-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Апрель 2021, 19:00

«Медицина – сәнғәттең бер төрө»

«Аҡ сәскә – һиңә бүләк». Табип-драматург.

Бынан бер нисә йыл элек Өфө «Нур» татар дәүләт драма театры сәхнәһендә «Аҡ сәскә – һиңә бүләк» спектакле барҙы. Әйтергә кәрк, ҙур уңыш менән барҙы. Уның авторы – табип, Радик Зөфәр улы Нурлығаянов. Хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ, уның менән әңгәмәне уҡығанда, бөтөнләй оҡшаш булмаған һөнәрҙең уртаҡ яҡтары ла барлығына инанырһығыҙ.
– Нурисламдың башында түбәтәй, ҡулында – китап. Был, һис шикһеҙ, уның иман юлында, ә ҡулында – Ҡөрьән булыуын күрһәтә. Пьесаның– иман, әхлаҡ, кешелекте яратыу, Аллаһты таныу. Ни өсөн һеҙ, атеизм заманында тыуған, уҡып белем алған кеше булараҡ, был темаға мөрәжәғәт иттегеҙ? Һеҙ – табип. Тормошоғоҙҙа ошоға оҡшаш ваҡиға булғаны бармы? Әллә әҫәр бары тик һеҙҙең фантазия, тәрән хис-фекерҙәр, аң-зиһен һығымталарының емешеме?
– Эйе, беҙ – социализм балалары. Пионер, комсомол сафтарында матур тәрбиә алыу бәхете тейгән патриот быуын. Мәктәптә уҡығанда ике йыл дауамында комсомол секретары булып әшләнем. Яҡты, матур киләсәккә ышаныс ҙур ине. Кешене ышаныс, өмөт йәшәтә, шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта, мин ҡәртнәйем Бибинур тәрбиәһендә үҫтем. Атайым Зөфәр Ғәзизйән улы менән әсәйем Фәниә Ҡәйүм ҡыҙы, ябай колхозсылар, иртәнән төнгә ҡәҙәр эштә булдылар. Унан һуң, элек кешеләр бер-береһенә ҡунаҡҡа йыш йөрөйҙәр ине бит. Аулаҡта ҡалғас, ҡәртнәйем һеңлем Рәмзә менән миңә элекке тормош тураһында һөйләй, кесерткән-балтырғандан тәмле аштар бешерә, бәйет-риүәйәттәр уҡый, доғалар өйрәтә. Иң иҫтә ҡалғаны – «Саҡ менән Суҡ бәйете». Ул уны көйләп уҡый башлаһа, беҙ тып-тын ҡала инек.
Әсәй орошто тимер уҡ өсөн,
Әсәй орошто бигрәк юҡ өсөн.
Емдәр ташыйҙыр ҡоштар баҫыуҙан,
Әсәй ҡарғаны беҙҙе асыуҙан.
Самауар ҡуйҙы, сәйҙәр әсерҙе,
Эсеп бөтөргәс, ҡарғап осорҙо…
Әсә ҡарғышынан ҡошҡа әүерелгән балаларҙы йәлләп, илай инек. Ҡәртнәйем өйрәткән доғалар иһә әле лә иҫтә. Уларҙы һәр ваҡыт уҡып, шифаһын күреп торабыҙ. Һәр ваҡыт, айырыуса, яңы эш башлағанда, операция яһағанда, «Бисмиллаһи рахмани-ррахим…» тип башлайбыҙ. Быны миңә эйәреп коллегаларым да ҡабатлай. Хатта урыҫтар ҙа. Беҙҙе тәрбиәләүгә ифрат ҙур йоғонто яһаған изгелекле, дини ҡарашлы Бибинур ҡәртнәйемә ғүмерем буйы рәхмәттәр уҡыйым. Бала саҡтың был ҡәҙерле минуттарын әкиәти миҙгелгә тиңләйем. Медицина институтына уҡырға ингәндә лә, ҡарттар ауырыуы булған остеопороз темаһына диссертация яҙғанда ла, унан һуң пьеса өҫтөндә эшләгәндә лә, уның йоғонтоһо ҙур булды. Ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын, тип теләйем. Пьеса тигәндән, тыуған яғым – Илеш районы һабантуйында «Нур» театрының ул осорҙағы баш режиссеры Әбелхәйер Сафиуллин менән осрашып, бер табында ултырырға тура килде. Тыуған яҡта ҡыйыуыраҡ булаһың бит инде. Һүҙ артынан һүҙ тигәндәй, һөйләшеү барышында режиссерға: «Спектаклдәрегеҙҙе ҡарап барам, театрығыҙҙа күберәк комедиялар ҡуйыла. Етди әҫәрҙәр һирәк. Репертуарығыҙ менән мин ҡәнәғәт түгел», – тинем. Гөж килеп торған мәжлес бер мәлгә тын ҡалды… Режиссер уйлап торҙо ла: «Электән гәзит-журналдарға яҙышҡаныңды беләбеҙ, әйҙә, тотон был эшкә. Ысынлап та, пьесалар күп, ләкин сәхнәгә сығарырлыҡтары аҙ», – тине. «Ярай, яҙырмын!», – тиергә тура килде. Был үҙенә күрә шунда ултырған яҡташтар, ҡунаҡтар алдында һүҙ биреү кеүек тә яңғыраны. Кемдер буласаҡ пьеса өсөн тост әйтте… Яҡташтар алдында һүҙ биргәс – үтәргә кәрәк.
Пьеса тормошта булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Бер таныш ханымдың күкрәгендә яман шеш таптылар. Үҙе табибә булһа ла, ауырығанын белмәгән, сире һуңғы сиккә еткән. Хәҙер уға операция ла ярҙам итмәйәсәк, тигәндәр. Химиотерапия, нурҙар ярҙамында дауалау ала. Ханым коллегалары, туғандары менән бәхилләшеп, үлемен көтөп ятҡанда, яҙмыш уны бер дин әһеле менән осраштыра. Әллә төшөндә, әллә өнөндә күрә ул уны. Ул уға намаҙға баҫырға, мөхәббәт, өмөт, ышаныс менән йәшәргә, концерттарға йөрөргә кәңәш бирә. Шул уҡ ваҡытта, медицина ярҙамынан баш тартмаҫҡа, уға ҡушылып доғалар уҡырға, Аллаһтан ярҙам һорарға ҡуша. Ханым инде ун йылдан артыҡ йәшәй. Йәшәй генә түгел, хаҡлы ялда булһа ла, табип хеҙмәтен башҡарыуын дауам итә… Унан һуң, мәрхүм Бибинур ҡәртнәйем һөйләгән ошоға оҡшаш бер нисә миҫалдар ҙа бар. Изге Китапта ла: «Ауырыу дауаланырға, табипҡа мөрәжәғәт итергә тейеш, ул уға дауаланыу билдәләй. Пәйғәмбәр үҙе лә (с.ғ.в) дауалана һәм әйтә: һәр ауырыуҙан дарыу бар,ауырыуҙан дарыу тапҡас, ул табип ярҙамына Аллаһ ҡушыуы буйынса дауаланасаҡ», – тиелгән.
Пьеса бер йыл эсендә яҙылды. Шулай итеп, театрҙың 20-се юбилей сезоны минең «Аҡ сәскә – һиңә бүләк» драмаһы менән асылды. 2011 йылдың 28 сентябре ине. Әлеге пьеса аша тамашасыларыбыҙға иманлы булырға, мөхәббәт, өмөт, ышаныс менән йәшәргә кәрәк, тигәнде еткергем килде. (Ак сәскә – ваҡыт, тормош символы. Аҡ әбей ейәненә үҙенең тормошон бүләк итә. Нурислам – әбейҙең дауамы. Малай ата-әсәһенән һораған ғүмерҙе (аҡ сәскәләрҙе) өләсәһе бүләк итә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, профессор Суфиян Поварисов һәм билдәле драматург, яҙыусы Наил Ғайетбаев «Ҡыҙыл таң» гәзитенә бик матур, йылы рецензия яҙҙылар. Әйткәндәй, пьеса яҙыуҙа Наил ағайҙың «Тамаша» журналында баҫылған «Нисек пьеса яҙырға?» тигән дәрестәре ныҡ ярҙам итте. Спектакль «Нур» театры сәхнәһендә биш йыл дауамында күрһәтелде, ҡайһы берҙәр уны ике-өс тапҡыр ҡараны. «Аҡ сәскә – һиңә бүләк» Ҡазанда, Ғ.Камал театры сәхнәһендә лә ҡуйылды, «Ватаным Татарстан» гәзитендә ыңғай фекерҙә рецензия баҫылып сыҡты. Спектакль табиптар тормошо тураһында буласағын белгәс, уны ҡарарға Татарстандың төрлө райондарынан медицина хеҙмәткәрҙәре, республика сәләмәтлек һаҡлау министрлығынан бер төркөм делегация килде. Спектакль тамамланғас, тамашасылар баҫып, мине сәхнәгә саҡырып, бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы уны төшөрөп, үҙенең фондына алды. Даими күрһәтеп тә торалар. БДМУ профессоры, уҡытыусым Валентин Никитин спектаклде студенттарҙың уҡыу программаһына индерҙе. Хәҙер травматология дәрестәрендә студенттар минең спектаклде лә ҡарай.
– Кеше ғүмере – миҙгел генә, кеше бәхете – мәл генә. Кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй. Эҙләнәбеҙ. Тормош арбаһын тартып, күп егеләбеҙ. Ә ваҡыт барыбер етмәй. Нимә ул һеҙҙең өсөн – ваҡыт? Кешеләр ваҡыттың ҡәҙерен белер өсөн нимә эшләргә тейеш? Ҡәҙер итергә кем өйрәтергә тейеш?
– Табип булып эщләгәс, көн дә тиерлек үлем менән осрашырға тура килә. Шунда инде, кеше ғүмере бары бер миҙгел икәненә инанаһың. Үлем бит көтмәгәндә килә. Күпме планлаштырылған эштәр ҡала, уй-хыялдар селпәрәмә килеп, юҡҡа сыға… Һәр саҡ беҙгә ваҡыт етмәй. Секундтар, минуттар, көндәр, айҙар, йылдар етмәй. Шунан сығып фекер йөрөтһәк, ваҡыт бик ҡиммәтле нәмә булып сыға түгелме? Сәләмәтлек кеүек үк, уны һатып алып булмай: ваҡыт үтә, ул кире ҡайтмай. Олоғайып, ғүмерҙең үтеп китеүен аңлағас ҡына: «Ваҡытты кире ҡайтарып булһа ине!» – тиҙәр. Кеше үҙенә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ваҡытының ҙур хазина икәнлеген аңларға, уны юҡ-барға сарыфламайса, файҙалы итеп ҡулланырға тейеш. Раббыбыҙ уға ҡарынында уҡ һәр кешенең ғүмер оҙонлоғон йылы, айы, көнө, сәғәт-минуты, хатта секунды менән билдәләй. Кеше шул ваҡытҡа етә лә, Аллаһының бер сәбәбе менән (ауырып, ниндәй булһа ла, фаҗиғәгә юлығып), был доньянан китеп бара. Нәмә генә эшләһә лә, үҙенә билдәләнгән ваҡытын тултыра: бер секунды артыҡ йәки кәм булмай. Ваҡытты ҡәҙер итергә оло йәштәгеләр, өләсәйҙәр әйтеп килә. Ғүмер бик ҡыҫҡа, ваҡыт, сабыш аты һымаҡ, алға саба, тип әйтә ине минең Бибинур ҡәртнәйем...
Шул уҡ ваҡытта, кеше ғүмере йәшәгән йылдар менән түгел, ә эшләгән эштәре, тормошонда ҡалдырған эҙҙәре менән иҫәпләнә. Йәшәү рәүешен, ҡылған эштәре менән һин башҡалар күңеленә үҙең иҫтәлектәр яҙып ҡалдыраһың. Шундай мәҡәл бар: йәшлегеңдә ни сәсһәң – ҡартлығыңда шуны урырһың. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.в) биш нәмәнең: үлемең килгәнсе – йәшәүҙең, ауырыу килгәнсе – сәләмәтлегеңдең, мәшәҡәттәр килгәнсе – тыныслығыңдың, ҡартлығың килгәнсе – йәшлектең, фәҡирлек килгәнсе – байлығыңдың ҡәҙерен белергә ҡушҡан. Йәғни Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) быларҙың ваҡытлыса ғына булыуын, уларҙың ҡәҙерен белергә, дөрөҫ файҙаланырға кәрәклеген әйткән.
– Кеше был донъяға һынау өсөн килә тиҙәр. Пьесала һынау Нурисламға, уның ата-әсәһенә, өләсәһенә бирелгән. Ҡаты һынау. Ни өсөн?
– Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер аяттарҙа Үҙенең ҡолдарын һынар тип әйтелә... Ни тиклем беҙ иманлы, сабырлы… Ислам дине буйынса, һәр кеше үҙ хаталары, гонаһтары өсөн генә яуап бирә. Башҡа кешеләрҙең, шул иҫәптән ата-әсәләренең, йәки балаларының эштәре өсөн яуап бирмәй. Шул уҡ ваҡытта, тормоштан сығып, шуны әйтке килә, ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙәрҙең гонаһтары балаларҙың, ейәндәрҙең яҙмышына көслө тәьҫир итә. Пьесала Нурисламға, ата-әсәһенә, өләсәһенә бирелгән ҡаты һынау – ул тамашасыға уйланырға өндәү.
– Спектаклдә йыш ҡына төш күреүгә ишара булған хәрәкәттәр бар, малайҙың өләсәһе менән булған әңгәмәһендә лә шаҡтай кинәйәле урын бирелгән. Ысынлап та, төштәр ниндәйҙер ҡөҙрәткә, ым-ишараға эйәме? Шәхсән, мәҫәлән, һеҙҙең төштәрегеҙҙе юрауығыҙ юш киләме? (Бәлки, төштө тасуирлаған эпизодтар – режиссер алымылыр?)
– Пьесала төштәргә ҡағылышлы сәхнә күренештәре бар. Уларҙы режиссер Әбелхәйер Ҡасим улы матур итеп төрлө яҡтыртыу эффекттары, Нур Дауытовтың яғымлы музыкаһы менән юғары дәрәжәлә күрһәтә алды. Ғөмүмән, төш күреү, юрау – төрлөһорауҙарға дусар иткән, ғәжәйеп күренештәрҙең береһе, тип уйлайым. Күргән төштәрем йыш ҡына дөрөҫкә сыға. Бер ваҡыт, төшөмдә күптән күрешмәгән танышымды күрәм, йылғала тыпырсына, бер бата, бер ҡалҡа… Икенсе көндө ишетәм – мәрхүм булған… Тағы бер миҫал. Институтта уҡығанда, ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары предметынан имтиханға әҙерләндем. Иртәгә имтихан тигән көндө күргән төшөм икенсе көндө ысынында бермә-бер ҡабатланды. Билеттағы һорауҙар ғына түгел, имтихан күренешен дә, уҡытыусының өҫтәмә биргән һорауҙарын да алдан күрҙем. Доньяла бындай беҙ аңлап бөтмәҫлек ғәжәйеп хәлдәр етерлек.
– Мөхәббәт – Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә бирелгән оло бүләге. Пьесала мөхәббәткә урын бирелмәһә, күңелһеҙ булыр ине... Ниндәйҙер кимәлдә ошо тойғо ла сирҙе еңеүгә булышлыҡ иткәндер. Әлбиттә, унда үҫмер ҡыҙ менән егеттең киләсәктә бергә булыу-булмауҙары тураһында конкрет әйтелмәй һәм был әлегә үтә мөһим дә түгел. Һәр хәлдә, автор тамашасыға уйланырға, был йәһәттә яуапты үҙенә табырға ҡалдыра. Ә ниндәй тойғо ул мөхәббәт – Нурислам өсөн? Табип күҙлегенән ҡарағанда, ғөмүмән, кешелек өсөн?
– Мөхәббәт – ул тормош нигеҙе. Мин ике кеше араһында булған мөнәсәбәттәрҙе генә әйтмәйем. Ғөмүмән алам. Мөхәббәт һәр ерҙә лә изгелек, яҡтылыҡ эҙләй. Ул күп нәмәне ғәфү итә. Тән – мөхәббәт, күңел ғибәҙәтханаһы. Бары тик доньяла таҙа һәм матур мөхәббәт йәшәргә һәләтле. Кешеләр уны ҡайһы саҡ бысраталар. Ауырыу ҡайҙан килеп сыға, тип аптырайҙар. Шуға күрә, һәр бер шифаны күңелеңдән башларға кәрәк – сөнки унда бөтә көс – төп көс.
Официаль медицина ла мөхәббәтте химик реакция тип һанай. Юғары хистәр тулҡынында организмда тәбиғи психостимуляторҙар – фенилэтиламин, допамин, эндорфин барлыҡҡа килә, иммунитет көсәйә… Был бит биохимия! Тимәк, мөхәббәт – ул биохимик реакция, уның финалы ҡайһы ваҡыт көслө, юғары шартлау, дауалаусы, йығылған кешеләрҙе аяҡҡа баҫтырыусы, һүнгән күңелдәрҙе яңынан тоҡандырыусы ут. Беҙҙең күптәребеҙгә мөхәббәт етмәй, кеше шуға сирләй. Мөхәббәт булған ерҙә стресс, невроздарға урын юҡ. Мөхәббәтһеҙ ғаиләлә тыуған Нурисламда саф мөхәббәт хистәре бөрөләнә, ә был иһә – һауығыуҙың тағы бер юлы.
«Мөхәббәтле йортта ғына
Йәшәүе рәхәт була.
Яратыуҙан ғына ергә
Бәхетле бала тыуа...» – тип йырлайҙар. Килешәм. Бик тә.
– Ә һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул? Уны хеҙмәтегеҙ менән бәйләп тә әйтә алаһығыҙмы?
– Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай, ҡабул итә. Берәүҙәр өсөн иң беренсе сиратта – сәләмәтлек, икенселәр өсөн – мөхәббәт, өсөнсөләр өсөн – ерҙә тыныслыҡ, дүртенселәр өсөн – байлыҡ… Минеңсә, оло бәхет – ул гармония, бер нисә бәхеттән ҡушылып барлыҡҡа килә – шәхси бәхет, ғаилә бәхете, эш-хеҙмәт бәхете. Минең өсөн, табип булараҡ, әлбиттә, бәхет ул – иң беренсе сиратта, сәләмәтлек. Үҙемдең, ғаиләмдең, яҡын туғандарымдың сәләмәтлеге. Сәләмәтлектең ҡәҙерен белер өсөн ауырып ҡарарға кәрәк, тиҙәр. Мин ауырыуҙарҙы дауалайым, тимәк, бәхет килтерәм. Үлем хәлендәге пациенттарҙың дауахананан үҙ аяҡтары менән баҫып сығып китеүе – травматолог өсөн ҙур бәхет, тип уйлайым.
– Геройҙарығыҙҙың береһе: «Атай мөхәббәтен тоймай үҫкән бала – ҡояшһыҙ үҫкән сәскә кеүек», – ти. Һеҙҙеңсә, беҙҙең тормошта атайҙар ниндәй төрҙәргә бүленә? Һәм бында ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ғаилә институтын яҡлау өсөн хөкүмәттән ниндәйерәк саралар күрелергә тейеш?
– Бала холҡона иң элек ғаиләлә нигеҙ һалына. Бала ата-әсәһенең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен күреп үҫә, ғәҙәттәрен, һөйләгән һүҙҙәрен кескәй сағынан күңеленә һеңдереп бара. Элекке замандарҙа уҡ ир кеше яуаплылыҡты, ауыр мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ир бала күберәк атаһынан үрнәк ала, уға оҡшарға тырыша. Атаһының сабырлығы, айыҡ аҡыл менән, һәр һүҙҙе уйлап, үлсәп әйтеүе бала күңеленә һеңә бара. Ҡатын-ҡыҙ, әсә ваҡиғаны йөрәге аша үткәреп хәл итә. Атаһы булмауы ир балала әсәйгә бәйлелек тыуҙыра. Ҡыҙҙар өсөн ул нормаль хәл, сөнки әсәһе уға үрнәк. Шулай ҙа, ҡыҙ кеше атайһыҙ тәрбиәләнә икән, ул ир-атты, йәштәштәрен дә аңлай алмай. Ата-әсәнең бурысы – балаларҙы ата-әсәһенән мәхрүм итмәҫ өсөн үҙ-ара уртаҡ тел табыу, ә инде айырылған осраҡта, әсә кешенең балаларына ире менән элемтә урынлаштырырға ярҙам итеү.
Хөкүмәттән ғаилә ҡиммәттәрен, ғаилә институтын яҡлау өсөн төрлө саралар күрелергә тейеш. Ғаилә өсөн иҡтисади, енес-репродукция, тәрбиә мәсьәләләрендә, психологик һәм көнкүрештә яҡлау өсөн, уларҙы сәләмәт үҫтереү, тәрбиәләү өсөнкәрәкле шарттар тыуҙырыу, ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр өсөн «ышаныс телефоны» булдырыу, ҡатын-ҡыҙ һәм балаларға социаль приюттар булдырыу, айырылышыу күренештәре һирәк булған халыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнеү һәм башҡа төрлө алымдар кәрәк, тип уйлайым.
Бала тәрбиәләүҙә өлкән быуын, өләсәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләүҙәге баһаһы бөткөһөҙ ҙур. (Бая әйтеп үткән инем).
– «Был донъяны нисек кенә үҙгәртергә тырышмайбыҙ?!? Күпме көс түгәбеҙ... Ә бит Аллаға ышанмайбыҙ!..» – ти өләсәй, ейәнен күндерергә тырышып. Улар икәүләшеп йондоҙҙарҙы күҙәтәләр. Ҡаҙыҡ йондоҙо (Полярная звезда) тураһындағы мәғлүмәт тә бик урынлы. Донъялыҡ ҡанундары һәм Ҡөрьән.
–Ҡәртнәйемдә ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған иҫке китаптар бар ине. Унан һуң ҡәртнәйемдең атаһы, ҡартатаһы яҙып ҡалдырған дәфтәрҙәр. Яйы сыҡҡан һайын беҙгә уларҙы беҙгә уҡый ине. Унда уларҙың тормошо, риүәйәт, бәйеттәр… Ижадта ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән белемен, риүәйәт-легендаларҙы файҙаланыу кәрәкле, тип уйлайым. Сөнки, был да бит артабанғы быуындарға тапшырыуҙың бер ысулы.
– Кешене өмөт йәшәтә. Ышаныс, өмөт – күңелдең матур, тыныс, тәбиғи торошо. Әммә, бойоғоу, нәфрәт, ғәфү итә белмәү кеүек тойғоларҙан да кеше азат түгел. Ҡөрьән тәфсирҙәрендә лә был турала күп яҙылған, табип булараҡ, һеҙгә лә билдәле.
– Ҡөрьәндә, хатта күп төрлө тикшеренеүҙәрҙән ғәфү итә белеүселәр үҙҙәренең мораль яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да яҡшыраҡ хис итеүҙәре тураһында билдәле. Ундай кешеләрҙә арҡа һәм бил ауыртыуҙары, стресс менән бәйле психологик һәм физик симптомдар, йоҡоһоҙлоҡ шаҡтай кәмегән. Стресс йәки ярһыу ваҡытында организмда билдәле бер матдәләр – стресс гормондары эшләп сығарыла, холестерин, ҡан баҫымы арта һәм оҙаҡ ваҡыттар яйға һалынмай, был кеше организмына зарарлы йоғонто яһай. Стресс гормондары ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына, күҙәнәктәрҙә кислород етмәүенә, тромбтар барлыҡҡа килеүенә килтерә. Инфаркт, инсульт барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы арта. Кеше ярһый, пульс йышая, был артериаль баҫым артыуына сәбәпсе була, шунлыҡтан гипертония кризына килтереп, инсульт булыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ғәфү итеү кешегә ыңғай тәьҫир итә, тиҫкәре эмоцияларҙы юҡҡа сығара, кешенең физик, рухи яҡтан сәләмәтлегенә булышлыҡ итә. Ғалимдар һаулыҡ һорашыу сәләмәтлеккә шулай уҡ ыңғай йоғонто яһауын да күптән иҫбатлағандар. Шулай итеп, Изге Ҡөръәндә яҙылған хәҡиҡәт фәнни яҡтан да дәлилләнде.
– Көлөү. Пьесала Данил-Валидол образы баштан уҡ күҙалланғайнымы? Ул барабан ҡағыу, бейеү күренештәре булмаһа, әҫәрҙә нимәлер етмәгән һымаҡ тойолор ине...
– Данил образы пьесаға һуңыраҡ индерелде. Ул булмаһа спектаклде ҡарау ауыр булыр ине. Шуҡ малай тамашаны йәнләндерә. Икенсе яҡлап, был роль Нурислам образын асыуға ярҙам итә.
– Әҫәр геройҙарының береһе, табип – ябай, юғары идеалдарға ла ынтылмай, әхлаҡһыҙ ҙа түгел... Ер кешеһе. Әммә, ул да бөгөнгө йәшәйеш системаһынан арыған. Шуға ла ул юҡ-юҡта хәмергә үрелә. Алама холоҡтан түгел... Түҙә алмай... Уның бергә уҡыған иптәштәре күптән эш урынын башҡа төрлө хеҙмәткә алмаштырған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. «Институтҡа уҡырға ингәндә беҙ хеҙмәт хаҡыбыҙҙың ниндәй булыры тураһында түгел, төплө белем алырға тип уйлана инек», – ти ул. Бөгөнгө табиптарҙың (уҡытыусыларҙың, журналистарҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең) эше тейешле кимәлдә баһаланмауы бер кемгә лә сер түгел. Ә нисек яҡшыртырға? Был мөмкин була торған хәлме?
– Был ҙур, актуаль һорау. Бер һүҙ менән әйткәндә, дәүләт табиптарға, шулай уҡ уҡытыусыларға, журналистарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йөҙө менән боролорға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, дәүләт уларҙың артына йәшеренә. Барлыҡ проблемаларҙа ла табип ғәйепле булып сыға… Дәүләттең, йәмғиәттең медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарашы үҙгәрмәһә, тиҙҙән дауалаусылар ҡалмаясаҡ.
– Һеҙ – табип. Күңел ынтылышы булғандар ғына төп эшенән тыш ижад менән мауыға. Шулай ҙа, нисек пьеса яҙырға булдығыҙ? Тағы ла ниндәй әҫәрҙәрегеҙ бар? Ҡыҙғанысҡа күрә, «Аҡ сәскә – һиңә бүләк» спектакле репертуарҙан төшөп ҡалған... Фәһемле, уйландырырлыҡ сәхнә әҫәрен өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларының барыһы ла ҡараһын ине. Сөнки улар яҡын киләсәктә ғаилә ҡора, балалар үҫтерә торған йәш быуын. Әҫәрҙе Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы ҡалаларындағы театрҙарға, райондарҙағы халыҡ театрҙарына тәҡдим итергә уйламайһығыҙмы?
– Театрға мин бала саҡтан ғашиҡ. Бында медицина университеты менән Башҡорт академия драма театры «ғәйепле». Студент йылдарында беҙгә театрҙарға бушҡа билеттар бирәләр ине. Академия театрын үҙ иттек. Уның гөрләгән, Гөлли Мөбәрәкова, Илсөйәр Ғизетдинова, Зинира Атнабаева, Асия Нафиҡова, Шамил Рәхмәтуллин, Хәмит Яруллин, Рәүис Заһитовтарҙың уйнаған, ижадтары сәскә атҡан осорҙары! Бушҡа билет алабыҙ ҙа, китәбеҙ БДУ-ға, филология факультетында уҡыусы ҡыҙҙарҙы спектаклгә саҡырабыҙ. Спектаклдән ҡайтабыҙ ҙа, уларҙың тулай тораҡтарына сәй эсергә инәбеҙ, ҡыҙҙар менән танышабыҙ. Киләһе спектаклгә танышҡан ҡыҙҙарҙы алып барабыҙ. Беҙ ҡарарға театрҙың спектаклдәре етмәй. Шулай итеп, бер үк спектаклде төрлө ҡыҙҙар менән биш-алты тапҡыр ғына тугел, ун тапҡыр ҙа ҡарарға тура килгәне булды. Артистарҙың ролдәрен ятлап бөтөрәбеҙ. Ҡайһываҡыт улар һүҙҙәрен онотоп ҡалдыралар, йәиһә, хискә бирелеп, икенсе төрлө һөйләп ташлаһалар, шунда уҡ һиҙәбеҙ. Балыҡты ем һибеп, бер урынға өйрәткән кеүек, беҙҙе лә Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенә яҡынайтты, актерҙарҙың уйнағандарын ҡарап, һоҡланып, театр сәнғәтенә мөхәббәт уянды.
Ижадҡа мөхәббәтем икенсе театр менән бәйле. Университеттың һуңғы курстарында уҡып йөрөйбөҙ. Өфөлә «Нур» татар театры асылды. Ваҡыт етерлек. Башҡорт театрының спектаклдәрен ҡарап бөтөрҙөк. «Нур» театрына юлландыҡ. Барһаҡ, спектаклдәре матур, тамашасы юҡ. Халыҡ яңы театр асылғанын әллә белмәй, әллә ышаныс юҡ... Бәлки театрҙың үҙ бинаһы булмауы ла быға сәбәп булғандыр. Реклама ла юҡ. Бер ваҡыт унда эшләүсе райондаштарым Иҙрис Кәлимуллин һәм Резида Фәхруллина (Мырҙабулатова) менән танышып киттем. Театрға ярҙам итергә булдым. Үҙем реклама эшләргә булдым. Ҡулдан альбом битенә афишалар яҙам да, мединститут, БДУ, башҡа уҡыу йорттарындағы иғландар таҡтаһына йәбештереп йөрөйөм. (Ул ваҡытта реклама тураһында закон юҡ ине). Шунан һуң «Ҡызыл таң» гәзитендә «Театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә» тигән күләмле мәҡәләм баҫылып сыҡты. Гәзиттең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Фәрит ағай Фәтҡуллин «ҡәләмең көслө» тип театрға арналған тағы ла яңы темалар тәҡдим итте. Башлыса артистары менән танышып, дуҫлашып алған «Нур» театры тураһында яҙҙым да яҙҙым. Төрлө баҫмаларҙа «Нур» театры спектаклдәре, артистары тураһында утыҙҙан ашыу мәҡәлә баҫтырҙым.
Мин театрҙы яратам. Сәнғәт кешене рухи яҡтан сәләмәтләндерә тигән фекерҙәмен. Минеңсә, медицина менән сәнғәт араһында оҡшашлыҡ күп. Гиппократ «Медицина – сәнғәттең бер төрө» тигән. Бер сирҙе һәр кеше үҙенсә үткәрә. Бер үк сирҙе йөҙ ысул менән дауаларға була. Тимәк, табип – ижадсы! Травматологҡа иһә һөйәкте төҙәткәндә скульптор булырға ла кәрәк. Травматолог матурлыҡты күрә, баһа бирә белергә тейеш. Икенсе яҡлап, артистар кеше күңеленә үтеп инә, табиптарға ла һүҙ ҡәҙерен белеү фарыз: һүҙ менән кешене терелтеп тә, үлтереп тә була…. Спектакль «Нур» театрында барғанда, мин, шаяртып, көндөҙ кешеләрҙең физик тәнен дауалайым, кисен театрҙа күңелен сафландырам, тип әйтә инем. Ә был ысынлап та шулай…
Спектакль «Нур» театры сәхнәһендә биш йыл барҙы, тигәйнем. Әҫәр өсөн был оҙон ғүмер тип уйлайым. Ҡайһы бер спектаклдәр бер-ике йыл бара ла, халыҡ йөрөмәй башлағас, репертуарҙан төшөп ҡала. Театрға яңы етәкселек килә. Әлбиттә, яңы килгән баш режиссер репертуарҙы яңырта, үҙгәрештәр индерә, был аңлашыла.
Әлеге ваҡытта «Алтын нигеҙле ауыл» исемле пьеса ижад итәм. Ауылдар таралыу, уларҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе күтәрелә был пьесала. Башҡа театрҙарға тәҡдим итеү теләге, әлбиттә, бар. Бер аҙ ваҡыт үтһен әле.
– Хеҙмәт һәм ижадығыҙ менән таныштыҡ. Буш ваҡытығыҙҙа ниҙәр менән мәшғүлһегеҙ? Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй...
– Буш ваҡыттар әҙ була. Практик медицинала эшләһәм дә, фәнни тикшеренеүҙәр алып барам. 2000 йылда остеопороз сирен дауалау буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Остеопороз – һөйәктәр сире, «остео» – һөйәк, «пороз» – тарҡалыу тигәнде аңлата. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында һөйәктәр ныҡлығын юғалта, тиҙ һыныусан булып китә. Был эш республикала ғына түгел, Рәсәй күләмендә остеопороз буйынса беренсе диссертацияларҙан булды. Остеопорозды диагностикалау, дауалау буйынса һигеҙ уйлап табыу эше, 120 фәнни хеҙмәтем бар. Мин уйлап тапҡан остеопорозға диагноз ҡуя торған прибор Рәсәй Фәннәре академияһының дипломына лайыҡ булды. Һуңғы йылларҙы Д витаминының һөйәккә тәьҫире, остеопороздың генетик сәбәптәрен тикшереү эштәренә бағышланған хеҙмәттәргә арнайым.
2015 йылда Өфөлә остеопорозды диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау буйынса үҙәк асыуға өлгәштек. Мине уның етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр, бер үк ваҡытта медицина страховка компанияһында эксперт булып та эшләйем.
– Тормош юлдары ҡатмарлы, тиҙәр. Хеҙмәт юлығыҙ нисек башланды? Ғаиләгеҙ тураһында ла журнал уҡыусыларының хәбәрҙар булғыһы киләлер.
– Әлбиттә, мине аңлаусы, ярҙам итеүсе ғаиләм булмаһа, ижад, фән менән шөғөлләнергә ваҡыт та ҡалмаҫ, дәрт тә булмаҫ ине. Тормош иптәшем Әлфиә – Тәтешле ҡыҙы, Башҡорт дәүләт аграр университетында доцент, иҡтисад фәндәре кандидаты. Ҡыҙыбыҙ Динара, улыбыҙ Марат мәктәптә уҡыйҙар. Элегерәк, улар ҙа табип һөнәрен һайламаҡсылар ине. Әммә минең күп ваҡытымды эштә, дауаханала үткәреүемде күреп, уйҙарынан кире ҡайталар шикелле. Ял юҡ, байрам юҡ бит беҙҙең эштә... Өгөтләмәйбеҙ, үҙҙәре уйлаһындар, кем булһалар ҙа, иҫән-һау ғына булһындар, бәхетле булһындар, тибеҙ.
Кескәй сағымда башта укытыусы, унан һуң юрист һөнәре үҙенә тартты. Мәктәптә уҡығанымда ике йыл дауамында комсомол секретаре булып эшләгәс, ВЛКСМ-дың район комитетынан Мәскәүгә юғары комсомол мәктәбенә йүнәлеү ҡағыҙы ла бирмәкселәр ине. Атайым менән әсәйем мине ауыл хужалығы институтына барыр тип өмөт иттеләр. Улар өсөн «авторитет» – әсәйемдең бер туған ҡустыһы Фәнис ағай (Саҡмағош районы «Герой» колхозында оҙаҡ йылдар партком секретаре булып эшләне): «Радиктың холоҡ-фиғеле менән ауыл хужалығында эшләү, идара итеү ауыр буласаҡ, уға башҡа һөнәр һайларға кәрәктер», – тине. Мин юридик факультетҡа инергә әҙерләнә башланым, адвокат булырға ине теләк. Бер ваҡыт беҙҙең ауыл участок дауаханаһы табибәһе Суфия Ямалтдинова: «Радик, киләсәктә мин һине бары табип итеп кенә күрәм, һин фәҡәт медицина юлынан китергә тейеш», – тине. Миңә бындай һүҙҙәрҙе ҡәртнәйемдән дә күп тапҡырҙар ишетергә тура килә ине. «Йомшаҡ күңеллеһең, балам, табип булырһың, ахыры», тигәне иҫтә. Ҡәртнәйем ауырый, уны дауалағым, терелткем килә ине. Тәүәккәлләнем дә, сумаҙан күтәреп, ауылдан сығып киттем. Медицина институтын табып, дауалау факультетына индем.
Киләсәк һөнәр һайлағанда, минең өсөн, иң әһәмиәтлеһе – кешеләргә реаль ярҙам итеү, башҡаларға үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу хисе ине. Беҙҙе ул ваҡытта буласаҡ эшебеҙҙең хеҙмәт хаҡы ла ҡыҙыҡһындырмай ине. Мин баштан уҡ хирургия юлын һайларға ҡарар ҡылдым. Травматолог-ортопед – хирургия белгеслегенең бер төрө. Институтта уҡығанда, үҙемдең районыма ҡайтыу ине теләгем. Ҡулыма диплом алғас, Йәркәйҙең баш табибы Рәшит Шәрәфетдин улы Авзаловҡа индем. Ул район дауаханаһына хирургия буйынса өс табип – травматолог-ортопед, нейрохирург һәм уролог кәрәклеге тураһында әйтте. Мин травматологияны һайланым. Травматология – һөйәк ауырыуы ғына түгел. Төрлө йәрәхәттәр, шул иҫәптән һөйәк һыныуҙар ҙа, быуын сирҙәре лә. Ундайға йәше лә, ҡарты ла, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, барыһы ла дусар. Эш башында күп тапҡырҙар йөрәккә, үпкәгә операциялар яһарға ла тура килде. Әлбиттә, бысаҡ йәиһә мылтыҡтан атыу арҡаһында килеп сыҡҡан йөрәк, үпкә яра-йәрәхәттәрен тегеү тураһында әйтәм. Б.Н. Ельцин етәкселек иткән туҡһанынсы йылдарҙа бындай ауыр яралар көн һайын тиерлек күҙәтелә ине. Беҙ институт тамамлаған йылдарҙа доньялар буталып, аҫты-өҫкә килде. Район дауаханаһында ҡыҫҡартыуҙар башланды. Шул ваҡытта мине травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире профессор В.В. Никитин кафедраға уҡытырға саҡырҙы, 13-сө дауахананың травматология бүлеге мөдире С.А.Зеленцов та үҙенә эшкә өгөтләне. Мин практиканы һайланым. Башта тәжрибә туплап, унан һуң студенттарҙы уҡытырға барырмын, тип уйланым.
– Йола буйынса һорау – киләсәккә ниндәй пландарығыҙ?
– Киләсәктә фәнни хеҙмәт менән шөғөлләнеүҙе дауам итеү. Өфөлә ҡабаттан һөйәк һыныуын профилактикалау хеҙмәтен асыу. Яңы пьесалар яҙыу.
– Радик Зөфәр улы, файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Барлыҡ эштәрегеҙҙә, ижадығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын!
– Рәхмәт! «Тамаша» журналын алдырыусыларға һәм ғөмүмән, барыһына ла һаулыҡ теләйем. Һаулыҡ булһа – хеҙмәткә лә, рухи аҙыҡ алыуға ла ынтылыш буласаҡ.
Һуңғы һүҙ урынына. Изге Ҡөрьән китабында донъяла иң сауаплы хеҙмәт – балаларҙы уҡытыу, кешеләрҙе дауалау, тип яҙылған.Ә Авиценнаның: «Табип һүҙ, үләндәр, бысаҡ менән дауалай» тигән һүҙҙәре беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Әңгәмәсебеҙ табип һөнәрен һайлаған. Ул ауырыуҙы һәр өс ысул менән дә дауалай. Күңеленең талабы буйынса ижадҡа мөрәжәғәт итеп, ул ҡулына ҡәләм алып, һүҙ теҙмәләрен теҙә. Пьеса спектакль рәүешен ала. Сәхнәнән Һүҙ яңғырай. Тамашасы ишетә, уйлана, фекер төйнәй, ышана, инана.
Илнар Ишемғолов
Ҡыҫҡаса белешмә:
Радик Зөфәр улы Нурлығаянов - Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы табибы, юғары категориялы травматолог-ортопеды, Ҡала остеопорозды дауалау һәм профилактикалау үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, БР сәләмәтлек һаҡлау отличнигы, Рәсәйҙең остеопороз ассоцияцияһы ағзаһы, 2014 йылда «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүсеһе.
Читайте нас в