-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Апрель 2021, 14:00

"Ҡурайым һәр саҡ янымда"

Ни өсөн Сәғиҙулланың атаһы: "Ҡурай һыҙғыртырға өйрәндең инде. Тик мин үлгәс кенә уйнарһың", - тигән?

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, ҡурайсы Сәғиҙулла Байегет үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән бүлешә:
- Мин 1974 йылда гөрләп торған матур яҙ ваҡытында, Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуҙым. Өлкән туғандарым кемуҙарҙан миңә исем уйлаған, бәхәстә Салауат ағайым өҫкә сыҡҡан һәм мин Исмәғил улы Сәғиҙулла булып киткәнмен.

Үҙемде белгәндән алып йырларға яраттым. Миңә бер дүрт-биш йәштәр тирәһе булғандыр. Арбаға тейәлеп Талдуйға бесәнлеккә юлға сыҡтыҡ. Мин әсәйемдең алдында йүгән тотошам. Әсәй: “Улым, йә берәй йыр йырла әле!” – ти. Мин йырлап ебәрәм:

Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,

Хәтерләтеп тыуған көн кисен...

Бала саҡтағы иң яратҡан миҙгелем – йәй булды. Оҙайлы каникулдар, беҙҙең тирәлә ундан ашыу малай инек, ҙурыраҡтар ҙа, тубыҡҡа тиклем буйлылар ҙа бергә булдыҡ. Йылғаға, һыу инергә барыуҙар, балыҡ ҡармаҡлауҙар. Бигерәк тә ферма юлын йыш тапаныҡ - унда күгәрсен баҫтырырға, “аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы”н уйнарға мөмкин. Совхоз фермаһы лабиринттарында –ҡараңғы. Пленка менән ҡапланған ҙур тәҙрәләрҙән ҡояш нурҙары төшә. Кинәт нәмәлер “пыррр!” иткәндәй тауыш сығара, ул тауыш шаңдау менән ҡабатлана, малайҙар бер урынға һыйынды, кемдер иламһырап та ебәрә... Тауыштың күгәрсен осоп киткән тауыш икәнен Вәкил исемле малай шәйләй:

- Был бит күгәрсен!.. Ә һеҙ шыррр... – уның нимә әйтергә теләгәне билдәле беҙгә.

- Мин күгәрсен икәнен белдем, һеҙгә әйтмәнем – тип Илгиз ғорур әйтеп ҡуя.

- Ҡайҙан белдең ти? Белмәнең, алдайһың һин! – тип уға яуап бирә Ринат.

- Кем, мин белмәнемме? Танауыңа берҙе тондорһам, белерһең - тип ҡыҙа Илгиз.

- Әллә һинән ҡурҡам тип уйлайһыңмы? Әйҙә, алышайыҡ.

Ринат, Илгиз менән Вәкилдән өс йәшкә бәләкәй булһа ла, батыр йөрәкле ине. Эштәр һуғыш менән тамамланыр ине лә, әммә шул ваҡыт оҙон коридор башында ишектәр шар асылып китте. Был кешене танып ҡалдыҡ – был бит Ғәлиәхмәт ағай! Уның йыры ҡолаҡҡа килеп сағыла:

Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа,

Хәтерләтеп яҙғы май кисен...

Ғәлиәхмәт ағай- миңә яҡшы таныш, беҙҙең күрше лә, етмәһә. Бигерәк тә уның атаһы Хажиәхмәт олатайҙы беҙҙең урам балалары яратты, беҙгә шыршы байрамдары ойоштора ине, Ҡыш бабай булып кейенеп, беҙҙе сәй һәм торт менән һыйлай.

1985 йылдың көҙөндә ауылда урам-ара социалистик ярыштар башланды – ай һайын Иҫке Сибай ауылының бер урамы концерт ҡуйырға тейеш. Шунда тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым... Тырышып йырланым, баянист Миңнулла Бикҡолов ағай, ни эшләптер, өсөнсө куплеттан һуң, сәхнәнән төшөп китте. Концертты алып барыусыларҙың сәхнәгә сығыуына иғтибар итмәйенсә, мин дүртенсе куплетты ла йырлап бөттөм! Йыр бөткәс, ауылдаштарҙың ҡайнар алҡыштары яуҙы! Ул концерттан һуң кешеләр мине күрһәләр, ҡараштары менән йылмайып, оҙатып ҡала инеләр. Магазинда, урамда, туҡталышта, һәм, әлбиттә, мәктәптә - ҡайҙа барһам да, мин “иғтибар үҙәгенә” әйләндем. Хатта мәктәп директоры ла ҡул биреп күрешә башланы. “Өслө” билдәләренә уҡыған һәм яҡшы тәртип менән әллә ни айырылмаған уҡыусы өсөн был үҙгәреш ҙур яңылыҡ булды.

Шундай бер концерттан һуң буласаҡ остазымды осраттым. Концерт бөткәс, ҡайтырға сыҡһам, ишек янында үҙенең яратҡан инструменттарын күтәреп, Әғләй ағай тора.

- Ғәфү итегеҙ, әйҙәгеҙ, һеҙгә ярҙам итәйем. Ҡайҙа алып барырға? – минең һорауға ул шатланып китте.

- О-о-о... Рәхмәт, ҡустым, бынан алыҫ түгел. Музыка мәктәбенә.

- Ярай, олатай, хәҙер алып барып еткерербеҙ! – тип шул яҡҡа ҡыҙғалдыҡ.

- Һинең фамилияң, исемең кем? – тип һораны.

- Сәғиҙулла Баййегетов.

- Ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләйһеңме? Мин һине ҡурай класына яҙыр инем.

Иртәгәһенә мин Әғләй Фазлый улы өҫтәле янында ноталар альбомына ҡарап тора инем. Әғләй ағай шкафты асып, уның эсенән ҡурай алды. В.Шөғәйеповтың тамғаһы асыҡ күренеп торған ҡурайҙы тотторҙо. Был инструментты мин яҙмыштың баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләге итеп ҡабул иттем.

-Бына һиңә, ҡустым, инструмент, ал, ал, оялма, ул –һинеке. Һаҡлап ҡына тот. Һындырып ҡуйма, был ҡурай – һиңә бүләк, ҡустым. Бөгөн мин һиңә һыҙғырып тауыш сығарырға күрһәтермен. Ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнгәс тә килерһең.

Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү еңел эш түгел: тәүҙә яңаҡтар тала, аҙаҡ баш әйләнә башлай, шайыҡ ағып ҡамасаулай һ.б. Көн артынан көн үтә, ә мин һаман ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнә алмайым. Шулай ике аҙна үтеп китте. Мин көн һайын, уҡытыусым өйрәткәнсә, ҡурай көпшәһенә өрәм, тик бушҡа ғына...

Ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнә башлауымдың ун етенсе көнөн асыҡ хәтерләйем. Ул көндө ауылда ут һүнде. Атайымдың артынан ишек ябылыу менән (сөнки ул был эшемде хупламай ине), мин “һә!” тигәнсе сервант янына йүгереп барҙым.– ҡурайымды сервант башындағы вазала һаҡлайым. Ут булмағас, ҡараңғы, мин ҡурайымды табып алдым да һәм юрған менән ҡапланып, шым ғына һыҙғыра башланым. Маташам – сыҡмай, тын алам да, тағы дауам итәм... Күпме шулай дауам иткәндер, хәтерләмәйем, арып бөтһәм дә, ташламайым. Һәм, ниһайәт – килеп сыҡты бит!.. Мин һыҙғырырға өйрәндем!.. Шатлыҡтан юрғанымды алып ташланым да, онотоп ҡуймайым тип, ҡурайымда һыҙғыртам да һыҙғыртам...

Ҡапыл өй эсе балҡып китә - ут бирҙеләр. Күрәм - залдағы диванда бөтә ғаилә ағзалары ултыра - ҡарашы менән өтөп алырға теләгән һымаҡ атай ҡарап тора!.. Ҡарашы уйсан ине. Дарҫлап типкән йөрәктәрҙе атайҙың әйткәндәре тынысландыра бирҙе:

- Ниһайәт, теләгәнеңә ирештең. Тик, зинһар, башҡаса һыҙғырма!.. Мин үлгәс, уйнарһың. Һөйләштекме?!..

Иртәгәһенә мин музыка мәктәбе тупһаһы аша йүгереп үттем. Мин ышана инем – башҡаларға кәрәкмәһә лә, минең ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнеүемде остазым Әғләй Фазлый улы мотлаҡ хуплаясаҡ!

- Ә, ҡустым килгән икән. Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ. Үҙ өйөңдәге кеүек хис ит!..

Артабан дәрестәр башланды. Һайлаған юлым уңышлы булды - смотрҙарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә күп тапҡыр ҡатнаштым. Музыка мәктәбен тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалында уҡыным, Сибай дәүләт филармонияһында солист-ҡурайсы булып эшләнем! Бөгөн дә, драма театрында эшләһәм дә, ҡурайым һәр саҡ янымда.

Динара Ҡәйүмова яҙып алды

Другие публикации канала
Читайте нас в