Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры тамашасыларҙы яңы спектакль менән ҡыуандырҙы. Тәбиғәттең һөйөү йыры ғына йырлап торған яҙ мәлендә Наил Ғәйетбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ғашиҡтар көнө” музыкаль комедияһы бик ваҡытлы ТАМАША булды. Йәшлек, мөхәббәт, йыр-моң - был тамашаның төп геройҙары. Комедияның режиссеры - Рөстәм Хәкимов. Һәр актерҙың оҫталығы, образдарҙың сағыулығы һәр саҡтағыса һоҡланғыс.