-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

СЕҢЛƏҮ...

УНЫҺЫ – ЙЫР ҘА, МЫР ҘА...

Бираҡҡа (йыраҡҡа, ситкә) ирекһеҙләп биреп ебәргән ҡыҙҙарҙы гел сеңдәп, йырҙап оҙаттылар. Күршебеҙ Сөләймән ағай йырға аяуһыҙ шәп булды. Йыр тигән мал беҙҙә һәләк күп инде ул. Бикте (бикле) һандыҡта ята шул ҡайсаҡ. Кәрәк, тиһәләр, иҫкә төшмәй. Тикәйҙән (тик торғанда, көтмәгәндә) иҫкә төшә ул, үҙ яйыңа йөрөп ятҡанда.
Сеңләү булды. Әл дә сеңдәп ебәрәһең тикәйҙән... ҡапылдан, тимәктәмен.
Сеңләү бер башланһа, туҡтатып та булмай... Һарһылтып, үтереп йырлайҙар уны. Йырҙап ҡарайыҡ, яҙа китмәһәк...
Әтекәйем өйөндә,
Ҡунаҡ ҡына түрендә,
Әтекәйемдең өйөнән киткәс,
Тапмам микән ишек төбөн дә...
Ай булды инде, ағасай,
Көн булды инде, ағасай,
Ат еккәндәр беҙгә китәргә,
Һау бул да инде, ағасай, –
шулай тиеп сеңдәп-һыҡтап, китәһе ҡыҙ ағаһына аҫылып, үтенеп йырҙай.
Шаршауҙы дүрт мөйөшөнән тотоп, ҡыҙҙы ҡаплатып тора ҡыҙҙар, еңгәләр, туғандары ҡыҙҙы берәм-берәм килеп ҡосаҡтап, йырҙап оҙаталар. Инәһе-әтеһе саҡырмайынса ҡайтмай, улар йәштәрҙе ҡушарлатып кире саҡырып ала, һыйы-һайы бөтмәҫ элек. Өс көндән алда, йәғни ҡыҙҙары ҡайны йортонда өстө йоҡтамайынса, саҡырмай инәләре алайҙа. Тегеләр ҙә жибәрмәй аны, өс көнһөҙ урамға ла сығармай, ҡот эйәреп сыға, тиҙәр. Ярамай, тип ышанғандар, ярамайҙы тотҡандар элгәре.
Балаҡатай ырыуы башҡорттарының телендә Сания Хәсән ҡыҙы Усманованан Сәрүәр Сурина яҙып алған.
Читайте нас: