+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Апрель 2021, 12:57

Яҡшы билдәләре генә алырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ

#башҡорттелендәдиктант#башдиктант #башдиктант2021#диктантпобашкирскомуязыку#башҡортсадиктантяҙам Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры халыҡ-ара диктант хаҡында:

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драматургия бүлегенең баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова башҡорт теленән халыҡ-ара диктант хаҡында:
- Беҙҙең театр был мөһим акцияла йыл һайын ҡатнашып килә. Быйыл да театр директоры Иршат Фәйзуллин, артистарҙан - Хөрмәтулла Үтәшев, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Бәхтиева һәм мин ихлас күңел менән башҡорт телендә диктант яҙҙыҡ. Беҙҙең менән бергә мәғариф министры Айбулат Хажин, башҡа күренекле шәхестәр акцияла ҡатнашты. Диктант яҙыу урыны мәғарифты үҫтереү институты булды, Тексты экрандан онлайн-форматта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уҡыны. Диктантты яҙыу ул тиклем ауыр булманы, яҡшы билдәләре алырбыҙ, тип өмөт итәм.
Читайте нас: