+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай:

“Титаник” фильмын ҡарағаным иҫемә төштө... (дауамы сайтта)

Тәүге тапҡыр был фильмды ҡарағанда мин караптың һәләкәткә осрауын, батыу фажиғәһен, пассажирҙарҙың күпләп һәләк булыуын ғына күрһәм, икенсеһендә кеше күңеленең мөҡәтдәс тойғоһо мөхәббәттең аяныслы асылын аңланым, өсөнсөһөндә “гигантомания”ның һәләкәтле йөкмәткеһе хаҡында уйландым, дүртенсеһендә һәләкәт алдынан илаһилыҡтан айырылмаған музыканттарға иғтибар иттем.
Сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт беҙҙе үҙенә ҡаратып тота “Соҡор”ҙо сәхнәгә ҡуйыусы режиссер һәм актер Радмир Дәүләтбәков. Хикәйәне күпкә алдан уҡыныҡ, әммә уны ошо
рәүешле сәхнәләштереү мөмкинлеген күҙ алдына ла килтерә алмағайныҡ. Хатта автор үҙе лә. Сәхнә закондары буйынса спектаклдә кәмендә ике һәм унан да күберәк персонаж ҡатнашып, уларҙың араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ, ваҡиғалар үҫеше, симпатия һәм антипатия, антагонизм һ.б. тамашасының диҡҡәтен үҙенә йәлеп итә ала. Ә бында Радмир ошоларҙың барыһын бер үҙе эшләне.
Ней атаһы, тиеп әйтер берәү. Соҡор эсендә бер генә Зөбәйер түгел, әллә нисә Зөбәйер ултырҙы. Улар:
"ЙӨРӘК ИХТИЛАЛЫ" тип атаған Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың мәҡәләһен тулы килеш июнь һанында уҡырһығыҙ. Әле журналға яҙылыу бара, онотолоп ҡалмағыҙ яҙылырға.
Читайте нас: