+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өй һайын тиерлек биҙәүестәр фронт өсөн йыйып оҙатылған

Өлкәндәрҙең: "Бер селтәр - бер танк хаҡы булды, - тип һөйләгәндәре иҫтә.

Сибай ҡалаһында йәшәгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады белгесе, кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, башҡорт милли кейемдәре аксессуарҙары эшләү буйынса танылған оҫта Асия Солтан ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА:
- Кешегә бөтөн нәмә әсә теле аша бирелә: аҡыл, тәүфиҡ, зиһен, аң-белем, талант... Миңә йыш ҡына, халыҡ ижадын ҡайҙан шулай яҡшы өйрәндең, уға ҡайҙа уҡыттылар, тигән һорау биреп аптыраталар. Әйткәндәй, халыҡ ижады белгесе, фольклорсы булырға бер ерҙә лә өйрәтмәйҙәр. Әсә теле аша ғаиләлә бирелә кешегә был аманат. Икенсенән, халыҡтың ауыҙ-тел ижады белгесе булыу - ул һөнәр түгел, ә күңел торошо, тип әйтер инем. Был ғилем миңә әсәйемдән һәм, ғөмүмән, нәҫелдән бирелгәндер, тием. Әсәйем уҡытыусы булды, гел миңә әкиәт һөйләр ҙә ҡысҡырып китап уҡыр йә ҡобайырҙар әйтер ине.
Ҡартәсәйем ҡул эштәре менән булышҡанда гел уның янында ярҙамлашып ултыра торғайным. Элек урындыҡҡа буй балаҫ түшәйҙәр ине. Ҡартәсәйем матур итеп ана шундай балаҫ һуға, ә мин уға буй-буй таҫмалап сепрәк ҡырҡам, еп тартышам. Ҡартәсәйем шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәре - селтәр, һаҡал, түшелдерек кеүек аксессуарҙар оҫтаһы ла ине. Әле лә хәтерләйем: ҡайһы бер ауылдаш апайҙар һандыҡ төбөндә ҡомартҡы булып ятҡан, ләкин файҙаланырлыҡ хәлдә булмаған селтәр, ҡашмау, түшелдеректәрен ҡартәсәйемә килтереп, яңыртып эшләп биреүен үтенәләр ине. Ҡартәсәйем эшләй эшләүгә, ләкин уның был эште ҡурҡыбыраҡ, йәшереп эшләүе хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бит өй һайын тиерлек булған ошондай биҙәүестәр фронт өсөн йыйып оҙатылған. Өлкәндәрҙең, бер селтәр - бер танк хаҡы булды, тип һөйләгәндәре лә иҫтә. Күрәһең, ҡартәсәйемә ана шунан тороп ҡалған әйберҙәрен килтергәндәрҙер. Әйткәндәй, хәҙер башҡорт милли костюмдары биҙәүестәрен яһаусы оҫталар ҙа юҡ бит. Ә нисек кәрәк улар! Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр, аң-тоңон белештермәйенсә, теләһә ниндәй арзанлы ялтыр-йолтор менән биҙәп, боҙоп эшләй башланы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен. Шул сәбәпле, түҙмәй тотоноп киттем дә инде был шөғөлгә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо баш кейеме булған ҡашмау, түшелдерек, йәғни селтәр (ҡайһы бер урындарҙа уны һаҡал тип тә әйтәләр), арҡыры яға һәм башҡа шундай биҙәүестәр ғаилә хәлен күрһәтеп тороусы эквивалент ҡына түгел, бәлки уны кейеп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙы (бигерәк тә йәш әсәләр, килен-кәләштәрҙе) яуыз ҡара көстәрҙән аралаусы, күҙ тейеү һәм боҙомдан һаҡлаусы тылсым тип тә ҡаралған. Шуға ла элгәре улар тотошлай шау көмөш тәңкәләрҙән, ваҡ ҡына ҡыҙыл диңгеҙ мәрйендәренән, фирүзә, аҡыҡ, гранат кеүек аҫыл таштар менән биҙәлгән. Бөгөн көмөш тәңкәләр урынына тинлек аҡсалар файҙаланыла, шулай ҙа мөмкинлек булғанда, селтәр-ҡашмауҙы аҫыл таштар, көмөш тәңкәләр менән биҙәү фарыз. Әйткәндәй, 1962 йылға тиклемге 10 тинлектәрҙән көмбәҙ баҫып эшләргә була, ә бына унан һуңғы тинлектәрҙең сифаты түбән, уларҙан көмбәҙ сыҡмай.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
Читайте нас: