+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәргә ике һорау:– Был яҙғандарым кемгә кәрәк инде, халыҡ барыбер әҙәбиәттән йыраҡлашты, тип ҡул һелтәгән саҡтарығыҙ бармы?

– Ер ярылһа, уның сатнағы шағир йөрәге аша уҙа, тиҙәр. Шағирҙарға бер заманда ла йәшәүе еңел булмаған, тип тә әйтәләр. Хәҡиҡәткә тап киләме был?
– Донъя кешенең кемлеген айырып тормай: батшаға ла, башҡаға ла көс еткеһеҙ йөк һалырға мөмкин. Әлбиттә, тәнендә йәне бар кеше ер “сатнағы”на битараф ҡала алмай, ә шағирҙар, нисек кенә юғары яңғырамаһын, – халыҡтың йәне ул! Иң беренсе йән тетрәнә! Юҡҡамы ни, ЦРУ-ның элекке етәксеһе Далес илебеҙҙе тарҡатыу буйынса төҙөгән доктринаһында әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе юҡ итеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтә: “Әҙәбиәт, театр, кино – кешелектең иң түбән ҡылыҡтарын сағылдырасаҡ. Үлтереш, талау, секс, көсләү кеүек әхлаҡһыҙлыҡты данлаған рәссамдарға төрлө йәһәттән ярҙам итәсәкбеҙ...” – ти ул. Абайлабыраҡ күҙ һалһаң, уның маҡсаттары бойомға аша һымаҡ... Әлбиттә, былар үтә торған “сир”, кешелекте һәләкәткә илткән “яман шеш”кә әүерелмәҫ тип өмөтләнәһең. Ғөмүмән, халыҡта һаҡланыу иммунитеты көслө ул! Борон-борондан ил баштары шағир һүҙенә ҡолаҡ һалыр булған, тиҙәр. Быға ышанмайым! Әгәр ҡолаҡ һалһалар, халыҡ көрлөктә, яу-дауһыҙ йәшәр ине, сөнки бер шағир ҙа яуызлыҡҡа, донъя ҡыйратырға саҡырмай. Һарай шағирҙары батшаға дан йырлау өсөн тотолған. КПСС заманында ҡәләм эйәләренең күбеһе “һарай шағиры” булды, дан йырлауҙан баш тартҡандар мандый алманы...
Бер һүҙ менән әйткәндә, “ер сатнағы” хәҡиҡәт яҡлы шағир йөрәгенә ҡағылып, шаңдауға әүерелә. Мәсьәлә шунда: кешеләр күңеле һаңғырауланманымы икән?!
– Был яҙғандарым кемгә кәрәк инде, халыҡ барыбер әҙәбиәттән йыраҡлашты, тип ҡул һелтәгән саҡтарығыҙ бармы?
– Халыҡ әҙәбиәттән түгел, әҙиптәр халыҡтан йыраҡлашманымы икән?.. Бәлки, беҙ кешеләрҙең күңеленә юл таба алмайбыҙҙыр, улар ҡабул итмәгән “емеш”тәребеҙ менән һыйлап маташабыҙҙыр. Һәр хәлдә, татлы “емеш”тән баш тартҡандарҙы күргәнем юҡ әле...
Ә күңел төшөнкөлөгө, тигәндә, кеше күңеле диңгеҙ кеүек: тулҡынлана, тын ҡала, штормдары ла булғылай. Яҙғандарым кемгә кәрәк инде, тигән уй башҡа килһә, үҙем өсөн кәрәк, тип йыуанам. Үҙең өсөн кәрәккән әйберҙе башҡарыу ҙа насар түгел бит. Ҡупыртыбыраҡ ебәрәйем әле: һандуғас, мине тыңлайҙармы икән, тип һайрамай...
Читайте нас: