+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Апрель 2021, 16:00

Ижади мөхиттә йәнле аралашыу

Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда уҙғарылған "Ижади лаборатория"ла билдәле сәхнә оҫталары йыр-моң донъяһында йәшәүсе һәүәҫкәр артистар өсөн бик ҡиммәтле кәңәштәр бирҙе.

Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йыр-моң донъяһында йәшәүсе һәүәҫкәр артистар менән тәжрибә уртаҡлашыу, алда буласаҡ йыр бәйгеләренә әҙерләнеү өсөн кәңәштәр биреү маҡсатында "Ижади лаборатория" ойошторҙо.
Көн буйына барған был оҫталыҡ дәрестәрендә республикабыҙҙың сәхнә оҫталары үҙҙәренең эш алымдары, тәжрибәһе менән бүлеште. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, традион музыкаль башҡарыу һәм этномузыка ғилеме кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев "Ҡурайҙа башҡорт халыҡ йырҙарына ҡушылып уйнау. Башҡарыу алымдары" темаһына оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө сәнғәт училищеһының "Вокал сәнғәте" ПЦК етәксеһе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыка ғилеме кафедраһы доценты Садыҡова Римма Рушан ҡыҙы "Башҡорт, татар халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеләренә әҙерләнеү өсөн репертуар һайлау үҙенсәлектәре" темаһы буйынса тәжрибә уртаҡлашты.
Өфө сәнғәт училищеһының вокал сәнғәте уҡытыусыһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы "Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың тауыштары менән эшләү үҙенсәлектәре. Башҡарыу оҫталығы" темаһы менән ҡыуандырҙы.
"Башҡорт һәм татар халҡының традицион йыр мәҙәниәтендә тальян гармун" темаһына Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Хәлит Фәтихов үҙ оҫталығы менән бүлеште.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова башҡарылыу үҙенсәлеге буйынса эстрада йырҙарын һайларға өйрәтте. Тауышты һаҡлау буйынса күнекмәләр уҙғарҙы.
"Йыр-бейеү фольклорының сәхнәлә сағылышы"
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова "Йырлы-бейеүле ҡыҫҡа көйҙәрҙе сәхнәләштереү" темаһына ҡыҙыҡлы сығыш тәҡдим итте.
Таланттары менән халыҡҡа хеҙмәт итеүсе йондоҙҙар үҙ белемдәре, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Йәштәргә өгөт-нәсихәт, дөрөҫ йүнәлеш бирелеп, сәхнә оҫталарының шәхсән өлгөһөндә онотолмаҫлыҡ матур дәрестәр алды был сарала ҡатнашыусылар.
"Ижади лаборатория" оҫталыҡ дәрестәрендә белемдәрен камиллаштырыусыларға сертификаттар тапшырылды. Улар халыҡ күңелендә күптән инде лайыҡлы үҙ урындарын яулаған арҙаҡлы йырсылар, сәхнә оҫталары менән аралашыуҙан рухи аҙыҡ алып, рәхмәтле булып таралышты.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: