+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Апрель 2021, 20:00

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты Фәнис Рәхмәтов:

“Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡуйылған спектакле менән Бүрәт Республикаһына барғайныҡ. Беҙҙе ҡурҡып ҡына ҡаршы алдылар".

– Һин эште яратып башҡарырға кәрәк, тиһең. Бөтә геройҙарыңды ла яратаһыңмы? Малай, Әхмәт, Басир – улары аңлашыла. Ә бына «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге яуыз Даянды? Уны ла яратаһыңмы?
– Яратам! Ғөмүмән, минең берәй тапҡыр яуыз кешене уйнағым килә ине. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесын уҡып сыҡҡас, эх, мелодрама була инде, халыҡты илата инде, тип уйлап ҡуйғайным. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ сентименталь, романтик рухлы. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев повесть менән эшләй башлағанда ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп тыуҙы, ул: әгәр ҙә кемдең күңеленә был әҫәр ятмай икән, уйындан баш тарта алаһығыҙ, тине. Бер нисә артист баш тартты, ете егет кенә ҡалдыҡ. (Ете һаны миңә бигерәк тә яҡын. Ул мине гел генә оҙата килә һымаҡ). Йәш драматург Ангиза Ишбулдина сәхнә вариантын яҙҙы, беҙ, артистар ҙа үҙебеҙҙең варианттарыбыҙҙы эшләп алып килеп ҡараныҡ. Күмәкләшеп премьераға тиклем спектаклде әүәләнек. Мин үҙем икеләндем, нисек сығыр икән был спектакль, эштең башына нисек етербеҙ икән тип. Сөнки повесты бөтәһе лә уҡып сыҡҡан, халыҡ әҫәр менән таныш, сәхнә вариантын тамашасы нисек ҡабул итер икән, тигән шиктәр тыуҙы. Ләкин спектаклдең биҙәлешенән алып, музыкаһына хәтлем, режиссер менән бер һүҙле булып эшләнек. Миңә ҡалһа, премьерала спектаклебеҙ сәпәне генә. Яңыраҡ спектакль менән Бүрәт Республикаһында халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштыҡ. Фестивалде ойоштороусылар тап «Хыялға ҡаршы»ны һайлап алғандар, сөнки ул башҡаларға өлгө булырлыҡ хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт итеүсе заманса спектакль. Шуға күрә лә беҙҙең театр фестивалде тамамлап ҡуйҙы.
– Иң тәмлеһе булды, тимәк...
– Йәшерен-батырын юҡ, шулай. Фестивалдә ҡатнашыусы төрлө милли театрҙар беҙҙе иҫтәре китеп ҡаранылар. Театр белгестәре лә ыңғай баһаһын бирҙе. Фестивалде ойоштороусы Бүрәт драма театры етәксеһе Эржена Жамбалова: «Милли театр – ул халыҡтың йөҙө. Телде, милли әҙәбиәтте, мәҙәниәтте һаҡлаусы», – тине. Беҙ был юҫыҡта республикабыҙҙың йөҙөнә тап төшөрмәнек, киреһенсә, Башҡортостандың мәҙәниәтен, сәнғәтен башҡаларға ла юғары кимәлдә миҫал итеп күрһәттек, тигән ышаныстамын. Беҙҙең театрҙы саҡырғанда бүрәттәр беҙҙән әҙерәк кенә ҡурҡҡандар икән. Фестивалдә ҡатнашыусы илдәрҙән беҙ генә – мосолмандар. Ә уларҙың фекеренсә, мосолмандар үтә лә ҡыҙыу ҡанлы кешеләр. Егеттәр генә уйнай тигәс, бигерәк тә һаҡ ҡыланғандар. Самолеттан төшкәндә һаҡаллы актерҙарҙы көткәндәр. Беҙ килеп төшкәс тә, әҙерәк ситтәрәк, абай йөрөнөләр. Һаҡалдар булмаһа ла, спектаклдә детдом балаларын уйнағас сәстәрҙе ҡыҫҡа итеп алдырғанбыҙ бит. Фестиваль барышында кис һайын һәр бер театр үҙенең концерт программаһын күрһәтте, беҙ шунда актив ҡатнашып, коллегалар менән ихлас аралашып йөрөнөк. Шунан беҙгә ҡараштары үҙгәрҙе.
– Фәнис, ғәҙәттә, актерҙарҙың уйнарға теләгән ролдәре була...
– Һәр артистың яҙмышы үҙенсәлекле. Мин үҙ эшемде яратам һәм ниндәй генә роль бирһәләр ҙә бирелеп башҡарам. Уйнарға теләгән ролем, тип маҡсатланмайым. Коллегаларыңдың эштәренә ҡарап, эх, мин быны ошолайтып уйнар инем, тигән уй тыуа. Ләкин, эх, ошоно мин уйнар инем, тигән уй бер ҡасан да барлыҡҡа килмәй.
Эштәре сәнғәткә бәйле булмағандар ялдарын театрҙа үткәрә, ә актер Фәнис Рәхмәтов нисек ял итә икән?
– Беләһеңме, ваҡыт етмәй. Хәҙер бөтә нәмә лә тиҙ генә әйләнә. Уҡтан атҡан һымаҡ. Хәрәкәттәр, һүҙҙәр, донъя тәгәрләп бара. Замана артынан өлгөрөп тә булмай ҡайһы саҡ. Шуға күберәген ғаиләм менән, балалар менән ял итергә тырышам. Тормош иптәшем менән Йософ һәм Сәлимә исемле ике бала үҫтерәбеҙ. Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәрергә тырышабыҙ. Китаптар уҡырға яратам. Дини әсбаптарҙы ла үҙ итәм. Шамил Әләүетдиновтың китаптарын уҡыйым. Бер урында тапанғы килмәй, яңы үрҙәр асҡым килә минең. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алып сыҡтым әле. Уҡый башлағайным – шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды унда уҡыуы, миңә оҡшаны. Теләк булғас, ниәт тә табылды.
– Фәнис, уңыштар һиңә! Йәнле әңгәмәң өсөн рәхмәт!
Эльвира Исҡужина
(Мәҡәләнән өҙөк, архивтан)
Читайте нас: