-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Апрель 2021, 18:00

"Башҡорт ҡыҙы ҡото һинең йөҙҙә! Һинең һүҙҙә - сәнғәт балҡышы!"

Сара - актрисаның икенсегә мулла ҡысҡыртҡан исеме икәнен беләһегеҙме? Яңы исем менән бергә ғаиләгә йәнә татыулыҡ килә, Сара иһә атаһының яратҡан ҡыҙына әйләнә.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығына һоҡланырға теләһәң – Сараға күҙ һал!.. Ҡатын-ҡыҙҙың саялығын белергә теләһәң – Әбйәлил ҡыҙына ҡара!.. Һылыу ҡатын-ҡыҙҙың зауығын, нурлы булмышын күрергә теләһәң – Сараға ҡарашыңды йүнәлт әле, үҙеңә рухташ, күңел тыныслығы эҙләһәң дә уның менән бер-ике кәлимә һүҙ менән бүлеш…
Һылыу, нәзәҡәтле, уңған ҡатын-ҡыҙ һәм тетрәндерерлек көскә, тәрән хискә эйә булған актриса, тиҙәр уның хаҡында. Һүҙем – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева тураһында. Сығышы менән ул Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан, был ауылдың элекке исеме - Ҡолбаҡты. Ялан яҡтары, ҡылғанлы дала араһында ятҡан был бәләкәй генә ауылдан бар халыҡҡа танылған ҙур шәхестәр сыҡҡан – Рәмил Ҡолдәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Сара Буранбаева ла улар араһында. “Бала сағымды иҫкә төшөрһәм, әле булһа танауыма ҡылған еҫе килеп бәрелгәндәй, ә күҙ алдыма ауылды уратып алған икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары баҫа”, - ти Сара үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып.

Әбделхәй Ғөбәйт улы менән Венера Фадил ҡыҙы ғаиләләрендә биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, Сара икенсе бала булып донъяға килгән. Сараның атаһының ауылдаштары араһында абруйы бик ныҡ ҙур була, холоҡ-фиғеле буйынса - тура һүҙле кеше, намыҫсан ир-егет тә тип беләләр уны. Йәш ғаиләлә тәүгеһе булып ҡыҙ бала –Рәмилә - донъяға килгәс, икенсе бала мотлаҡ малай булырға тейеш, тип фекер йөрөтә атай кеше. Хатта ул шулай булырға тейеш тип ҡабул итә һәм бала табыу йортона ҡатынын оҙатып ҡуйғас, үҙенсә бер түҙемһеҙлек менән малайын ҡаршы алырға әҙерләнә башлай. Ҡатыны бала тапҡан, тигән хәбәрҙе алыу менән, бөтә эшен ташлап, “Урал” мотоциклына ултырып, бала табыу йортона барып етә.

- Кем? – тип һорай ҡатынынан Әбделхәй ағай.

- Ҡыҙ. –ҡатынынан был һүҙҙе ишеткәс, йылмайып торған йөҙө һүрелеп, өмөт иткән малай тыумағас, ҡатынының артабанғы хәбәрен тыңлап та тормайынса, ҡырт боролоп ауылына ҡайтып китә. Уның ҡатынына үпкәһе шул тиклем ҙур була - өмөтөнөң аҡланмауын күреп, хатта бала табыу йортонан да барып алырға баш тарта ул. Уның ҡарауы – йәш әсә менән яңы тыуған бала тыуған ауылына –Әлмөхәмәткә - егеүле атта өләсәһе менән ҡайта. Тағы ла бер ҡыҙ тапҡан ҡатынына ла, йәш сабыйға ла оҙаҡ ҡына иғтибар булмай атай тарафынан – әсәй кеше балаға Розалия тигән исемде ҡуштыра. “Ай үҫәһен көн үҫә, матур бала булып үҫеп етә” – тигәндәре, моғайын, тура киләлер был осраҡта. Сәңгелдәктәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр. Йәш сабый ҙа, туп-тумалаҡ, теремек, матурҡас ҡына булып күҙгә күренә башлай – өләсәй менән әсәй уның янынан китмәй, “ҡара турғайым”, “алтыным”, “бәпкәм“ тиеп, тупылдатып һөйөп, әленән-әле ҡлударына алып “һәтес-һәтес һәтестә, бигерәк матур бәпес тә” тип, яратып ҡына торалар үҙен. Әбделхәй ағайҙың да күңеле йомшара – сабыйҙы ҡулына ала, уға һүҙ ҡуша башлай, ә бер көндө хатта “ҡыҙыбыҙға исеме тура килмәй, икенсе исем ҡуштырам” – тип, мулла саҡыртып, яңынан исем ҡысҡырта – шул ваҡыттан алып Розалия Сара булып китә. Яңы исем менән бергә ғаиләгә йәнә татыулыҡ килә, Сара иһә атаһының яратҡан ҡыҙына әйләнә.

Атаһының да күптән көткәне, теләгәне алдына килә - Саранан һуң тыуған малайҙар – Юлай менән Ишдәүләтте аталары ул ваҡыттағы иң абруйлы еңел машина - аҡ “Волга”ла ғына ауылдарына елдертеп алып ҡайта. Иң күп “почет” Юлайға эләгә – уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ иң матур уйынсыҡтары, хатта “Юлай” тип яҙылған ҡышҡы санаһы ла була.

Тәрбиә башы – ғаиләлә, тиҙәр. Сара үҫкән ғаиләлә лә шулай: бәләкәй ваҡыттан эш һөйөп, ата-әсәләренә ярҙамсы булып үҫә балалар, яҡшы уҡырға ла, йорт эштәрендә лә өлгөрәләр. Буш ваҡыттарында китапҡа мөкиббән китәләр, уларҙың баш күтәрмәй китап уҡып ултырғандарын күреп: “Ана, фәләндең ҡыҙҙары күптән инде эштәрен бөткән, ә һеҙ китапҡа сумғанһығыҙ”,– тип тә ара-тирә әйтеп ҡуйыр булалар. Йәһәт кенә ҡашығаяҡтарҙы, иҙәндәрҙе йыуып сығалар ҙа, йорт эштәрен теүәлләгәс, йәнә китаптарын ҡулға алыр булалар. Сараның әле булһа эште йәһәт кенә урын-еренә еткереп эшләп ҡуйыуы ла шул бала саҡтан ҡалған күркәм ғәҙәтелер, моғайын.

Әсәһе, үҙе етем үҫкәнгәме, балаларына ҡарата бик ныҡ наҙлы була, йоҡоларынан тупылдатып һөйөп, яратып уята. Мәктәпкә оҙатҡанда ҡапҡа төбөндә ҡосаҡлап, биттәренән үбеп ҡалыр була. Ауылдаштары: “Беҙҙә, башҡорттарҙа, улай балаларҙы үпкесләп тороу юҡ”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетеүгә ҡарамаҫтан, әсәй кеше ғүмер буйы балаларына мөнәсәбәтен үҙгәртмәй. Биш бала ла – Рәмилә, Сара, Юлай, Ишдәүләт, Эльвира – барыһы ла әсәйҙең сикһеҙ һөйөүен, мөхәббәтен тойоп, уның наҙына, иркәләүенә ҡойоноп үҫәләр. Һәм бөгөн үҙҙәре лә матур ғаилә ҡороп, атай-әсәй өйрәткәнсә тәрбиәле балалар үҫтерәләр.

Атаһы, киреһенсә, иркәләү-наҙлауға бигүк иғтибар итмәй, балаларына берәй төрлө иҫкәртеүҙәрен дә ҡатыны аша әйтер булған: “Әсәһе, ҡыҙҙарыңа әйт, шулай итһендәр”, – тигән формала аралашыу ғәҙәти күренеш була улар өйөндә. Әбделхәй ағай саҡматаштай ҡаты холоҡло, бигүк иркәләп-сөсөләнеп бармаған булһа ла, әммә балаларын кеше араһында кәм-хур булмаҫлыҡ итеп үҫтереүгә бар көсөн һала, һәр бер балаһына юғары белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Хатта уларға буласаҡ һөнәрҙәрен дә үҙе алдан билдәләп ҡуя. Баш бала Рәмиләне уҡытыусы итеп күрә атай кеше, ғаиләлә уҡытыусы булғас, икенсе бала – Сара мотлаҡ медицина юлын һайлап, табип булырға тейеш, тигән ҡараш тыуа һәм шул юҫыҡта әҙерлек башлана.

Иҫендә Сараның - йәйге оҙон кис һайын улар Рәмилә апаһы менән быҙау эҙләргә сығалар. Рәмилә апаһы Сараны бергә йөрөтәһе килмәй: “Оялам мин Сараң менән йөрөргә, ул бара-бара ла ҡысҡырып шиғыр һөйләй, йә йыр йырлай башлай” – тип әсәһенә зарлана икән. Театр тигән ғәжәйеп тылсымлы донъяның ене тәүге тапҡыр уға ауылдарына килеп Сибай башҡорт театры күрһәткән спектаклдән һуң “ҡағыла” – Рәмилә Сәлимгәрәева шул тиклем килештереп уйнай, хатта ки Сара бер-нисә көн был уйын тәъҫиренән арына алмай йөрөй, үҙе лә актриса булырға хыяллана.

Мәктәпте тамамлағас, атаһы “беҙҙең Сара врач буласаҡ” тип, уны Өфөгә медицина университетына алып килә. Әммә Сара, әсәһе ҡаты ауырып киткәс, һис тә ике уйлап тормаҫтан ата-әсәһе янына ҡайтып, уларға ярҙамлашырға ҡарар итә. Әммә өйҙә эшһеҙ ятырға ғына риза булмай – үҙҙәренең ауылындағы фермаға быҙау ҡараусы булып эшкә инә. Шул ваҡыт Рәүи ә Хажиева менән Роберт Заһретдинов совхоз ансамблен республика ким ә ленд ә ге смотрға әҙерләр өсөн ауылдарына килә. Рәүилә Хажиева Сараны бейергә өйрәтеп кенә ҡалмай, йәш ҡыҙҙың һығылмалы буй-һынына, тотошона һоҡланып, уға театр бүлегенә уҡырға барырға кәңәш итә. Сара әле булһа аптырап иҫкә ала – нисек итеп Рәүилә апай уның атаһын күндерә алған икән? Сәнғәт институтына имтихандар июль айында, ә башҡа юғары уҡыу йорттарына августа үткәрелгән булған, бәлки “Сәнғәт институтына Сара барып ҡараһын, унда үтмәһә – мединститутҡа барыр” –тигән хәйләгә ҡапҡандыр Әбделхәй ағай?!.. Ҡыҙы бер ынтылышта сәнғәт институтына үтер, тигән фекер уның башына ла инеп сыҡмай. Ә Рәүилә апай Сараны ярты юлда ҡалдырмай – Өфөгә ҡайтҡас, ул атаһына шылтыратып: “Ебәрегеҙ баланы, Өфөгә килһен, бында уны Мәхмүт Уразовтың ҡыҙы Зөлфиә менән таныштырам, дуҫ булырҙар” –тип саҡырып ала. “Минең һымаҡ, сәнғәт институтына инергә йыйынған тиҫтерҙәшем Зөлфиә менән таныштырҙы. Шулай итеп, мин июнь айында Өфөгә килеп төштөм, Зөлфиә менән дуҫлашып киттем, уларҙа бер-нисә көн торҙом, улар миңә шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр биреп ҡайтарҙылар, Зөлфиә ул ваҡытта Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләп йөрөй ине. Беҙ Зөлфиә менән бергә имтихандарға әҙерләндек” –тип иҫләй ул ваҡыттарҙы Сара.

Шулай итеп, яҙмыш үҙе уны ҡанат аҫтына алып, үҙ ҡулдары менән этәреп сәнғәт юлына алып килә. “1985-се йылдарҙа бер урынға 6-7 кеше дәғүә итә ине. Тәү күреүҙән уҡ минең яныма Тамара Шаһитовна килде. Минең ҡайҙан, кем икәнемде белеште, беҙҙең һығылмалыҡты тикшерә ине ул. Беҙгә ҡара купальниктар бирҙеләр, беҙ уларҙы кейеп комиссия алдына баҫырға тейешбеҙ. Ул купальник шул тиклем ҡыҫҡа, тәнде һығып торған һымаҡ, мин тегенән-бынан купальникты һуҙып тәнемдең асыҡ ерҙәрен ҡапларға тырышам. Быны күреп ҡалған уҡытыусы: “Ни эшләп улай итәһең, бында бит нәҡ һинең аяғыңды, кәүҙәңде ҡарайбыҙ. Матур һын-ҡиәфәтеңде күрһәтәһе урынға, һин киреһенсә ҡыланаһың” – тип шелтә бирә. Минең оялсанлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан шулай иткәнемде, моғайын, ул аңлағандыр инде”.

Бергә имтихан тапшырып йөрөгән абитуриенттар Сараның үҙен тотошона, осанкаһына иғтибар итеп, был ҡыҙ, моғайын, берәй ҡаланан килгәндер, билдәле берәй кешенең балаһылыр, тип ҡабул итә. “Төпкөл бер ауылдан, ябай ғаиләнән икәнемде белгәс, аптырап китәләр ине” – тип көлөп иҫләй Сара. А.Лощенков һәм В.Корякин етәкселегендәге Эксперименталь курсҡа уҡырға алалар уны – Башҡортостандан ғына түгел, Ижау, Мәскәү өлкәһе ҡалаларынан килгән рус һәм башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары уҡыған төркөмгә эләгә ул.

Сараның Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеүенә атаһы бигүк шатланмай – “Һин төшкө ашты ашарға мединститутҡа йөрө” –тип ҡайтҡан һайын әйтер булған. Күңеленән генә шуға ышанғандыр – етди һөнәр һайламаған ҡыҙы бәлки берәй табиплыҡҡа уҡыған егет менән танышып, уға кейәүгә сығыр, тигән уйы булғандыр...

Курсташтарына, Өфөгә өйрәнеп китеүе ҡыйын була – әммә үҙенең тырышлығы арҡаһында бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында тыуғандарға хас булған сифаттары унда ярылып ята. Оялсанлығын еңә, ошоға тиклем русса иркен аралашмаған ҡыҙ рус ҡыҙҙары менән дуҫлашып, әхирәттәр булып китә. Әммә күңел төбөндә һаман да ауылын, әсәһенең йылы ашын һағына... Башында бер уй – беренсе сиректе уҡып бөтөргәме, әллә уҡып тормайынса ғына ҡайтып китергәме. Шулай икеләнеп көн артынан көн үтә.

Сараның иҫендә тәүге тапҡыр институтҡа килеүе. Әхирәттәренең фатирына барып ҡуна, автобус менән килеп еткәнсе дәрестәр башлана. Ул институттың ишектәрен таба алмай ҡаңғыра. Бер ишек асылып китә лә унан бөтә ишекте кәүҙәһе менән ҡаплап торған ағай сығып баҫа.

- Нимә эшләйһең бында?

- Мин бында уҡырға индем... – тип яуап бирә Сара.

- Ниңә һуңлап йөрөйһөң? Әйҙә, минең арттан... –тип эйәртеп алып инә. Ҙур кәүҙәле, яңғырап торған тауышлы ағай артынан ҡурҡа-ҡурҡа ғына эйәрә. Был ағай – ул ваҡытта ректор булып эшләгән Заһир Исмәғилев булып сыға. Аҙаҡтан тағы күрешкәндә, Сараны иҫендә ҡалдырып: “Шунан, башҡаса һуңламайһыңмы?” – тип һүҙ ҡушып китә.

Беренсе курс студенткаһы булыуға ҡарамаҫтан бик үҙһүҙле һәм ҡыйыу ҙа була үҙе – Етенсе ноябрь байрамына ойошторолған демонстарцияға мотлаҡ барырға тейеш икәнлеген белгәс, ул декан ярҙамсыһы Суфия Ғилман ҡыҙы Кусимоваға барып: “Мин демонстрацияға бармайым, ауылыма ҡайтып киләм” – тип әйтә. Әммә уҡытыусы ҡаты тора: “Это не обсуждается. Беренсе курстарҙың бөтәһе лә демонстрацияла ҡатнашырға тейеш!” – тип баҫҡыстан өҫкә ҡарай менеп китә. Аҫта тороп ҡалған Сара: “Я билет купила уже. Я все равно уеду!..”- тип ҡысҡыра ла йүгереп сығып йүгерә. Ошондай тәүәкәллек тормошонда күп тапҡыр ҡабатлана – һәр ваҡыт булмаһа ла, әммә күп осраҡта еңеп сыға ул.

Студент йылдарының тағы бер хәтирәһе. Сәхнә теле буйынса уларҙы күренекле актер, драматург һәм педагог Илшат Хәлил улы Йомағолов уҡыта. Тәүге дәрес бара. Уҡытыусы студенттар менән таныша. Уҡытыусының уҫал икәнен тәүҙә үк шәйләй уҡыусылар.

- Исемең кем?

- Сара! – тип яуап бирә ҡыҙ, исеменең тәүге ижегенә баҫым яһап.

- Бәлки Сара түгел, ә Саралыр? – тип уға ҡараштары менән һөҙөп ҡарай ҙә, ҡаты ғына уны төҙәтеп ҡуя уҡытыусы, Сараның исеменең икенсе ижегенә баҫып яһап.

- Бәлки шулайҙыр… - тип ҡаушап төшә ҡыҙ. Студенттар менән танышып бөткәс, уларҙан шиғыр-әҫәрҙәрҙе һөйләтеп ҡарай Илшат Хәлил улы һәм… бөтәһен дә дәрестән ҡыуып сығара: “Кем һеҙҙе, булдыҡһыҙҙарҙы, уҡырға алды? Барығыҙ ана, асыҡ ишекте күрәһегеҙме? Һеҙҙе яңылыш бында уҡырға алғандар! Күҙемә күренмәгеҙ!.. Һеҙҙе институттан ҡыуам...” – тип ҡысҡырып тороп ҡала. Курсташтары менән өйкөлөшөп, ҡурҡышып ул ваҡытта кафедра етәксеһе булып эшләгән Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевҡа барып инәләр. Студенттарҙың алдында торған “проблема”ны тыңлағас, Ғабдулла ағай көлөп ебәрә лә: “Барығыҙ, бөгөнгә ҡайтығыҙ! Һеҙҙе бер кем дә уҡыуҙан ҡыумаясаҡ” – тип тынысландырып сығарып ебәрә. Һуңынан Сара Буранбаева Илшат ағайҙың яратҡан уҡыусыһына әйләнә, ҡаратырыш, намыҫсан, сәмле студентканы башҡа уҡытыусылар ҙа ярата.

Уҡығанда бик оялсан булған Сара яйлап сәнғәт серҙәренә төшөнә башлай, тәүге тапҡыр дөйөм ятаҡтағы вахтер апайҙы үҙенең уйынына ышандырғаны әле һаман иҫендә. Был хәл шулай була. Институтта имтиханға әҙерләнгән ваҡытта ҡайҙандыр кейемдәр, күлдәктәр алып торалар, ул күлдәктәрҙе йыуып, ситтәрен тегеп алып килергә кәрәк була. Пакет, сумка табылмағас, ул үҙенең күлдәктәрен футболкаһы аҫтынан эсенә урап ҡайтып китә. Дөйөм ятаҡтағы вахтаға барып еткәс, уны вахтер апай баштан-аяҡ ҡарап сыға ла, аптыраған ҡиәфәттә: “Проходи...те...”- тип мығырҙап ултырып ҡала, ә үҙенең ҡарашында “Был студентка йөклө булырға ҡасан өлгөргән икән” тигән һымаҡ аптырау ярылып ята. Вахтаны үтеп бүлмәһенә ингәс, Сара вахтер апайҙы үҙенең ауырлы икәненә шул тиклем ышандыра алыуына рәхәтләнеп көлә, тимәк, минән актриса сығасаҡ, тип ғорурланып та ҡуя үҙенең ҡыланышына.

Студент йылдарында ул тулыһынса ижади мөхиткә сума, үҙе лә белмәйенсә сәнғәткә ынтылған бала саҡ шаңдауы ысынбарлыҡ булып алдына баҫа: курстарында төрлө этюдтар ҡуялар, театрҙарға спектаклдәргә йөрөйҙәр, хатта студент саҡтарында уға Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов саҡырыуы буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән илле-алтмыш көнлөк йәйге гастролдәргә лә сығырға тура килә. Билдәле шәхестәр –Анатолий Лощенков, Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина һәм башҡалар менән аралашып йәшәү, уларҙың ҡул аҫтында уҡыу Сара өсөн әле булһа бик тә бәхетле миҙгелдәр булып хәтерендә ҡала.

Табип һөнәрен һайлаһа – бик яҡшы табип сығыр ине Саранан, әммә сәнғәт күгендә уның Һомай, Аҡйондоҙ, Гөлнәзирә, Тәңкәбикәһе тыумай ҡалған булыр ине. Шөкөр, ул образдар башҡорт театры сәхнәһендә тыуҙы һәм меңләгән тамашасының күңеленә барып етте...

Сара Буранбаева матурлыҡ, тормош, ижад хаҡында һөйләй, ә минең уйыма шағирә Лариса Абдуллинаның шиғыр юлдары килә:

Башҡорт ҡыҙы ҡото һинең йөҙҙә !

Һинең һүҙҙә – сәнғәт балҡышы!

Ҡул сабыуҙар араһында ишет

Милләтеңдең йөрәк алғышын!

Динара Ҡәйүмованың мәҡәләһенән

(мәҡәлә "Ватандаш" журналында баҫылды)

Читайте нас: