+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Талантлы йәш йырсы Илнур Рамазанов “Тамаша” журналына ғына ике серен систе:

Талантлы, матур егет – Илнур Рамазанов “Тамаша” журналына ғына ике серен систе:

"Юлдаш Plus" йәштәр интернет радио етәксеһе, "Юлдаш" радиоһының үҫеш бүлеге белгесе, “Яңы моң” музыкаль конкурсын алып барыусыларының береһе Илнур Рамазановтың һөйләүе буйынса, уның бер генә лә ваҡыты юҡ икән. Хатта май каникулдарына ла ауылына ҡайтып килә алмаясаҡ. “Яңы моң”да ла, “Юлдаш” радиоһында ла эшләп йөрөгәс, ваҡыты наҡыҫыраҡ.
- Беренсе майҙа традиция буйынса ауылға ҡайта инек. Эшен дә эшләп, ял да итеп килә инем. Быйыл ҡайтып та булмаҫ инде. 5 майҙа “Яңы моң”доң съемкаһы тағы ла, уға тиклем бәләкәйерәк съемкалар тора алда. 15 май финал тура эфирҙа буласаҡ. Конкурста ете генә ҡатнашыусы ҡалды, алдағы тапшырыуҙа тағы бер кеше сығып китәсәк. Проектта һәр ҡатнашыусы менән дуҫлаштыҡ, матур атмосфера булдырылды.
Мин ҡыуанып бөтә алмайым, ошондай проекттың килеп сығыуына. Сөнки ул башҡорт йырының бәҫен, кимәлен күтәрә. Сит ил башҡарыусылары башҡортса йырлаһа, башҡорт йырында бөтөнләй яңы йүнәлешкә юл асыла. Телевизор ҡараусыларға ла был оҡшай. Конкурста ҡатнашыусылар ошо башҡорт йырҙарын үҙҙәрендә лә йырлап йөрөйәсәк, башҡорт данын таратып.
Проектҡа ҡағылышлы бер серҙе аса биреп ҡуям: “Яңы моң” проекты туҡтап ҡалмай, тағы ла буласаҡ. Икенсе сезон ҡасан булғанын әйтмәйем әлегә.
Һәр ваҡыт эшләү сәбәпле, ҡыҙҙар күҙләргә ваҡыт юҡ, шуға йөрәгем дә буштыр инде. Июль айында, ял ваҡытында бәлки ғашиҡ та булып ҡуйырмын (көлә). (Был инде Илнурҙың икенсе сере))
“Тамаша” журналы: Шаяртыу ҡатыш әйтәбеҙ, ҡыҙҙар, был сибәр егетте ситкә ебәрмәгеҙ инде, йәмле йәй айҙарында уның юлында осрарға тырышығыҙ))
Читайте нас: