+10 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Апрель 2021, 22:35

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин:

“Ижад итеүҙән туҡтап торам әле. Яңы ижадта елле генә бер "трофей" алырға өмөтләнәм”.

Насар уйлап ҡуймағыҙ, дуҫтар. Күптән түгел Рәмил Париж улы Туйсинды Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары итеп ҡуйғандар икән.
“Тамаша” журналы өсөн генә Рәмил Париж улы бына нимәләр бәйән итте:
- Бына өсөнсө йыл беҙ шәхси йортта йәшәйбеҙ. Шуның өсөн ауыл тормошо менән мәж килеп, яҙғыһын сәсеп, көҙгөһөн урып, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшәп ятабыҙ. Үткән йәйҙә, пандемия ваҡытында ваҡыт бушҡа үтмәһен тип, үҙ ҡулдарым менән мунса һалдым – хыялымды тормошҡа ашырҙым. Мунса – минең өсөн ял итеү урыны, шуға шартына килтереп, ижади ҡараш менән эшләргә тырыштым инде.
Ижадҡа килгәндә, мин Сибай концерт берекмәһендә эшләйем. Программаларға йырҙар яҙып, ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең композитор һәләтемде астым, тип әйтә алам. Ғинуар айында сығарған программа “Ғаиләм – ҡәлғәм” тип аталды. Шунда йырҙарымды классик формала, профессионал кимәлгә ынтылыу йәһәтенән эшләнем. Йырҙарымды оркестр оҙатыуында йырлап, шул йүнәлештә сығарҙым. Инструменталь әҫәрҙәр яҙыу менән шөғөлләнәм. Ҡурай өсөн дуэт, ҡурай һәм баян өсөн музыкаль пьесаларҙы сәхнәгә сығарып үҙебеҙҙең башҡорт музыка ҡоралдарын профессионал кимәлдә күрһәтеү маҡсаты менән эшләйем.
Тағы бер яңылыҡ – мин административ йүнәлештә эшләй башланым, Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары вазифаһындамын. Ошо йүнәлештә лә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Бер ай тирәһе ижад итеүҙән туҡтап торам, ваҡыт етеңкерәмәй.
Шәхси тормошомдағы ҡыуаныслы ваҡиға менән дә бүлешеп китәйем. Ҡыҙым менән кейәүем Өфөлә фатир алдылар, балаларға ниндәйҙер ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ.
Ҡыҙыбыҙ Шәүрә лә, улыбыҙ Буранбай ҙа сәнғәткә ылыҡманылар. Шуныһы ҡыҙыҡ – ейәнсәребеҙ Асияның йырға ынтылышы бар. Һәр ваҡыт йырлап йөрөй. Һәләтем уға ла бирелгәндер, тигән өмөттәмен.
Минең хобби инде - балыҡ тоторға яратам! Тик бына ваҡыт булырмы? Беҙҙә Урал, боронғоса – Яйыҡ йылғаһы аға бит инде. Ошо май байрамдарында миҙгелде асып ебәрермен тим. Балыҡ тотоу – үҙе бер ижад бит ул. Берәй елле генә “трофей” алырға өмөтләнәм.
Тәғзиә ХӘБИРОВА яҙып алды
Читайте нас: