-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Апрель 2021, 12:00

Күҙҙәрендә – йәшәлгән йылдар балҡышы

Эйе, ергә яҙ һулышы, яңырыу алып килгән март айында тыуып, ошо араларҙа үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләгән Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова – республикабыҙҙа билдәле шәхес. Уның хаҡында әленән-әле төрлө матбуғат баҫмаларында ла яҙып торалар, телевидение һәм радио аша ла тапшырыуҙар ойошторола.

Хатта халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова Г. Моратованың тормош юлы хаҡында заманында китап уҡыусыларға «Мин ҡалдырған эҙ» тип аталған шаҡтай ҙур күләмле художестволы-биографик әҫәр ҙә тәҡдим итте.
...Таланттарға бай Учалы районының Илтабан ауылында тыуып үҫкән Гөлдәр Сабит ҡыҙы ауылдарындағы башланғыс мәктәптән һуң, күршеләге Ҡунаҡбай ауылына йөрөп уҡып, урта мәктәпте тамамлай. Бер юлы
12 саҡрым ерҙә ятҡан Учалы ҡалаһындағы музыка мәктәбенә, яҙлы-көҙлө – мотоциклда, ҡышын йәйәү йөрөп, музыкаль белем алырға, бала сағынан килгән хыялы – баянда уйнарға ла өйрәнә тырыш, сәмсел һәм маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ. Артабан Өфөләге сәнғәт училищеһына уҡырға инеү теләге менән яна тал сыбығы кеүек нәҙек булып буй еткергән Гөлдәр. Тик өҫкә кейергә, ул ваҡыттағы күпселек ауыл балаларына хас булғанса, йүнле-башлы кейем, ә ҡулда аҡса юҡ. Тырыш уҡыусыларын Ҡунаҡбай урта мәктәбендә йыр, рәсем, һыҙма уҡытыусыһы итеп эшкә ҡалдыралар. Мәктәптәге төп эшенән тыш, кистәрен ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып та эшләргә өлгөрә алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған ҡыҙыҡай. Икенсе йәйгә Өфө сәнғәт училищеһының хор-дирижер бүлегенә уҡырға ингәс, студент тормошон Учалы ҡыҙҙарын үҙ янына туплауҙан башлай уҡыусы сағынан лидерлыҡ сифатына эйә булған Гөлдәр Сабит ҡыҙы. Хәҙер инде атаҡлы йырсы булып танылған Флүрә Килдейәрова, бер туған Зифа һәм Фирҙәүес Йомабаевалар менән бер
бүлмәгә урынлаша улар. Башҡа һабаҡташтары, шулай уҡ һуңынан күренекле сәнғәт әһелдәре булып киткән Тәнзилә Үҙәнбаева, Радик Гәрәев, Гөлдәр Ильясова, Ләлә һәм Биктимер Муллабаевтар менән аралашып йәшәгән дәртле студент йылдарын һаман да һағынып иҫкә ала.
Уҡыуҙы тамамлап, тыуған яғына – Учалы музыка училищеһына методист булып эшкә ҡайтҡас, йәш белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Әлбиттә, эш менән бергә юғары белем алыу тураһындағы хыялын да тормошҡа ашыра: 1983–1989 йылдарҙа ситтән тороп уҡып, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтын уңышлы тамамлай. Тап шул йылдарҙа Г.С.Моратованың тәҡдиме һәм юллауы буйынса, Учалы ауылында район
музыка мәктәбе асылып, Ураҙ, Ахун, Иманғол ауылдарында уның филиалдары ойошторола. Был учреждениеларҙы махсус белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү өсөн бер төркөм йәштәрҙе Өфөләге һәм Силәбеләге уҡыу йорттарына йүнәлтмәләр буйынса уҡырға ебәреү хәстәрлеген күрә район музыка мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарған Гөлдәр Сабит ҡыҙы. Концерттар
ойоштороп, райондың төрлө ауылдарында сығыш яһауҙар, мәктәп уҡыусыларының бихисап фестиваль-конкурстарҙағы еңеүҙәре ул эшләгән музыка мәктәбенең данын
арттыра, унда уҡырға теләүселәрҙең һаны күҙгә күренеп арта бара. Бына шулай, үҙенең булдыҡлылығы, юғары ойоштороу һәләте һәм күп яҡлы
таланты менән айырылып торған ижади шәхесте район етәкселеге лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, әлбиттә. Һәм Гөлдәр Моратова Учалы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (Мәҡәлә тиҙҙән "Тамаша" журналының 2-се һанында донъя күрәсәк)
Читайте нас: