+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ЯҘҒЫ УЙЫН БЕҘҘƏ ГӨРЛƏП ТОРҘО

Кәртә буйлау. Беҙҙә кәртә буйлап уйнау бар ине. Кәртә буйлауҙы бөтә ауыл көтә, бигерәк тә йәштәр:

Ҡыш буйы киндер талҡып, тетеп, иләп, һуғып зарығып ултыра бит улар.
Яҙ көнө киндер туҡмарға сығалар. Зыярат яғында, йылға буйында бер асыҡ урын бар, шунда ике бағана ултырталар – уларҙы өҫтән тоташтырып, оҙон бүрәнәне буйлатып нығытып һалалар. Кем ниндәй киндер һуҡҡан ҡыш буйы, шуны алып сыға, бағана өҫтөнә ошо киндерҙәрен бәйләп ҡуялар. Талҡышын ҡойор кәрәк тә киндерҙең (талҡыш – киндерҙең сүбе, эре ҡабыҡ ҡалдыҡтары). Еңгәләр, апайҙар сыға. Ҡулдарына икешәр туҡмаҡ – киндер туҡмағы тотоп алалар. Барабан һуҡҡан кеүек бер көйгә генә һуғалар, көй килтереп сығаралар. Бөтә ауылға ишетелеп тора ғәжәп бер көй булып. Уға ҡушып таҡмаҡтап ебәрәләр. Шаян-төртмә таҡмаҡтар күберәк, күңелде итеп туҡылдайҙар. Шунан китә кәртә буйлап уйнау. Йырҙап китеп баралар, парҙап китеп торалар. Оҡшағанын үҙ итеп, танышалар. Шундай матур ине донъя. Оҫталар үҙҙәре сығарып йырҙай, йыр ағыла төрлөһө. Халыҡ араһында оҙон көй йырҙаусы күп ине. Ултырырҙар ине мәжлестә, күҙҙәрен йомоп тороп һуҙып йырҙарҙар ине бергә, парлашып.
Тубылғы ла ағас – матур ағас,
Үҫә генә икән бит ерҙә.
Йырҙамаҫ та ерҙән ай йырҙарһың
Бар туғандар йыйылған ерҙә.
Рәҡип Сәғҙиев (Сәләхов) (1926 йылғы) скрипкала уйнаны. Халыҡ вис бүрәнә өҫтө тулып теҙелеп ултырып тыңлар ине. Һуғыш ваҡыты бит, кем тыңлай, кем илай.
Ҡурай беҙҙә осраманы. Ҡумыҙсы күп булды. Мөхәмәҙулла Вәхитов самодельный ҡумыҙ яһаны – ҡаҙ ҡаурыйы, һөйәк, ҡоро ҡабыҡ йә таҡта ла ярап ҡала ине. Үҙҙәре эштәп, үҙҙәре уйнаны кеше. Кейек ҡоштоң һөйәге һәләк тигәнсе ныҡ була бит ул – һис тә һынаһы түгел, сиртһәң, зыңлап тора. Киске уйындарҙа ҡумыҙсылар мейес башында теҙелешеп уйнап ултырҙы.
Балаҡатай ырыуы башҡорттарының телендә Сания Хәсән ҡыҙы Усманованан Сәрүәр Сурина яҙып алған.
Читайте нас: