"Үҫкәндә ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды инде. Һөйләһәң, бер китап яҙырлыҡ. Бала булғас, аңһыҙбыҙ, көн дә атай- сәйгә бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырып ҡына торабыҙ: “Беҙҙе ҡайҙан алдығыҙ?” – тип һорағайныҡ бер ваҡыт, ә уларҙың яуабы ябай булды: “Һатып алдыҡ!”
Шулай, бер көндө дуҫыма барҙым. Ишек алдында уйнап йөрөгәндә әсәләре, төргәккә төрөп, өйҙән бәпес алып сыҡты. Миңә ул ваҡытта 4–5 йәш тирәһе булғандыр.
Бәләкәсте күргәс, миңә ҡыҙыҡ булып китте. “Бәпәйҙе миңә һатығыҙ!?” – тип, дыу килтереп, һатыулаша башланым. Улар ҙа шаян булып сыҡты: “Һатам, аҡсаң бармы?” – тип шаярта. Баламын, ышанам бит инде, “Нисә һум?” – тигән булам. Улар: “Миллион,” – ти.
Йүгереп, өйгә ҡайтып, “Бәпәй һатып алам,” – тип, илай-илай, аҡса таптыра башланым. Һумдың күпме икәнен дә белмәйем, иң мөһиме аҡса һүҙен беләм. Миңә ҡағыҙ аҡса биреп сығарҙылар. Ашҡынып, ҡапҡанан эскә инеп, апайҙарға аҡсаны һонам. Улар: “Тулмай бит аҡсаң,” – тип, тағы ҡытҡылдашты.
Шулай итеп, өйгә дүрт-биш тапҡыр урап әйләнгәнмендер. Йә йүргәк һорайҙар, йә башҡа нәмә таптыралар. Уларға ҡыҙыҡ, ә миндә – бәпес ҡайғыһы, ныҡ кәрәк ине ул бәпәй миңә!
Шулай йүгерә торғас, кис төштө. Улар миңә бер заман: “Бәпәй йоҡлай, иртәгә килерһең, йәме, һөт тә алып кил бер юлы,” – тип, тағы ла кире борҙо. Төнө буйы, шул баланы уйлап, йоҡлай алмай яттым. Иртәнсәк, таң һарыһынан, һөт, ҡаймаҡ алып, бәпәйемде алырға йүгерҙем.
Кешеләр таң менән көтөү ҡыуа. Барһам, ҙур ҡапҡа бикле, баҡтиһәң, малдарын артҡы кәртә ҡапҡаһынан ҡыуғандар. Ҡапҡа төбөндә, көтә-көтә, көтөк булдым, арып-талып бөттөм, эскәмйәләренә ултырып, йоҡлап киткәнмен. Көтмәгәндә бер нәмә битемдән йомшаҡ ҡына итеп һыйпай бит! Тертләп уянып китһәм, ни күҙем менән күрәйем, ҡара быҙау сикәмдән ялап тора, өҫтәүенә, “Мө-ө-ө-ө” ти.
Йән-фарман елдереп, ҡайтып киттем. Табандарым ялтырап ҡына ҡалды.
Ваҡыт уҙа торҙо, бала атлай, йүгерә башланы, әлхәмдүлилләһ. Хәҙер ҙә, ауылға ҡайтһам, теге апайҙар: “Илнур, һатып алмайһыңмы бәпәйебеҙҙе? Һатабыҙ!” – тип һаман да шаяртып ала. Был ҡыҙыҡ мажара беҙҙең арала шулай мәңгелеккә лаҡап булып ҡалды инде".