-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә

Хәйҙәр ТАПАҠОВ. МОҢҺОҘ ЙӘШӘҮ:

Мәскәү метроһынан үткән саҡта бер яҡ ситкәрәк баҫҡан ялбыр сал сәсле скрипкасыны тап иттем. Ҡаҡса буйлы, ябай урам музыкантына шыпа ла оҡшамаған зыялы ҡиәфәтле ир ҡатмарлы классик әҫәрҙе еренә еткереп, оҫта итеп башҡарҙы. Йәмрәй йөҙлө, сиңерткә сиреүендәй ябырылышып, йыбырлашып унда-бында үткән-һүткәндәр уға ҡарамай, иғтибар ҙа итмәй ҡайҙалыр ашығалар, исмаһам, берәйһе бер аҙға ғына янында туҡталып уйнауға ҡолаҡ һалһасы, моңға тартылһасы. Юҡ! Аҙаҡтан донъя кимәлендә бик билдәле скрипкасының метрола сығыш яһауын ишеттем. Бәлки, теге саҡ күргән музыкантым ул булғандыр, кем белә...
Яңы йыл алдынан гитарасы егет көн ағышында өс-дүрт сәғәт самаһы супер-маркет алдында сығыш яһаны. Бында ла шул уҡ, Мәскәүҙәге хәл....
Күңелһеҙ һығымтаға килдем: ҡулланыусылар һәм аҡса ҡолдары менән тулған йәмғиәттә йәшәп ятабыҙ икән дә баһа. Һәммәһен тамаҡ туйҙырыу уйы ғына ҡыуа икән унда-бында, уларҙы матурлыҡ, нескәлек, моң йәлеп итмәй. Күҙ тоноп матди килемгә табыныуҙы, аңһыҙ хайуан ише өҙлөкһөҙ тамаҡ артынан сабыуҙы бер ниндәй ҙә әхлаҡ ҡалыптарына, рухи сиктәргә һыйҙырып булмай! Юғарыға, камиллыҡҡа ынтылыу, нәфислек тыуҙырыу, үҙенән аҙаҡ яҡты эҙ ҡалдырыу әҙәм балаһының төп тормош ҡануны түгелме ни?!
Читайте нас в