-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Апрель 2021, 20:30

ТАМАШАҒА ИКЕ БИЛЕТ ОТ

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновҡа һорау бир һәм тамашаға 2 билет от❗❗❗Иң матур һорауҙы Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы үҙе һайлап ала.Дуҫтар, Һеҙгә ярҙамға апрель һанында сығасаҡ мәҡәләне тулыһынса бирәбеҙ. Уҡығыҙ һәм Донъябыҙҙың виртуоз ҡумыҙсыһына иң хәтәр һорау биреп, хәтәр тамашаға 2 билет отоғоҙ✨

Моңдан туҡылған яҙмыш
Әгәр ул ижадсы булһа, уның ҡулын, уның стилен меңдәр араһынан таныйым, тиер инек. Хәйер, ул былай ҙа ижадсы, тик уның ижады сәнғәт донъяһы менән бәйләнгән, уның яҙмышы ҡумыҙ моңона сорналған. Айырма бары тик шунда ғына: ҡулына ҡәләм алған ижадсы күргән-кисергәнен аҡ ҡағыҙға төшөрһә, ул был донъяны моң аша һүрәтләй. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр уның телен аңлап та бөтмәйҙер, моң шишмәһенең шифалы ла, серле лә һыуын татып та ҡарамағандыр. Ә минең өсөн ул – ғаләм илсеһе сүрәтендә күҙаллана. Ышанмайһығыҙмы? Улайһа, уның моңон баштан башлап тыңлап ҡарағыҙ...
Моң ағыла... Уның ҡайҙан килгәнен генә аңлап булмай, әллә ул күктән төшә, әллә күңелдә яралып, киреһенсә, күккә олғаша. Әммә ул яңы йән яралғандан алып уның булмышында йәшәй. Хатта был донъя менән танышҡанға, тәү тапҡыр ауаз һалғанға тиклем ул ошо моңдо таный. Һуңынан инде әсәһенең бишек йырын, мандолина-ҡумыҙ уйнауын, атаһының гармун, ҡурай тауышын ишеткәндә бәләкәй генә аяҡ-ҡулын болғап
ошо моң артынан талпынып-талпынып ҡуя. Йәмле Әй буйында урынлашҡан Мәсетле районының Һөләймән тигән ауылында Мәймүнә менән Миңләхмәт Зәйнетдиновтарҙың йырлы-моңло, гармун-ҡумыҙлы, сәнғәткә ғашиҡ ғаиләһендә бынан ярты быуат элек, 17 апрелдә 11-се бала булып тыуа Миңлеғәфүр. Моғайын да, ул тыуғанда күктән ергә моңло бер йыр төшкәндер, һәр хәлдә ул уйнаясаҡ музыка ҡоралдарының береһе уның яҙмыш
дәфтәренә беренсе нотаны яҙып ҡуйғандыр.
Әллә ул моң киң яландарҙа көтөү-көтөү булып йөрөгән йылҡыларҙың тояҡ тауышы, аттар кешнәүе, еҙ ҡыңғырау сыңдары булып килеп ингәнме икән уның булмышына? Һәр хәлдә, әле уҡырға ла инмәгән сағында ул атта һыбай елер өсөн генә әсәһе бешеренгән ялан станына көн һайын биш саҡрымды йүгереп үтә. Биш саҡрым нимә инде – уның ҡарауы, һуңынан ул атта сабып кинәнә, эйәрһеҙ булһа ни, аттың ялына, һыртына
йәтсәләй йәбешеп, елдең ҡолаҡҡа ғына ниндәйҙер серле көй һыҙғырыуын тыңлап сабаһың... (Саҡ ҡына алға китеп әйткәндә, Миңлеғәфүр һабантуйҙарҙа ат сабышында 5 йыл рәттән беренселекте бер кемгә лә бирмәй!)
Бәләкәйҙән үк ул да башҡа туғандары кеүек йыр-моңға тартыла, ҡулына гармун ала, ҡумыҙ сиртергә өйрәнә, ҡурай һыҙғырта. Әммә ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш иркенләп шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәй. Өҫтәүенә, етмеш төрлө һөнәргә эйә оҫта ҡуллы атаһы Миңлеғәфүр тыуғанда һарыҡсылыҡ фермаһында эшләгәнлектән, йәйге эҫе оҙон көндәрҙә лә һарыҡ көтөргә тура килә. Ә улары башҡа малдар кеүек тыңлаусан ғына ашап йөрөмәй, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китергә көтөп кенә тора. Шуға тәүҙән үк уларға ҡаты ҡуллы икәнлегеңде, бында кемдең хужа икәнлеген аңлатырға тура килә. Теләгән ваҡытта эргәлә генә көмөштәй саф Әй ағып ятыуға ҡарамаҫтан, көтөүҙе ташлап һыу инергә сабып булмай, уның ҡарауы, үҙең теләгәнсә ҡумыҙ сиртергә, ялан-ҡырҙа ишетелгән ҡоштар, бөжәктәр, ат тояҡтары тауышын, үлән үҫеүен, йылға ағышын, урман шауын тыңлап, уларҙы ҡабатларға, ҡумыҙҙа уйнап көй сығарырға тырышырға мөмкин. Әйтерһең дә, ялан – киң сәхнә, меңәрләгән тамашасыға әүерелгән һарыҡ, ашауын да онотоп, иҫе китеп, һиңә төбәлгән... Бер аҙ үҫә төшкәс, нисек арбағандыр, көтөү көткән ваҡытта, ҡошсо ырыуының бер вәкиле булараҡ, ыласынды өйрәтеп ала ул. «Иңбашына ыласын ултыртып, атта сабып йөрөгән малайҙы һағынам, – ти ул хәҙер
ҙә. – Шул ваҡыттағы рух күтәренкелегенә, йөрәктең күкрәккә һыймай ҡайҙалыр бейеккә талпыныуына сыҙамай, иң бейек тауҙың башына менеп: «Мин – Салауат батыр!» – тип, бар донъяға ҡысҡыра торғайным».
Яҙмыш китабында сираттағы нота ҡасан яҙылғандыр, уныһын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмаҫ, моғайын. Минеңсә, ул Миңлеғәфүр, бил бирмәҫ атаһы һәм ағаларына эйәреп, милли көрәш менән шөғөлләнә башлағас, буласаҡ сәнғәт әһеле яңылыш юлдан китеп бармаһын тип, хәүеф менән яңғырағандыр? Эйе, мәктәптә уҡығанда уҡ, үҫмер йылдарында һәм егет ҡорона ингәс тә ул йәйге һабантуйҙарҙа ғына түгел, төрлө көрәш бәйгеләрендә ал бирмәҫ батырға әйләнә, бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, чемпион, һабантуй батыры исемдәренә лайыҡ була. Спорт мастерлығына кандидат исемен ала. Быға аптырайһы ла түгел, атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, йыл һайын һабантуй байрамына үҙҙәре үҫтергән һарыҡтарҙың иң һимеҙен ағалары менән һайлап, көрәш майҙанына алып барып, һуңынан, аталары еңеүсе булғас, уны үҙҙәренең урамына алып ҡайтып, шул көндө үк барлыҡ ауылды тигәндәй бишбармаҡ менән һыйлағанды күреп үҫкән бит ул. Шулай ҙа егет күңелендә моң ғәли йәнәптәре үҙенең тамырын ныҡлап ебәреп өлгөргән
була: кис етһә, ул ағалары менән ауылдың дүрт осона кем гармун, кем баян тартып сығып китә лә, йәштәрҙе уйынға йыя. Таңға тиклем бербереһен алмаштырып гармунбаян уйнай улар, ә таң менән ҡабат эшкә... Хәйер, моңло күңелле Миңлеғәфүрҙең атта сабыуына, батырҙар шөғөлө булған көрәште үҙ итеүенә аптырайһы түгел: башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың әсәһе Һөләймән ауылы ҡыҙы булған бит, ул да улын батыр ҙа, шиғри күңелле, моңға ғашиҡ итеп тәрбиәләй алған икән, күрәһең, ошо ауыл ҡыҙҙарының үҙенсәлекле серелер был...
Яңы аккорд... Яңы нота... Ниндәйҙер һынылыш, яңырыш ишетелә унан. Әлбиттә, Миңлеғәфүр, атай йортон ҡалдырып, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый башлай. Күбеһенсә ҡыҙҙар уҡыған уҡыу йортона уны бары тик бер сәбәп алып килә – унда баянда уйнарға мөмкин! Шунан башлана ла инде студенттарҙың күрше ауылдарға концерттары, төрлө сараларҙа ҡатнашыуҙар. Артабан яҙмыш юлдары егетте Башҡорт дәүләт
у н и в е р с и т е т ы н ы ң башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына илтә. Бында биш йыл ысын мәғәнәһендә йырлап уҡый ул. Эйе, йырлап, сөнки, беренсенән, педучилище тамамлап килгән студенттар өсөн уҡыу һәр саҡ еңел бирелә, икенсенән инде, университеттың «Йәнгүзәл» фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһенә әүерелә. Хатта ул ваҡытта студенттарҙы республика райондарына көҙгө уңыш йыйырға ебәреү тәжрибәһе булып, курстарын бер ауылға алып барып урынлаштырғас ауылдың «текә» егеттәре менән тиҙ арала уртаҡ тел табырға ла баяны ярҙам итә тиһәң дә
һис бер хата булмаҫ. Курсташтары менән улар хатта ауыл халҡы алдында концерт менән сығыш яһарға ла өлгөрә.
Туҡта... Күңелде иләҫ-миләҫ килтергән, уттан алып һыуға һалған ниндәй аккорд һуң ул? Бәлки, Миңлеғәфүрҙең баш ҡалалағы Мәсетле районы студенттары ойошмаһы етәксеһе булған сағында «Аҡ тирмә»лә Мәсетле районы көндәрен үткәреүҙә әүҙем ҡатнашып йөрөгән мәлелер ул? Эйе, тап шунда уның күҙенә сәхнәлә ойота баҫып «Заһиҙә» бейеүен башҡарған һылыуҡай салына. Уның сығышын тын да алмай
күҙәтеп ултырған егет тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була һәм, сәхнә артына сығып, ҡыҙ менән таныша ла уны шул көндө үк осрашыуға саҡыра. Әлбиттә, ҡыҙ баш тартмаһын өсөн бер аҙ хәйләләшергә тура килә: Мәсетле районы бейеү коллективының 20 егет һәм ҡыҙын ятаҡтағы бүлмәһенә алып ҡайта ул. Әммә хәйләһе лә үҙен аҡлай – шул көндән ике араны хаттар бәйләй башлай. «Миңлеғәфүр матур итеп дуҫлашты. Хаттарын тик шиғыр менән яҙып ебәрә торғайны. Ул хаттары әле лә ғаилә альбомында һаҡлана. Ҡайтҡан һайын сәскәләр алып ҡайтты», – ти хәҙер уның хәләле Гөлгөнә.
Ике йәш йөрәктең бер моңға көйләнеүен Мендельсон маршы раҫлап ҡуя: Миңлеғәфүр – юғары уҡыу йортон, Гөлгөнә Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, өйләнешәләр. Уларҙың туй мәжлесендә егеттең ике туған ағаһы Баһауетдин Зәйнетдинов пар ҡумыҙ бүләк итеп, йәштәргә моңло ғүмер һәм ҡустыһына яҡташы Роберт Заһретдинов кеүек донъяны ҡумыҙ менән яулап алыуын теләй. Бер аҙ алғараҡ китеп әйткәндә, уның теләге фәрештәләрҙең «амин» тигән сағына тура килгәнмелер, 2011 йылда Яҡутстанда үткән халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурсында Миңлеғәфүр «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. Был исем 20 йылға бер генә бирелә, донъяла 18 кеше, шул иҫәптән Рәсәйҙә Башҡортостандан – ике, Яҡутстандан дүрт кеше ошо юғары исемде йөрөтә.
Эштәре көйләнгән йәш ғаилә хеҙмәт юлын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында башлай. Миңлеғәфүр – «Башҡортостан мәҙәниәте»н, музыка уҡыта, милли көрәш секцияһын алып бара һәм 25 кешенән торған ҡумыҙсылар ансамбле ойоштороп ебәрә. Бер көн гимназияла Роберт Заһретдинов менән осрашыу һәм уның концерты була. Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы сығышына таң ҡала. Таң ҡала ғына тип әйтеү, бәлки, уның шул ваҡыттағы кисерештәрен асып та бөтөрмәйҙер – ул шундағы мөхит, шундағы моң, шундағы донъя менән бер бөтөнгә әүерелә. Әйтерһең
дә, ошо сара Миңлеғәфүрҙең күңеленең иң төбөндә ятҡан илаһи бер нотаны уятып ебәрә. Һуңынан, ныҡ тәьҫирләнгән һәм тетрәнгән егет йөрьәт итеп, мэтрға ҡумыҙҙа уйнап күрһәтә. Уны иғтибар менән тыңлаған Роберт ағай: «Ҡустым, һинән рәт сығыр, тырыш», – тип үҙенең фатихаһын бирә. Шундай абруйлы кешенең ҡеүәтләү һүҙен ишетеү Миңлеғәфүргә, әйтерһең дә, ҡанаттар ҡуя – ул тағы ла дәртләнеберәк шөғөлләнә, төрлө сараларҙа ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта үҙенә алмаш әҙерләп, теләүселәрҙе ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә башлай. 1990 йылда әсәһе Мәймүнә апай ғаилә фольклор ансамбле ойоштороп ебәрә.
Ул биш кенә кешенән: үҙе, ике улы, шул иҫәптән Миңлеғәфүр, һәм ике ҡыҙынан торһа, хәҙер инде Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле 70 кешенән
артып китә. Ә Миңлеғәфүр әсәһен дә уҙҙыра – ул бөтә донъя башҡорттарына ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп, уларҙан бер ансамбль тупларға хәленән килә. Ысынлап та, уның уҡыусыларын бер урынға йыйһаң, уларҙы бер ниндәй сәхнәгә лә, залға ла һыйҙырып булмаясаҡ, улар өсөн иркен ялан, киң сәхрә кәрәк, сөнки яҡынса ғына иҫәпләгәндә лә уның уҡыусылары бөгөн 4 меңдән күберәк.
Артабан ниндәй нота ишетелә тиһегеҙме? Әлбиттә, тантана, тәүге бала тыуыу һөйөнөсө. Был шат ауаздар хатта йорт-ерһеҙлек мәшәҡәттәрен дә оноттора, йәштәр аптырап тормай, күтәренеп тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Миңлеғәфүр Мәсәғүт лицей-интернатында уҡыта башлай, Гөлгөнә ҡыҙҙары Ләйсәнде тәрбиәләй. Тик күңел тигәнең һаман ҡайҙалыр ашҡына, яңы офоҡтар, яңы бейеклектәр эҙләй. Әллә яңы моң артынан эйәрәме? Нисек кенә булмаһын, йәш ғаилә бер ни тиклем ваҡыттан һуң инде ике сабыйын: Ләйсән ҡыҙҙарын һәм биш айлыҡ ҡына Азаматты күтәреп ҡабат Өфөгә юллана. Өфө тиһәләр ҙә, ул һәр килгән башҡортто
«Өф» итеп кенә ҡаршы алып тормай, киреһенсә, ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа, тоғролоҡҡа һәм ныҡышмалылыҡҡа һынай. 10 йыл ятаҡ тупһаһын тапаған Зәйнетдиновтар өсөн дә ул ҙур һынау була, әммә
улар ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, киреһенсә, бер-береһенә терәк булып, бер-береһен аңлап алға бара. Шулай булмаһа, ғаилә башлығының шул йылдар арауығында башҡорттарҙы ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә
төшөндөрөү маҡсатынан оҙайлы командировкаларҙа булып, Башҡортостандың барлыҡ райондарын ғына түгел, башҡорттар йәшәгән күрше төбәктәрҙә: Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Силәбе, Свердловск, Төмән
өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстан Республикаһында, Владивосток, Новосибирск, Томск һәм башҡа бик күп ҡалаларҙа йөрөүенә хәҙер күп балалы (ҡабат Өфөгә килгәс, Зәйнетдиновтар ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙҙары – Илүзә тыуа) ниндәй ҡатын түҙер ине икән? «Хәҙер башҡорт милли музыка ҡоралдарына уйнарға онлайн өйрәтеүҙәренә аптырайым, – ти Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы. – Үҙем уҡытыусы булараҡ һәм быға тиклем күҙмә-күҙ ҡарап, балалар, ололар менән бәйләнеш булдырып һәм бер нисә көн рәттән шөғөлләнеп кенә ниндәйҙер һөҙөмтәгә
өлгәшеп була икәнлегенә төшөнгәнмен. Ә башҡа осраҡтар – бары тик күҙ буяу ғына».
Баш ҡала, сәнғәт мөхите уның һәләтен баҙығыраҡ балҡыта, уға яңы һулыш бирә. Тәүҙә республика конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәр яулаһа, аҙаҡ донъя кимәленә сыға, төрлө илдәрҙә сығыш
яһай: Австрия, Германия, Норвегия, Польша, Белоруссия, Төркиә, Кипр, Ҡытай, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан һәм Рәсәйҙең күп ҡалаларында ҡумыҙ моңон яңғырата. Яңынан-яңы еңеүҙәр яулап ҡына ҡалмай ул, хәҙер инде үҙенең донъяға бер түгел ике виртуоз ҡумыҙсыны бүләк иткән тыуған Мәсетле районында Ҡумыҙ байрамын үткәреү хыялы менән яна башлай һәм уны 2007 йылда тормошҡа ашыра. Тәүҙә ул район кимәлендәге сара булып ҡына башланһа, яйлап республика конкурсы статусын ала, ә 2019 йылда халыҡ-ара кимәлгә күтәрелә. Хәҙер инде ике йылға бер тапҡыр Әй буйҙары бер нисә көнгә ҡумыҙ моңона күмелә – төрлө ерҙәрҙән килгән ҡатнашыусылар унда үҙ көсөн һынай, кемдер иһә тәүге сирҡаныс ала. Был ваҡиғаның үҙенән үк триумф нотаһы ишетелә, шулаймы?
Миңлеғәфүрҙең әсәһенең ғаилә ансамбле ойоштороп сығыш яһау традицияһы бөгөн Зәйнетдиновтарҙың һәр ҡайһыһының ғаиләһендә дауам итә: улар бергәләшеп тә, һәр ғаилә айырым ансамбль булып та сығыш яһай.
Бында ла Миңлеғәфүрҙең ғаиләһе ал бирмәй: «Йәш ғаилә», «Ғаилә биҙәктәре», «Шәжәрә», «Ғаилә ҡиммәттәре», «Иң яҡшы атай», «Өлгө ал» республика конкурстарында еңеү яулай, һуңғыһында хатта автомобилгә лайыҡ була.
«Ғаилә ансамблебеҙҙе «Республика» тип атаныҡ. Мәскәүҙә, Екатеринбургта сығыш яһап лауреат булдыҡ, ә 2019 йылда Төркиәлә үткән халыҡара ҡумыҙсылар конкурсында гран-при яулап алып ҡайттыҡ. Ләйсән ҡыҙым БДУ-ны уҡып бөтөп Болгарияла, Ҡытайҙа белем алды, бөгөнгө көндә 13 илдә булды, әлеге ваҡытта ул Дубайҙа. Азамат улым үҙ теләге менән ил алдында хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтты, әлеге
ваҡытта БДПУ-ның 2-се курсында белем ала, «Аманат» бейеү коллективы менән Италияла, Төркиәлә сығыш яһаны. Бейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсы. Илүзә ҡыҙыбыҙ Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡый, бейеү, йыр түңәрәгенә йөрөй, инглиз телен өйрәнә, – ти Миңлеғәфүр.
Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә, уның телмәрендә ғорурлыҡ ноталары яңғырауын тойомларға була. – Гөлгөнә быға тиклем 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡытһа, әле үҙ эшен асып ебәрҙе, милли биҙәүестәр оҫтаһы. Милли биҙәүестәр, милли музыка уйын ҡоралдары күргәҙмәһе менән Рәсәйҙең күп ҡалаларында булдыҡ, күп ерҙәргә саҡырыуҙар алып торабыҙ. Республикала үткән төрлө сараларҙа актив
ҡатнашып әүҙем тормош алып барабыҙ. «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә ғаиләбеҙ менән «Яратам» һатыу нөктәһен булдырҙыҡ».
Кеше шулай ҡоролған – ул алдына ҡуйған бер маҡсатты үтәй ҙә, шунда уҡ икенсе маҡсат ҡуйып, шуға табан бара. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының
мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсылары исемлегендә Роберт Заһретдиновтан ҡала икенсе башҡорт милләте вәкиле булып торған һәм башҡа бик күп халыҡара наградаларға эйә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та бөгөн яңы маҡсаттар менән янып йәшәй – республикала Ҡумыҙ үҙәге асырға хыяллана. «Беҙҙә ҡумыҙҙы һаман да халыҡ музыка ҡоралы тип кенә ҡабул итәләр, башҡа халыҡтар иһә уны күптән донъяуи музыка ҡоралы тип ҡарай, уны музыка
сәнғәтенең төрлө йүнәлештәрендә ҡулланалар. Роберт Юлдашев рок йүнәлешендә лә ҡурайҙың үҙ урынын табыуын раҫлаһа, ҡумыҙ ҙа Рәсәйҙең
музыка донъяһында киң ҡулланыла ала, – ти ул. – Донъяла 200-ҙән ашыу ил ҡумыҙҙа уйнай. Минең төп миссиям үҙем белгәнде уҡыусыларыма өйрәтеп, ҡумыҙ сәнғәтен һаҡлап ҡалдырыу, йәш быуынға тапшырыу.
Бөгөнгө көндә республиканың Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтары, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
2019 йылда «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 ҡумыҙсы» проектын башланыҡ. Ете: Мәсетле, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Әлшәй, Ишембай, Бөрйән райондарында бер сәхнәлә 100, 130, 150, 200
кеше сығыш яһаныҡ. Артабан ошо проектты дауам итәсәкбеҙ».
Ете генә нотаны ҡулланып музыканттар мәшһүр шедеврҙар тыуҙырған кеүек, Миңлеғәфүр ҙә үҙенең яҙмышын үҙе яҙа, уға яңы балҡыш, яңы яңғыраш, яңы аһәң өҫтәй. Ҡайһы ваҡыт, уның ихласлығына, ябайлығына, урыны менән сабыйҙарса ҡыуана белеүенә ҡарап, аптырап та ҡуям – бының сере күп балалы ғаиләлә үҫеүҙәме, әллә беҙҙе йыһан менән бәйләп торған моңдо тоя белеүҙә, дөрөҫөрәге, моңдан ғына туҡылыуҙамы икән? Эйе, уның ярты быуатлыҡ ғүмере тик моңдан, нурҙан, йырҙан ғына торған кеүек. Әммә ниндәйҙер ваҡыттарҙа был моңдоң хәүеф булып яңғырауын Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы бары тик үҙе генә белә. Хәйер, был хаҡта иҫкә алып тороу кәрәкмәйҙер ҙә, уның күңел торошон ҡумыҙынан ағылған көйөнән дә асыҡ аңларға мөмкин, сөнки ул үҙе моң булып яңғырай. Туҡтамаһын, тынмаһын, оҙағыраҡ – тағы ла ярты быуат яңғыраһын әле Миңлеғәфүрҙең беҙҙе йыһан менән бәйләп торған көйө, Миңлеғәфүрҙең моңһоҙҙарҙы уятыр моңо!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ
Читайте нас: