+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апрель 2021, 12:04

БЕР ФОТО ТАРИХЫ

Һабаҡташтар 35 йылдан һуң бер сәхнәгә йыйылды. Осрашыуҙан иләҫләнгән сәхнә йондоҙҙары сағыу хәтирәләргә бай йәшлек йылдары, дәрт-дарман ташып торған тиле, дыуамал саҡтар тураһында иҫтәлектәрен яңыртып әңгәмәләште:

Тарихи фото геройҙары – дәртле, талантлы романтиктар – хәҙер инде барыһы ла халыҡ һөйөүен һәм хөрмәтен яулаған арҙаҡлы шәхестәр, атҡаҙанған артистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре булып киттеләр: билдәле йырсы Харис Шәрипов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, яратҡан йырсыбыҙ Хима Йәнбирҙина, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Резеда Әминева.
Осрашыуҙан иләҫләнгән сәхнә йондоҙҙары сағыу хәтирәләргә бай йәшлек йылдары, дәрт-дарман ташып торған тиле, дыуамал саҡтар тураһында иҫтәлектәрен яңыртып әңгәмәләште.
Хима Йәнбирҙина иҫтәлектәренән:
Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә имтихан тапшырып йөрөйбөҙ. Ҡабул итеүселәр алдында матур итеп йырлап күрһәтеү һынауы тора. Нисегерәк йырларға, кемдән кәңәш һорарға, тип, коридор буйлап көйәләнеп йөрөп ятһам, бер ишек төбөндә Резеданы күреп ҡалып: ≪Апай, нисек дөрөҫ йырларға икән?≫ тип һорайым икән. Ул гармун тотоп тора. Сәстәрен матур итеп түбәһенә төргән, остарын бөҙрәләткән. Матур оҙон күлдәк кейгән. Уны уҡытыусы икән тип уйланым, баҡһаң, ул да минең кеүек имтихан тапшырып, йырсы булырға ниәтләнеп йөрөүсе ҡыҙыҡай икән. Унан инде уҡырға инеп, иң яҡын әхирәтем булып киткәс, ошо хәлде һәр саҡ иҫләп көлөр инек.
Читайте нас: