+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Апрель 2021, 11:00

Йырсы булмаған хәлдә, бейеүсе булыр инем...

– Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы күбәйә тип, бер ҙә әйтә алмайым, сөнки, миңә ҡалһа,

улар ни эшләптер, әҙәйгән кеүегерәк. Ләкин үҙен йырсымын тип таныған һәр бер артистың репертуарында һәр ваҡыт халыҡ йыры мотлаҡ рәүештә була. Профессиональ кимәлдә йырлаған артистарыбыҙ әҙәймәһен ине, минең теләгем шул.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Венера Самат ҡыҙы Ураҙаева-Юлгилдина менән әңгәмә
«Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле бына инде егерме йылдан ашыу Башҡортостанда, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙа, байрамдарҙа ҡатнашып халыҡ күңелен яулай. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан һәм илһамланып ижад иткән был ансамблдең уңыштары менән сәнғәт һөйөүселәр һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора. Тәүҙәрәк бейеү, аҙаҡ ҡала хакимиәте башлығы һәм мәҙәниәт һарайы етәксеһе Исламетдин Зәйнетдин улы Мәмбәтовтың ярҙамы менән 2007 йылда ул «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә әйләнә. Коллектив ут сәсрәтеп бейеүсе егет-ҡыҙҙары менән генә түгел, моңло тауышлы йырсылары менән дә дан тота. Шуларҙың береһе, бөгөнгө әңгәмәсем – «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле солисткаһы Венера Самат ҡыҙы Ураҙаева-Юлгилдина. Ул нескә күңелле, йыр йөрәкле, бөтә булмышы менән сәнғәткә бирелгән кеше, ябайлығы, ихласлығы менән гүзәл тәбиғәтле башҡорт ҡатыны. Бик йондоҙланып бармай, үҙ иңенә төшкән өлөштө сабыр ғына, һәм айырыуса бер кинәнес менән башҡара торған ысын кеше ул. Беренсе тапҡыр күргәндә үк ошо сифаттары менән күңелгә үтеп инде.
Үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине. Ҡайҙа-тыуып үҫтегеҙ, ниндәй ғаиләлә?
Мин Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙымын, сығышым менән Яңы Мөсәт ауылынан. Атай-әсәйем ябай кешеләр ауыл эшсәндәре. Әсәйем, Фәнүзә Сәғитова, уҡытыусы булып эшләһә, атайым, Самат Уразаев шофер.
Һеҙ ниндәй моңдо яҡыныраҡ ҡабул итәһегеҙ? Халыҡ йырҙарынмы, әллә эстраданыҡын башҡарыуы еңелерәкме һеҙгә?
Әлбиттә, күберәк халыҡ йырҙарын башҡарам. Яҙмышым да, булмышым да башҡорт халыҡ көйҙәренә бәйләнгән: йыр буйынса сәнғәт училищеһын, сәнғәт академияһының йыр бүлектәрен тамамланым. Шуға күрә, үҙемде профессиональ йырсы тип иҫәпләйем. Был минең репертуарымда күпселек халыҡ йырҙары булыуында ла сағыла. Әйткәндәй, халыҡ араһынан сыҡҡан йырҙарҙың һәммәһен тыңлап, йырлап үҫтем, шуға ла миңә ул йырҙарҙы профессиональ кимәлдә башҡарыуы еңел бирелде. Сөнки ул беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Минеңсә, эстрада йырҙарына артыҡ ҙур оҫталыҡ кәрәкмәй, шуға күрәлер ҙә, бәлки, ул йүнәлештә эшләгән йырсыларыбыҙ күп. Минең өсөн эстрада йырҙарын башҡарыу артыҡ ауыр түгел. Сәхнәләрҙә халыҡ йырҙарын да, эстраданыҡын да, классиканы ла еңел башҡарам.
Ә һеҙҙең остазығыҙ кем булды? Яратҡан йырсығыҙ кем? Һеҙҙең оҡшарға теләгән йырсығыҙ бармы?
Училищела ла, академияла уҡыған осорҙа ла тик иң-иң талантлы, көслө уҡытыусыларҙа Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, доцент, Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы Аҙнаҡаевала белем алдым. Мин уларға ғүмер буйы рәхмәтле булып йәшәйем. Концертмейстерымды – Башҡортостандың халыҡ артисы, доцент, профессор, Радик Ғабдулла улы Хәбибуллинды ла телгә алып киткем килә. Уҡыған саҡта миңә оҡшаған, уларға ғына оҡшарға тырышҡан йырсыларым ошо остаздарым булды. Ләкин хәҙер үҙем сәхнәгә сыҡҡас, уларҙы ҡабатлап, күсермә яһарға тырышмайым, үҙем шәхсән, халыҡ өсөн Венера Юлгилдина булып ҡалғым килә.
Һеҙҙеңсә, бөгөн халыҡ йырҙары ниндәй кимәлдә башҡарыла? Уның рейтингы юғарымы?
Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы күбәйә тип, бер ҙә әйтә алмайым, сөнки, миңә ҡалһа, улар ни эшләптер, әҙәйгән кеүегерәк. Ләкин үҙен йырсымын тип таныған һәр бер артистың репертуарында һәр ваҡыт халыҡ йыры мотлаҡ рәүештә була. Профессиональ кимәлдә йырлаған артистарыбыҙ әҙәймәһен ине, минең теләгем шул.
Был, дөрөҫөн әйткәндә, халыҡтың ниндәй йыр талап итеүенә ҡарап билдәләнәлер?
Тап шулай, халыҡтың тыңлауына ҡарап. Беҙ бигерәк тә йәш быуынды милли моңдарҙы тыңларға, танырға өйрәтергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә беҙ халыҡ йырҙарын йырлауҙан туҡтайбыҙ икән, башҡорт үҙ моңон онота тигән һүҙ. Шуға күрә, йырсыларҙың төп һәм ҙур бурысы уларҙы оноттормаҫҡа, һәр ваҡыт ишеттереп тороу.
Шулай уҡ ниндәй илгә барһаҡ та, халыҡтың күңел ихтыяжына ярашлы рәүештә, репертуарыбыҙға төрлө телдәге йырҙар өҫтәйбеҙ һәм мин уларҙы күңел биреп башҡарам. Мари, сыуаш, ҡаҙаҡ телендә лә, Саммиттарға әҙерлек барышында ҡытай телендә лә йырларға тура килде. Ҡырым яҡтарына концерт менән барғанда Ҡырым татарҙары телендә лә йырланым, урыҫ-татар йырҙарын әйтеп тә тораһы түгел. Был үҙенә күрә, беҙҙең ансамблдең генә түгел, шәхсән минең дә ижадыма бер мәғәнә һәм йәм өҫтәй.
Ә йырҙарығыҙ араһында иң яратып башҡарғаны бармы?
Йырлаған йырҙарымдың һәр береһен репертуарыма яратып, оҡшатып алам да, яратып башҡарам. Шуға ла, ниндәй генәһен алма, айырып береһен дә әйтә алмайым. Сөнки мин уларҙы ҡайҙалыр ишетәм, ҡайҙандыр яҙҙырып алам. Уларҙың һәммәһе лә йөрәгемдән сыға, һәммәһен яратам.
Ғәҙәттә Һеҙ ниндәй композиторҙың көйөнә йырлайһығыҙ? Үҙегеҙ яҙаһығыҙмы? Йырҙарҙы ниндәй студияла яҙҙыраһығыҙ?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең көй яҙыу һәләтем юҡ, мин тик башҡарыусы ғына. Үҙебеҙҙең профессиональ композиторҙарыбыҙ ҙа күп бит. Беҙ уҡыған саҡта уҡ Заһир Исмәғилев, Айрат Ҡобағошов, Рим Хәсәнов, Хөсәйен Әхмәтов кеүек композиторҙарҙың йырҙарын башҡара торғайныҡ. Юлай ағай Үҙәнбаев менән бик күп йылдар эшләп килдем һәм һаман да эшләйем. Әлеге ваҡытта халыҡ араһынан сыҡҡан һәүәҫкәр композиторҙарыбыҙ күбәйеп китте һәм улар ҙа, ысынлап та, матур йырҙар яҙа. Мин уларҙың ижадына ла ҡолаҡ һалам, береһен дә кире ҡаҡмайым. Флүрә Үҙәнбаева, Родион Мортазин, Илшат Яхин, Ильяс Аллаяровтарҙың ижадына мөрәжәғәт итәм. Өфөлә тауыш яҙҙырыу студиялары бик күп. Минең ижадым халыҡ йырҙары менән генә түгел, эстрада менән дә бәйле булғас, йырҙарҙы студияла инструменттарҙа уйнап, фонограммалар менән яҙҙырабыҙ. Әлеге ваҡытта мин билдәле актер, баянсы Илшат Яхиндың студияһында яҙҙырам. Әйткәндәй, ул күп йырҙарыбыҙҙың авторы булараҡ та билдәле композитор.
Һуңғы арала сит телдә йырлаған башҡорт йырсыларын халыҡта «һатлыҡйән» тип атау йыш осрай башланы. Һеҙҙең был күренешкә ҡарашығыҙ нисек?
Мин бының менән бөтөнләй килешмәйем. Әгәр ҙә кеше үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай икән, тимәк, уның ижады иртәме-һуңмы, барыбер һүнәсәк. Булдыра ала икән – йырлаһын. Ул үҙ милләтенән баш тартмай бит.
Әгәр ҙә йыр сәнғәтен һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?
Мин бик бәләкәйҙән бейергә яраттым, сөнки мин бала саҡта Бөрйәндә «Һомайғош» бейеү ансамблендә ҡатнаша торғайным. Йырсы булмаған хәлдә, бәлки бейеүсе лә булыр инем. Йәиһә әсәйем кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлар инем.
Ни булһа ла, халыҡты яратаһығыҙ инде.
Эйе, һаман да шул уҡ халыҡҡа хеҙмәт итеү кеүегерәк эштәрҙе һайлар инем.
Гастролдәр менән сит илдәргә йөрөгәндә, ундағы халыҡ нисек ҡабул итә? Иҫегеҙҙә ныҡ уйылып ҡалған берәй ваҡиғаны һөйләп ишеттерһәгеҙ ине.
Аллаға шөкөр, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле менән гастролдәргә сит илдәргә йыш йөрөйбөҙ. Ундай бәхет һәр бер артисҡа тәтемәй, шуныһы менән дә мин ғорурланып әйтә алам.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһайбыҙ. Ә сит илгә тәүге ҙур гастролем Испанияға барыуҙан башланды. Италия, Франция, Төркиә, Ҡытай... Һанай китһәң, иҫәпһеҙ-һанһыҙ илдәрҙә булғанбыҙ икән.
Сит-яҡтарҙа беҙгә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, милли кейемдәребеҙгә, ҡурайға иҫтәре китә, ләкин башҡорт тигән милләтте белмәйҙәр. Был хәл ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та: беҙҙең артистарбыҙ сит илдәрҙә гастролдәрҙә йыш булһалар ҙа, ни өсөндөр әле һаман танымайҙар. Ләкин барыбыр ҡайҙа ғына булһаҡ та, үҙебеҙҙең республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе, ҡурайыбыҙҙы, милли йыр-моңобоҙҙо, бейеүҙәребеҙҙе һәр ваҡыт лайыҡлы күрһәтеп барабыҙ. Уларҙың иҫендә ҡалһын өсөн, башҡорт тигән милләттең барлығын белдереп, бик сағыу сығыштар менән дефилеларҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ.
Әлбиттә, юлда, етмәһә артист халҡы менән, ҡыҙыҡ хәлдәр була торған. Тик мин мажараларға бик эләгергә тырышмайым. Ипле булырға тырышам, һаҡ йөрөйөм, сетерекле, йә комик ситуацияға ҡалырға яратмайым. Был беҙҙең милләттең ҡатын-ҡыҙҙарына хас оялсанлыҡ, баҫалҡылыҡтан да киләлер, тим. Иң ҡурҡҡаным – кеше алдында оятҡа ҡалыу.
Йырҙан, сәхнәнән айырылып торған саҡта ни менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ? Хоббийығыҙ бармы?
Ҡәҙимге ҡатын-ҡыҙҙар кеүек, ҡул эштәре менән булашырға яратам. Эштән буш сағымда бәйләм бәйләргә, тегенергә әүәҫмен. Гөлдәр үҫтерәм.
Әйткәндәй, Һеҙ бына алдынғы ҡарашлы күренекле шәхес булараҡ, сәйәсәткә ҡарашығыҙ ниндәй? Уның менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
Сәнғәт кешеһе ул әҙерәк кенә уйҙары, холҡо менән ғәҙәти кешеләрҙән айырылыбыраҡ тора, икенсе төрлөрәк була бит инде ул. Шуға ла, тип әйтәйек, уның сәйәсәткә бик иҫе-аҡылы китеп бармауы ла мөмкин. Мин үҙемде иһә, сәйәсәт менән бик ҡыҙыҡһынам, тип әйтә алмайым. Әммә бөгөнгө донъябыҙҙың болғансыҡ төҫ алыуын иҫәпкә алғанда, һуғыштар булып торған башҡа илдәрҙе ҡарап, уларҙа нимә барлығын белеп тороуҙы кәрәкле һанайым. Ҡыҫҡаһы, әҙме-күпме, яйлап ҡыҙыҡһына башланым, тиергә була.
Һеҙҙеңсә, бөгөн йәш кеше нисек йәшәргә тейеш? Ҡалаға, ялтыр-йолтор тормошҡа ышанып, үҙеңә лайыҡлы урын табырға тырышып, ығы-зығыла йәшәү дөрөҫөрәкме, әллә ауылға ҡайтып, атай-әсәй нигеҙен һыуытмай, мал-тыуар көтөп, ҡолас йәйеп, иркенлектә йәшәргә тейешме?
Ауыл-ҡала темаһы ул һәр кемдең шәхси ҡарашы, әлбиттә, ләкин мин йәштәр ауылға ҡайтып, үҙең әйтмешләй, донъя төҙөп, мал-тыуар көтөп, бала-сағаһы менән йәшәһә, дөрөҫтөр, тип уйлайым. Минең шундай кешеләргә, киреһенсә, күҙем ҡыҙып китә. Сөнки улар, ысынлап та, тормоштоң тулы матурлығын тойоп, таҙа һауа һулап йәшәйҙәр. Беҙ бит инде бында, беренсенән, бысраҡ һауа һулайбыҙ, тәбиғәттән алыҫбыҙ. Икенсенән, ҡала тормошоноң ығы-зығыһына бирелеп, мәшәҡәттәрҙән арына алмай, тәгәрмәс эсендә әйләнгән тейен хәленә төшәбеҙ. Минең әгәр башҡараҡ һөнәрем булһа, рәхәтләнеп ауылда йәшәр инем.
Әйтергә кәрәк, бөтөп барған, перспективаһыҙ, клубы, мәктәбе ябылған ауылдар ҙа бар. Шундай хәлдәр минең эсемде бошора. Шуға күрә лә, мин йәштәрҙе, ошонда, ҡалала кемгәлер фәлән-фәлән аҡса биреп, кеше тупһаһында йәшәп ятҡансы, ауылдарға ҡайтып, ата-әсәләренең тупһаһын һыуытмай, ауыл өйөндә йәшәүҙәрен теләр инем. Ауылда йәшәһәләр, рухтары һау булыр ине. Ә инде бөгөнгө көндә рух сәләмәтлеге беҙҙең милләтебеҙгә бик кәрәкле күренеш.
Әйткәндәй, Һеҙ машина йөрөтәһегеҙме?
Бәхеткә күрә тип әйтәйек, машина йөрөтмәйем, шуға ирем һау булһын, тип теләйем дә йөрөйөм.
Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
Ғаиләм бигүк ҙур, тип әйтә алмайым. Йылайыр районы егете Тимур Юлгилдин атлы егеткә кейәүгә сыҡтым. Әйткәндәй, ҡыҙ фамилиям Уразаева, төрлө осраҡтар була, сәхнәгә лә күпселек ике фамилиям менән сығаралар. Юлгилдина-Уразаева фамилияларын ғорурлыҡ менән йөрөтәм.
Ә инде тормош иптәшемә килгәндә, һөнәре буйынса ул ҡурай класын тамамланы, ләкин донъяның тигеҙһеҙлеге тип әйтәйем микән, гел ҡурай тартып ҡына йөрөп булмай, шуға ла ул әлеге ваҡытта, янғын һүндереүсе булып эшләй. Лиана исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ул әлеге ваҡытта Фатима Мостафина исемендәге егерменсе һанлы башҡорт гимназияһында белем ала. Бөтә атай-әсәйҙәр кеүек мин уның, әлбиттә, киләсәктә заманына ярашлы, килемле эштә эшләүен теләр инем. Шуға күрә лә, ҡыҙыбыҙға һайлау иркен биргәнбеҙ, кем генә булырға теләһә лә, үҙ иркендә, тормошта кем булырын үҙе һайлар, тигән ниәттәбеҙ.
Бөгөнгө эстрада йырҙарының сифаты менән килешәһегеҙме? Улар ниндәй булырға тейеш? Һеҙҙеңсә, йәштәргә нимә етмәй? Профессиональ белгестәр һүҙеме, әллә сифатлы студиямы?
Эстрада йырҙары күп хәҙерге заманда. Әлбиттә, сифат тигән нәмәне хәҙер компьютер эшләй. Йырсының тауышын да тигеҙләй, көйөн дә һала. Икенсе төрлө атағанда, электрон музыканың эстрадала биләгән урыны киң. Үҙебеҙҙең эстрада йырсыларының һәммәһе менән дә танышмын, уларҙың ижадын күҙәтмәйем түгел, күҙәтеп тә барам. Улар ҙа нимәлер эшләргә тырыша, тиҫтерҙәренә нимәлер әйтергә теләй, заман менән бергә атлай. Шуға ла мин уларҙы ҡаты итеп тәнҡитләй алмайым. Аҡсаларын тәмәке, эскегә һалмайынса, сәхнәгә, ижадҡа тартылалар икән, афарин тип әйтергә ҡала. Шуға күрә лә, уларҙың ижадына ҡарашым ыңғай.
Журнал уҡыусыларға Һеҙҙең теләктәрегеҙ?
«Тамаша» журналын алдырыусыларға күңелдәрендә сәнғәткә һөйөү һүрелмәүен теләйем. Күптәнге журналдарыбыҙҙың береһе буларак, мәғлүмәттәргә бай. Беҙҙең кеүек артистарҙы һәр ваҡыт күҙ алдында тотҡан журналдарыбыҙҙың береһе бит инде. Һәм шуға ла мин ошо журналдан айырылмаһындар, тип әйтер инем. Йырсы булараҡ әйтергә теләгәнем, ул йыр-моңдан айырылмаһындар, ғөмүмән, сәнғәттән айырылмаһындар!
Йырсы менән Таңсулпан РӘСҮЛ әңгәмәләште
(Архивтан)
Читайте нас: