+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Апрель 2021, 20:10

Исемдәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә!

Һөйөклө тормош иптәшенең әйтеүе буйынса:Уның яратҡан сәскәһе – рауза;Яратҡан төҫө – йәшел;Яратҡан әйтем-мәҡәле: Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан;Яратҡан китабы –

Ҡөрьән;
Яратҡан йыры – Аҙан моңо;
Яратҡан аш-һыуы – бишбармаҡ.
Бәрәкәтле Баймаҡ еренең иң һөйкөмлө сәхнә йондоҙҙары, сағыу таланттары менән дә, һоҡланғыс кешелек сифаттары менән дә ихтирам һәм хөрмәт яулап, йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәгән ғаилә, башҡорт эстрадаһында күптән танылыу яулаған сәнғәт кешеләре – улар шул тиклем пар килгәндәр, хатта арҙаҡлы артистар Азамат Камил улы Тимеров йәки Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерова хаҡында айырым ғына яҙып та булмай. Йыр-моңло ғаилә береһенән-береһе талантлы, маҡсатлы ике ул үҫтергән. Ата-әсәйҙе һөйөндөрөп оло улдары Урал өс юғары уҡыу йортон тамамлап, күптән түгел кәләш алып, тормошта үҙ һуҡмағын ярһа, бәләкәй улдары Арслан Өфө сәнғәт училищеһында белем ала.
Халыҡ күңелендә һандуғастай тауышлы йырсы, өҙҙөрә баҫып бейеүсе, оҫта ойоштороусы булараҡ хөрмәт яулаған, танылған сәхнә оҫтаһы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерованың матур ғүмер байрамы уңайынан журнал уҡыусыларға яҙма тәҡдим итәбеҙ. Ә шулай ҙа, ниндәй ул – беҙ белгән һәм белмәгән Нәсимә Тимерова? Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерова таланттарға бай Баймаҡ районы ҡыҙы. Башланғыс һәм урта белемде башта тыуған ауылы Әминдә, унан Темәс урта мәктәбендә алып, йыр-моң һөйгән ҙур ғаиләлә үҫә ул. Атаһы матур бейей, өҙҙөрөп гармунда уйнай. Әсәһенең дә тауышы бик моңло була, әммә үтә баҫалҡы кеше булараҡ сәхнәләрҙә, кеше алдында йырламай, һәр ваҡыт үҙ алдына ғына көйләп йөрөр була. Кистәрен ете бала бер өй булып концерт ҡуялар. Нәсимәнең бала ғына күңелендә сәхнәгә, ижад донъяһына һөйөү ана шул саҡта уҡ ярала. Ул бейеүсе булырға хыяллана, тик артист булыу теләгенә ата-әсәһе ҡырҡа ҡаршы төшә. Уларҙың фатихаһы булмағас, күңеле төшкән Нәсимә Баймаҡ ҡалаһына хисапсылар курсына уҡырға инә.Уны тамамлағас, бер йыл бухгалтер булып эшләп тә ҡарай, тик йәш ҡыҙҙың моңо ташып торған хисле күңеле һандар донъяһы менән бәйле был һөнәргә һис кенә лә ятмай. «Үкенес булып ҡалмаһын, бер генә һынап ҡарайым да...» тип, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бирергә юлланған ҡыҙыҡай был юлы ата-әсәһенә ниәттәрен белдермәй. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙенең студент икәнен белгәс кенә шатлығы менән ҡайтып уртаҡлаша. Ата-әсәйгә фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалмай инде.
Ошо уҡыу йортонда ул үҙенең ғүмерлек күңел шөғөлөн дә, тормош иптәшен дә таба.
Йәйге каникулдан һуң икенсе курсҡа килгән саҡта: «Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!» – тигән яңылыҡ еткерәләр Нәсимәгә. Ә бер көндө Нәсимә йәшәгән бүлмәгә яҡташ егет үҙе эҙләп килә. «Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Бергә уҡыясаҡбыҙ икән», – ти телдәр егет. Шулай танышып китәләр, бергә уҡып, бөтә мәҙәни сараларға бергә йөрөйҙәр. Дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әүерелгәнен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала улар.
Училищеның соло бүлеген арҙаҡлы Джон Әхмәт улы Мусин класында тамамлап, йәш йырсы булараҡ, тормош иптәше, Азамат Тимеров менән бергә яңы ойошторолған Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла. Таланттарға бай Сибай ерендә хеҙмәт юлын башлап ебәрә йәш пар. Яңы фатир, йәш коллектив, гастролдәр һәм яңынан-яңы концерт программалары – дәртләнеп, сәмләнеп эшләй, ижад итә улар. Улдары ла гастролдәр араһында үҫә, ҙурая. Бер-бер артлы йырҙары тупланған альбомдар сығаралар, яңы концерт программалары әҙерләйҙәр: «Ғәлиәбаныу» музыкаль спектакле, «Евровидение», «Заман заңы – халҡым йыры», «Исемдәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә!» һәм башҡалар. «Бер йырлап уҙам әле» программаһы менән Ҡазан сәхнәһендә, Рәсәйҙең башҡа күп ҡалаларында, төбәктәрендә сығыштар яһау иҫ киткес матур тәьҫораттар ҡалдыра. Греция, Төркиә, Украина, Францияға сәфәр, гастролдәр ойоштороу күп көс талап итһә лә, онотолмаҫ матур хәтирәләр булып һаҡлана.
2008 йылда Тимеровтар ғаиләһе Башҡорт дәүләт филармонияһы саҡырыуы буйынса Өфө ҡалаһына күсә. Нәсимә «Карауанһарай» төркөмө составында эшләй башлай, унан инде, 2009 йылда Азамат Тимеров етәкселек иткән «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнә күсә.
2018 йылдан Республикабыҙҙың халыҡ ижады үҙәгендә бүлек мөдире вазифаһында «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөн уңышлы етәкләй.
Ижад юлындағы иң тулҡынландырғыс мәлдәре итеп, Нәсимә Морат ҡыҙы 1999 йылда Сибайҙа уҙған «Ирәндек моңдары» Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы лауреаты; 2000 йылда Өфөлә уҙған «Урал моңо» Халыҡ-ара төрки йәштәр музыкаль конкурсы дипломанты; 2006 йылда «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры телевизион конкурс-фестивалендә «Йыл йыры» номинацияһы номинанты; 2016 йылда «Байыҡ» «Бейеү-шоу» күрһәтә» байрамында «Мисс большая харизма» номинацияһы номинанты булыуын хәтерләй.
Әлеге мәлдә республикабыҙҙағы иң ҙур фольклор коллектив булып иҫәпләнгән «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөнөң Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә уңышлы сығыштары, еңеүҙәре Нәсимә Морат ҡыҙының тырышлығы, һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерованың матур ғүмер байрамы уңайынан уның һөйөклө ғаилә ағзалары, «Тамаша» журналы аша иң ҡәҙерле кешеләренә үҙҙәренең йөрәк һүҙен еткерә.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Камил улы Тимеров, бөгөнгө геройыбыҙҙың тормош иптәше:
– Тормошомда Нәсимә кеүек ҙур йөрәкле кеше осрауын Хоҙайҙың ҙур бүләге итеп ҡабул итәм. Уның кеүек ҡатын-ҡыҙ бик һирәктер ул. Бик ярҙамсыл, алсаҡ, итәғәтле булғаны өсөн туғандар араһында ла, коллегалар араһында ла уны һәр саҡ ихтирам итәләр. Үҙе ижади шәхес, йырсы булһа ла, һәр ваҡыт минең өсөн борсолдо, минең ижадымды алғараҡ ҡуйҙы. Репертуар буйынса беренсе кәңәшсем, концерттарымда бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алып, миңә тик йырлар өсөн генә мөмкинлек тыуҙырыусы иңем дә, ҡанатландырыусым да ул. Шул уҡ ваҡытта ул алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн бик ныҡышмал, бер ваҡытта ла башлаған эшен ярты юлда ташлап ҡуймай, аҙағына тиклем уңышлы алып барып еткереү өсөн бөтә мөмкин булғанды һәм хатта мөмкин булмағанды ла эшләй торған көслө рухлы ҡатын. Ғаиләбеҙҙә уландарым менән бергә өс ир-егет – Нәсимәнең ауыҙына ғына ҡарап торабыҙ, сөнки ул урынлы талапсанлығы, аҡыллы кәңәштәре, наҙлы хәстәрҙәре менән беҙгә – көслө, әммә хисле ир-аттарға һәр саҡ таяныс. Күптән инде дин юлына баҫып, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып, өйөбөҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы әйләүсе лә ул.
Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғаиләгә ҡарата ихтирам көслө унда. Бер ваҡытта ла юҡ-барға тауыш ҡуптармаҫ, өйҙәге сүп-сарҙы тышҡа сығармаҫ. Уның ошо холҡо менән ғаиләбеҙ имен, тормошобоҙ матур.
Урал Азамат улы Тимеров, беҙҙең мәҡәлә геройының өлкән улы:
– Әсәйебеҙ беҙҙең бигерәк хәстәрлекле кеше. Ул аҡыллы нәсихәттәре, һәр саҡ урынлы һәм ваҡытында бирелгән кәңәштәре менән генә түгел, үҙенең шәхси өлгөһө менән дә беҙҙе һәр саҡ намыҫлы булырға, эшһөйәр һәм ныҡышмал булырға ла өйрәтте. Ул өләсәйемә бик оҡшаған. Беҙ бала саҡта атай менән әсәй һәр саҡ гастролдәрҙә булдылар. Ул ваҡытта беҙ Сибай ҡалаһында йәшәй инек. Мине бәләкәй генә килеш алмаш-тилмәш ике өләсәй-олатай ҡарамағына ҡалдыра торғайнылар, шуға ла бала сағым хәтирәләрендә Әминдә – әсәйемдең тыуған ауылында һәм Семеновск – атайымдың ауылында уҙған йылы иҫтәлектәр һаҡлана. Ата-әсәйем әйтеүенсә, мин бәләкәйҙән матур йырлағанмын. Үҫә төшкәс инде һәр төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнаша торғайным. «Ирәндек моңдары» конкурсында «Ҡаһым түрә»не башҡарып лауреат булдым. Әммә бала саҡтан ата-әсәйҙең йыш гастролдә йөрөүҙәрен, төнгә тиклем эшләүҙәрен күреп үҫкәнгәме, артист булырға теләгем булманы. Башҡорт дәүләт аграр университетын, аҙаҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетын тамамланым. Юғары уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломға тамамлағас әсәйем, әлбиттә, бик ныҡ ҡыуанды. Әммә, алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәре дөрөҫтөр, бейеүгә һөйөүөм уянды. Магистратурала иҡтисад һөнәре менән бер рәттән бейеүсе һөнәренә лә эйә булып сыҡтым. Бөгөн «Ырыу» заманса бейеү төркөмө туплап, йәштәр араһында билдәлелек яулай барабыҙ.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында бейеү түңәрәге алып барам, төрлө мәҙәни саралар уҙғарам. Кәләш алып та ҡәҙерле кешеләремде бик ҡыуандырҙым. Кәләшем – «Һылыуҡай», «Мисс Азия», «Мисс Рәсәй», «Мисс Рәсәй студентлығы» конкурстары еңеүсеһе Земфира Байдәүләтова күп яҡтан әсәйемә оҡшаған.
Бер урында тороу, ваҡытты юҡҡа сарыф итеү кеүек нәмәләрҙе өнәмәйем, шуға ла һәр саҡ үҫеш, камиллашыу өҫтөндәмен.
Арслан Азамат улы Тимеров, мәҡәләбеҙ геройының кесе улы:
– Ғаиләлә кинйә бала булып һөйөп-һөйөлөп кенә ҙурайҙым. Әсәйем бөтә матур, иркә һүҙҙәр менән яратып наҙлай торғайны. Әле лә, егет ҡорона ултырһам да, бәләкәй бала кеүек, ныҡ итеп яратып ала, күрәһең әсәйҙәргә был бик мөһимдер. Әсәйемдең бешергән аштарын бик яратам. Ағайым менән ике малай булғас, шуҡлыҡтарыбыҙ ҙа етерлек булғандыр, әммә әсәй беҙҙе бер ваҡытта ла ҡаты итеп шелтәләмәне.Үҙе йомшаҡ мөғәләмәлә булғанғалыр инде, атайҙы талапсаныраҡ булырға өгөтләй торғайны. Әммә дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатында ҡаты һүҙен дә әйтә белер ине. Үҫмер ҡыҙыҡһыныуы менән, ундай осорҙағы күп балалар кеүек, йәшереп кенә тәмәке тартып ҡарау кеүек ҡырын эшебеҙҙе лә әсәй тиҙ генә һиҙеп алып, ныҡ ҡына итеп «тәрбиә дәресе» үткәргәндән һуң беҙ ярамаған, һаулыҡҡа зыянлы ундай нәмәләрҙе бөтөнләй ауыҙға ла алмайбыҙ.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында белем алып, саксофонда уйнарға яратып өйрәндем. Матур итеп йырлап та ебәргәндә, миңә яратып ҡына «Атаһының балаһы!» – тиҙәр. Әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында, вокал бүлегендә белем алам. Халыҡ йырҙарын, академик йырҙар башҡарам. Йырҙар яҙам. Алдыма аныҡ маҡсат ҡуйғанмын. Киләсәктә бик яҡшы музыка белгесе булыр өсөн тырышам.
Башҡорт халҡының алтын аҡылында йәшәгән «Атанан күргән – уҡ юныр, әсәнән күргән – тун бесер», – тигән матур мәҡәл Тимеровтар ғаиләһе миҫалында бик асыҡ сағыла. Милләтебеҙҙең Нәсимә һәм Азамат исемле аҫыл ағасынан алыҫ төшмәгән алмалары ла, иманлы ғаиләлә нығынып, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын байытып, иленә, еренә хеҙмәт итер, ата-әсәһенең генә түгел, халҡының да улдары булыр, Иншаллаһ!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: