-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИН:

Ғүмерҙә лә ундай уңайһыҙ хәлгә тарығаным юҡ ине әле!Уның йөҙөнә ҡараным да, шаҡ ҡаттым. Ул инәй шул тиклем матур (дауамы сайтта):

Әле яңыраҡ тағы ла бер ҡыҙыҡ хәлгә тарыным. Ҡатыным менән ауылға ҡайтып барабыҙ. Межгорье ҡалаһының заправкаһында туҡтап, бензин ҡойоп алырға булдым. Яғыулыҡ багына пистолет ҡуйып, аҡса түләп килдем. Ҡараһам, ҡаршы яҡта Хендай машинаһы тора. Водитель егет кассаға инеп китте, ә пассажир креслоһында яулыҡ ябынған инәй сабыр ғына көтөп ултыра. Уның йөҙөнә ҡараным да, шаҡ ҡаттым. Ул инәй шул тиклем матур ҡартайған, шул тиклем мөләйем, йөҙөнән илаһи бер нур бөркөлөп тора. Түҙмәнем, тиҙ генә ҡатыныма күрһәтә һалайым тип, машинаға индем. Хәҙер ҡатыным менән икәүләп һоҡланып ҡарап ултырабыҙ. “Нисектер әсәйемде хәтерләтә”, – тип ишекте яптым да, ҡуҙғалып китем. Бер ваҡыт шарт иткән тауышҡа һиҫкәнеп киттем. Ҡатыным, машинаның аҫтын бәрҙең, тип борсола башланы. Ҡараһам, заправка шлангыһын һөйрәтеп китеп барам. Ғүмерҙә лә ундай уңайһыҙ хәлгә тарығаным юҡ ине әле!
Читайте нас: