+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Апрель 2021, 19:04

"ҮТӘ НЫҠ ЙӘШЕРТЕН" БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

Бары уға ғына Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөргә ышанып тапшыралар.

Уның фильмдарының исеме юҡ, тик һандар ғына, һәм "СОВЕРШЕННО СЕКРЕТНО" тамғаһы һуғылған. Ә ул үҙе, "Бер кемгә лә, бер нимә лә һөйләмәм" тигән ҡултамғаһын ҡуйып, 40 йыл буйына бөтә күргән-белгәндәрен тик хәтерендә генә йөрөтә... "Үтә ныҡ серле" башҡорт егете - кинооператор Мәхмүт Рафиҡов тураһында "Номерной" документаль фильмын һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә.
Мәхмүт Рафиҡов...
СССР -ҙың иң ҙур ҡеүәтен күрһәтеүсе тәүге атом бомбалары шартлатыуҙарҙы тарихи киноға төшөрөүсе үҙ-үҙен аямаған ҡыйыу кинооператор. Шартлауҙарҙы документаль кадрҙарҙа беҙ күргән күренештәрҙең барыһын да тик ул ғына төшөргән. Ул йәшертен хәрби һыу аҫты кәмәһен видеоға төшөрөргә күрһәтмә алып, уны үтәгәндә ныҡ итеп радиация менән ағыулана һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Врачтарға үҙ хәлен һөйләргә ярамай, юғары температураһын төшөрөү, радиацияны йыуҙырыу өсөн 3-4 сәғәттәр буйы душ аҫтында тора.
Бары уға ғына Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөргә ышанып тапшыралар. Уның Хрущевҡа телефондан шылтыратып иҫән-һау Ергә әйләнеп ҡайтыуы тураһында отчёт биреүен һәм башҡа күрһәтмәләрҙе үтәүен төшөргән берҙән-бер оператор була. Тәүге космонавтың ниҙәр кисергәнен, бер кем дә күрмәгән мөшкөл хәлен бары ул ғына күрә, төшөрә һәм мәңгелек архивҡа йәшерә. Уның оҫталығын Сергей Королeв һәм Игорь Курчатов, академик Сахаров бик юғары баһалайҙар.
91 йәшлек кинооператор - тотош совет эпохаһының өндәшмәҫ шаһиты, бер кем дә белмәгән тәрән серҙәрҙе хәтерендә тота. Күптән түгел үҙе тураһында документаль фильм төшөрөлгән саҡта, асылып, бик күп хайран булырлыҡ факттарҙы һөйләй.
Үҙе төшөргән күп фильмдарҙы ул 40-50 йыл үткәс кенә үҙ күҙҙәре менән тәүге тапҡыр күрә.
Авиация студенты нисек кинооператор булып китә һуң?
Мәхмүт Рафиҡов авиация институтының 3-сө курсында уҡығанда "Яҙ" кинокомедияһында төшөргә саҡырыу ала. Фильм төшөрөү барышында ул киноға ғашиҡ була, ике йыл тырыша торғас, Бөтә союз дәүләт кинематография институтына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, ул "Үҙәк фәнни фильм (Центрнаучфильм) студияһына эшкә алына.
Уның беренсе кадрҙары йәшерен, ябыҡ полигондарҙа төшөрөлә. Атом һәм водород бомбаларын, ракеталарҙы һынау барышын төшөрә.
Уны иң ауыр, иң хәүефле урындарға ебәрәләр, сөнки беләләр: Рафиҡов үлем ҡурҡынысы янағанда ла үҙенә тапшырылған эште намыҫлы үтәйәсәк.
Легендар кинооператор тураһында "Номерной" документаль фильмын һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә. Ул йәш Мәхмүтте уйнар өсөн төп геройға оҡшаған егет кеше эҙләй. Мәскәү студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының әүҙем ойоштороусыһы, Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты студенты Фаил Илембәтовты күргәс, Гөлназ үҙенә кәрәк кешене тапҡанлығын аңлай һәм осрашыуға саҡыра. Легендар кинооператор ролендә уйнарға тәҡдим итә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ актерлыҡ һәләттәре менән һоҡландырған Фаил, үҙен һынап ҡарар өсөн риза була.
Йәш һәм ҡыйыу операторға Фаил тышҡы фиғеле менән генә түгел, ә эске батырлығы менән дә бик оҡшаған була. Уның ҙур сәхнәләрҙә, Мәскәүҙәге башҡорт КВН-ында уйнап туплаған тәжрибәһе бик тә килешеп ҡала, махсус белеме булмаһа ла, Фаил ысын актерҙарса, режиссёрҙан тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп, хатта уға кәңәштәре менән ярҙам итеп, йәш Мәхмүт Рафиҡов ролен ихлас уйнай.
"Кино төшөрөү барышында, инде олоғайған герой менән осрашыуҙар, уның менән һөйләшеп ултырыуҙар тормошомдоң бик иҫтәлекле мәлдәре", - тип хәтерләй Фаил.
"Юрий Гагаринды фотоға һәм видеоға төшөргән кинокамераны тотоп ҡараным", - ти ул. Ергә килеп төшкәс тә, Гагариндан алған автографлы паспортын да күрһәтә Мәхмүт Рафиҡов. Ни өсөн паспорты? Сөнки автограф ҡуйҙырырлыҡ, кинооператорҙың эргәлә башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙы булмай һәм ул паспортын һуҙа. Был паспорттың аҙаҡҡы битендә "Оператору, Гагарин, 12.04.61 " тигән яҙыу бар.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: