+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Венер КАМАЛОВТЫ тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ижад юлында яңы ролдәре һәм йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандырып, именлектә-һаулыҡта йәшәүен теләйбеҙ!– Венер, бер процент һәләт булһа, ҡалғаны тырышлыҡтан тора, тигәндәрен ишеткәнем бар. Һиңә килгәндә, һәләт менән тырышлыҡтың проценттар нисбәте нисек тип уйлайһың?

– 50X50, – тип яуапланы ул шунда уҡ. – Көсәнмәйенсә генә артыҡ әллә ни ҡыйрата алмайым. Һәләтһеҙ кеше ғөмүмән булмай. Бер процент һәләт барыбер һәр кемдә бар. Ә бына тырышлыҡ бөтәһендә лә юҡ. Был артист халҡына ла ҡағыла. Күбеһе сәхнәгә тәбиғәттән бирелгән таланты менән килеп сыға. Уға әллә ни тырышырға ла кәрәкмәй. Һәм, мин былай ҙа һәләтле, тип эшләргә ялҡауланып йөрөп, арбанан төшөп тә ҡала. Ә ҡайһы берҙәренә уңышҡа өлгәшер өсөн көнө-төнө эшләргә кәрәк...
Читайте нас: