“Мәҙәниәт” милли проектының беҙҙең республикала тормошҡа ашырылыуын күрергә Мәскәүҙән журналистар килде.
Ҡунаҡтар иң беренсе сиратта Дүртөйлө районының Әсән ауылы мәҙәниәт йорто-“күп тармаҡлы ауыл клубы”н ҡараны. Әсән ауыл моделле китапханаһы “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә 2020 йылдың сентябрендә асылған. Моделле китапхана булдырыуға 7,5 млн һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 5 млн тотонолған. Заманса мебель, компьютерҙар алынған, мөмкинлектәре сиклеләргә бар шарттар тыуҙырылған. Моделле китапхана урынлашҡан бина республика бюджетынан 24 млн һумға ремонтланған. Шундай ҙа матур мәҙәниәт усағында эш ҡайнай, балалар рәхәтләнеп шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡунаҡтар күренекле шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың музейында булып, файҙалы мәғлүмәт алдылар. Матур башланғыс – ауыл халҡы ойошторған Бабич баҡсаһында булып, ауылдың иҫ киткес тәбиғәте менән һоҡландыҡ. Һуңынан йыраҡтан килгән ҡунаҡтарҙы мәсеттә былау менән һыйланы ауыл халҡы.
Артабан Илеш районы Ябалаҡ ауылына юлланды пресс-турҙа ҡатнашыусылар. Ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алыу йыр-моң менән оҙатылды, башҡорт милли аҙыҡтарынан да ауыҙ итте баш ҡала журналистары. Ябалаҡ ауыл мәҙәниәт йорто ла “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә төҙөлгән. Эксплуатацияға 2020 йылдың 31 декабрендә тапшырылған. Ауыл халҡына ҙур бүләк булған ул. Бында 300 урынлыҡ заманса йыһазландырылған тамаша залы, төрлө түңәрәктәр, балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләй. Күҙ яуын алырлыҡ, ауылдың биҙәге булып торған мәҙәни йорто 40 млн һумға, федераль бюджеттан бүленгән 35 млн һумға төҙөлгән. Ябалаҡ мәҙәниәт йорто әҙерләгән концерттан һуң ҡунаҡтар Андреевка ауылына ашыҡты. 10-дан артыҡ милләт вәкилдәре йәшәгән ауылда ла заманса мөһабәт бина ҡалҡып сыҡҡан. Йәше-ҡарты кинәнеп яратҡан шөғөлөн табып, матур саралар үткәреп, дуҫлыҡта күңелле итеп йәшәй Андреевка халҡы. Ауылдың Еңеү паркы, вафат булғандарға арналған кәшәнә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе лә сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. 2020 йылда был мәктәп 17,1 млн, федераль бюджеттан бүленгән 12 млн һумдан артыҡ суммаға музыка ҡоралдары алған. Японияла эшләнгән Kawai рояле, яңы скрипкалар, баяндар, аккардеондар, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, уҡыу әсбаптары йәш быуын өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур байлыҡ ул, балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн көслө база булып тора. Балалар һәм уҡытыусылар әҙерләгән концерт номерҙары юғары кимәлдә башҡарылды. Афарин, тип әйтергә генә ҡала уларға!
Тыуған еребеҙ шау сәскәгә күмелгән миҙгелдә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарылған сара күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Ә Мәскәү журналистарын Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы, ябайлығы, ихласлығы хайран итте.
Дүртөйлө һәм Илеш районы етәкселегенә, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә, ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршылаған ауылдар халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.