"Әсәйем кейәүен үҙе һайланы, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Сәнғәт институтына инергә имтихан биреп йөрөйбөҙ, өсөнсө тур бара. Әсәйем абитуриенттар араһынан папка тотҡан, бөхтә кейенгән, ҡырынған, бөҙрә сәсле егет эргәһенә барып ултырҙы ла һөйләшә башланы. Танышып, тиҙ генә уртаҡ тел тапты былар. Быға йәнем көйә башланы, ни эшләп шул малай янында ултыраһың, минең янымда бул, тием. Аҙаҡ әсәйем икебеҙҙе таныштырҙы. Айнур менән бер курста уҡый башлағас, дуҫлашып киттек.