-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
29 Апрель 2021, 21:46

Гәлсәр тауышлы һандуғасыбыҙ Гөлсөм Бикбулатова:

"Ғаиләбеҙ тағы ла нығыраҡ буласаҡ".

Сөнки кисә генә тормош иптәшем Азат менән тажлы вирусҡа ҡаршы прививка эшләттек. Татыу, берҙәм ғаиләбеҙ һау, нығыраҡ булыр, Алла бирһә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлсөм Бикбулатова:
- Ошо арала яңылыҡтар, эшләнгән эштәр күп булды. 25 апрелдә легендар композитор Рим Хәсәновтың йырҙарынан торған ҙур концертта ҡатнашыу бәхете тейҙе. “Йырым – һин” исемле йырын башҡарҙым. Яңыраҡ Наил Ғәйетбайҙың әҫәре буйынса ҡуйылған “Ғашиҡтар көнө” спектакленең премьераһы булды бит инде. Был йырлы, музыкаль спектаклдә йырҙарым менән тамашасымды шатландырҙым. Унан Сибай, Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарында бик матур итеп гастролдәрҙә йөрөп ҡайттыҡ. Үҙем уҡыған Сибай интернат-гимназияһында булдым, укыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән йылы осрашыу үткәрҙек.
Май каникулдарында инде өйөбөҙгә барып, баҡса эштәрен ҡарап, сәскәләр ултыртып, саф һауала рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырбыҙ тип торабыҙ.
Балаларыбыҙ уҡыйҙар, улыбыҙ Искәндәр 8-се, ҡыҙыбыҙ Айсель – 2 класты тамамлай. Бөгөн генә Искәндәребеҙ Маҡтау грамотаһы алып ҡайтты - Яңауыл районынынң "Мираҫ" ансамблендә бейеүсе, шунда эшләп тә йөрөй. Ул бәләкәйҙән бейей, бик күп призлы урындар яуланы, шул иҫәптән "Байыҡ" телевизион конкурсында гран-при.
Читайте нас: