+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"Байыҡ", "Башҡорт йыры" исемле уникаль проекттар авторы Рита Өмөтбаеваға бер һорау:

Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовтың бик ҡыҙыҡлы һүҙҙәре булған. Ул: "Түңгәүерҙәр менән - ҡурайҙа, үҫәргәндәр менән - йырҙа, бөрйәндәр менән бейеүҙә ярышма", - тигән. "Башҡорт йыры" менән "Байыҡ"ты ойоштороусы булараҡ, уның был һүҙҙәренә нисек ҡарайһығыҙ?

- Мин бындай бүленеште Урал тауының һыҙаты рәүешендә күҙ алдына килтерәм. Һаҡмар ағышы буйынса Рәшиҙә Туйсинанан башлап Мөхәмәт Иҙрисовҡа тиклем - бейеүселәр, Ишмулла Дилмөхәмәтовтан Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа тиклем - ҡурайсылар, Мөхәммәтйән Ҡаҙаҡбаевтан Сөләймән Абдуллинға тиклем - йыраусылар. Һәр бер халыҡ йыры хаҡында тарихи-музыкаль фильм төшөрөргә була. Киләсәктә, Алла бойорһа, уны эшләй алырлыҡ режиссерҙарыбыҙ буласаҡ. Улар әле үк күренә башланы. Мин, мәҫәлән, Алдар батыр менән Петр Беренсенең осрашыуы тураһында фильм төшөргөм килә.
Читайте нас: