+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер мөхәббәт тарихы

Танылған йырсы Айтуған ҒƏЙЗУЛЛИН: “Атайым менән әсәйемдең мөхәббәт тарихын һөйләп үткем килә. Ул әкиәттә һүрәтләнгән батыр егет менән һылыу ҡыҙҙарҙыҡынан ҡалышмай:

Минең олатайым (әсәйемдең атаһы) инженер һөнәре буйынса эшләгән. Бер ваҡыт уны Каспий буйында урынлашҡан Аҡтау ҡалаһына эшкә саҡыралар. Олатайым яңы ғына ҡорған ғаиләһе менән шунда йәшәргә күсеп китә. Атайым Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһынан “Ирәндек” ансамбле менән Ҡаҙағстанға гастролгә килә. Артистарҙы ҡаршы алыуҙа буй еткергән әсәйем дә ҡатнаша. Шунда осрашып, танышып китәләр. Әммә иркенләп аралашырға ваҡыт самалы, атайыма ҡайтырға кәрәк. Ғишыҡ утында янған йәштәр, ҡабат күрешергә вәғәҙәләшеп, хушлашалар. Әйткән һүҙен тотоп, атайым 3 айҙан әсәйемде, урлап тигәндәй Өфөгә алып ҡайта. Бер-береһеҙ йәшәүҙәрен күҙ ал дына килтермәгән йәштәр никах уҡыта. Әлеге яңылыҡ олатайым менән өләсәйемә барып еткәс, атайымды ҡунаҡҡа саҡыралар. Ул табын артында ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерә. Кейәүҙәренең һағынышлы сәләме тыуған яғын һағынған олатайым менән өләсәйемдең күңелдәренә хуш килә. 1992 йылда Аҡтау ҡалаһында атай-әсәйемдең тәүге мөхәббәт емеше булып, мин донъяға килгәнмен”.
Читайте нас: