҡыҙҙың дүртәүһе студент саҡта уҡ үҙебеҙҙең курс егеттәренә кейәүгә сыҡҡайны, бишенсеһен мин ҡулымдан ысҡындырманым. Шулай, бер ҡыҙыбыҙҙы ла ситкә ебәрмәнек. Хәҙер тоталар ҙа, "Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт кешеләренә кейәүгә сыға", тип яу һалырға яраталар. Ҡыҙҙарҙы ситтәргә ҡалдырырға ярамай! Был да бик етди мәсьәлә.
Читайте нас: