+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТ ДЕБЕТ ШӘЛЕ ҺӘМ ЫРЫМБУР МАМЫҠ ЯУЛЫҒЫ

АЙЫРМА ҘУР! БЫНА НИМӘЛӘ:

Күренекле рус этнографы Сергей Руденко был хаҡта ХIX быуатта былай тип яҙып ҡуя: “...Көньяҡ Уралда башҡорт ҡатындары кәзә мамығынан иҫ киткес йылы шәлдәр бәйләй һәм уларҙы баҙарҙа һатып ғаиләһе өсөн аҙыҡ-түлек таба. Башҡорт ауылдарында өй һайын туҡыу станогы тора һәм кәзә мамығынан һуғылған бик сифатлы буй балаҫтар ҙа күп осрай”, – тип яҙа ғалим. Ул башҡорт ҡатындарының файҙалы шөғөлө Ырымбур губернаһында киң таралыуын билдәләй. Совет власы осоронда Ырымбур йөн яулығы – Оренбургский пуховый платок – тип аталып киткән йылы кейемдең тап башҡорт шәле традицияларында тамырланыуы шул яҡта йәшәгән-күргән бөтә кешегә билдәле. Ырымбур йөн яулыҡтарын етештереүсе фабрика ла тап башҡорт шәлдәренең матурлығын, кәрәклеген, файҙалы һәм зауыҡлы эш булыуын иҫәпкә алып асыла һәм бөтә ил-дәүләт ҡарамағына алына. Ырымбур, Ташкент, Өфө, Стәрлетамаҡ баҙарҙарында һәр ваҡыт Ағиҙел, Оло Эйек, Һаҡмар, Һүрәм, Ашҡаҙар, Юшатыр йылғалары буйында йәшәгән оҫталар етештергән йылы дебет шәлдәр һатылды. Йылғыр алыпһатарҙарҙың Башҡортостан ауылдары буйлап өй беренсә ябырылып йөрөп, Ырымбур һәм Урта Азия, Себер баҙарҙарында һатыу өсөн шәл йыйыуы әлеге көндә лә дауам итә. Мәҫәлән, бер Ейәнсура районында ғына ауылдарҙа йылына биш меңләп шәл бәйләнә. Улар ҡайҙа һатыла? Башлыса, Ырымбур яғына оҙатыла, унан алыпһатар юлы менән башҡа яҡҡа таратыла. Боронғо “Ебәк юлы” кеүек, “Дебет шәл юлы” ла киң тармаҡлы һәм өҙлөкһөҙ яңырып тора. Ҡыҫҡаһы, кәзә мамығын эшкәртеп, ҡулланыуға бәйле Рәсәйҙә ике абруйлы бренд бар. Беренсе бренд – борон-борондан Көньяҡ Башҡортостан хужалыҡ һәм тәбиғәт шарттарына ярашлы барлыҡҡа килгән уникаль кәсептең өҙөлмәй-юғалмай дауам ителгән күренеше – халыҡ оҫталары бәйләгән Башҡорт шәле. Икенсе бренд – Оренбургский пуховый платок, фабрикала бәйләнгән биҙәкле Ырымбур йөн яулығы. Шәл менән яулыҡтың айырмаһы билдәле. Әммә Башҡорт шәле менән Ырымбур яулығы – икеһе лә гүзәл хеҙмәт емеше.
Сәрүәр СУРИНА.
Читайте нас: