-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиевкә

кәйефһеҙерәк сағында "Тыр-тыр" тип әгәр өндәшһәләр:

“Күңелем ҡырылмай! Юҡ, мин шатланам ғына. Сөнки мин балалар менән эшләйем. Әгәр балалар минең Тыр-тырҙы ҡабул итмәһә, минең менән тапшырыуға төшөргә ҡурҡһа, минең өсөн оят булыр ине. Көсләп, яһалма ғына уйнап йөрөгән образым булыр ине был. Ә былай балалар "Тамыр" студияһына килеп керәләр ҙә: "Ҡайҙа Тыр-тыр? Ул ҡайҙа йәшәй? Әле ҡайҙа ул? Ә уның кәләше бармы?" - тип һорай башлайҙар. Минең муйынға аҫылыналар. Мин уларҙы тиңдәшем һымаҡ күрәм. Мин улар менән тәкмәс атам, йығылып китәм. Быныһы ла яҙмыш бүләге. Тормошомда, юлымда гел генә яҡшы кешеләргә осрауым менән бәхетлемен”.
Халыҡ артисы шулай булырға тейештер ҙә - ихлас, халыҡсан.
Читайте нас: